Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

📑 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр:

✅ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

✅ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте филиалының Туймазы нефть үткәргес идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Ринат Изикаевҡа «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.

✅ Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәрен тамамланы. Һуғып алынған уңыштың дөйөм күләме – 3,4 млн тонна.

✅ Башҡортостанда 2026 йылдың аҙағына тиклем өс яңы мәктәпте сафҡа индерергә планлаштыралар
Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.
Просмотры: 815
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🌍 Башҡортостан — дуҫлыҡ төйәге!

Республикабыҙҙа 150-нән ашыу милләт вәкиле татыу ғүмер итә. Һәр халыҡтың үҙ теле, мәҙәниәте, милли кейеме һәм быуаттар буйы һаҡланып килгән йолалары бар.

🤝 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан яңы рубрика башлайбыҙ.

Көн һайын Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар менән яҡындан танышырбыҙ, уларҙың милли кейеме, теле һәм ҡыҙыҡлы йолаһы тураһында һөйләрбеҙ.

#дуҫлыҡменәнкөслөбөҙ
Просмотры: 1 034
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
⛽️ Башҡортостанда яғыулыҡ станцияларында канистрҙарға сикләү бөтөрөлә

Республиканың эре автозаправка селтәрҙәре канистрҙарға яғыулыҡ һатыуға индерелгән сикләүҙе ғәмәлдән сығара. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Бындай ҡарар яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡланыуына бәйле.

💬 «Яғыулыҡ станцияларында сираттар бөттө йәки бик аҙ ҡалды», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров «Роснефть», «Башнефть», «Лукойл», «Газпромнефтехим Салауат» компанияларына, автозаправка станциялары етәкселәренә, шулай уҡ стратегик объекттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм «БАРС» подразделениеһына рәхмәт белдерҙе.
Просмотры: 1 141
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
❗️ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола

11 ноябрҙә, 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Был хаҡта ул бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Төбәк етәксеһе халыҡтың һорауҙарҙы алдан ебәреү мөмкинлеге булырға тейешлеген билдәләне.

📌 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ҙа тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтте. Ул яҡынса 4 сәғәт дауам итте, Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап бирҙе.

Иң күп күтәрелгән темалар араһында юлдарҙы ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығын үҫтереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр булды.
Просмотры: 1 210
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🥳 Конкурс тамам, еңеүсене ихлас ҡотлайбыҙ!

🎁 Салауат дәүләт драма театрының "Йәшәгән, ти ... " спектакленә саҡырыу ҡағыҙы отоусы:

1) Салих

Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.

➔ Конкурс барышы менән танышырға: TrueGift
Просмотры: 1 240
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🏒 Григорий Панин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы капитаны Григорий Панинға КХЛ-дағы 1000-се матчы уңайынан Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

🏅 Бүләкләү тантанаһы кисә «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барс» командалары осрашыуынан һуң үтте.

Республика етәксеһе хоккейсының спорт үҫешенә индергән өлөшөн, үҙ эшенә тоғролоғон, хәйриә эшмәкәрлеген һәм ысын команда лидеры булыуын юғары баһаланы.
Просмотры: 1 270
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🍂 Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулдары башланды!

Рәсәйҙә уҡыусыларҙы туғыҙ көнлөк ял көтә. Көҙгө каникулдар 3 ноябргә тиклем дауам итә.

Ә 4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнгәнгә, был көн дә ял буласаҡ.

📚 Уҡыусыларға күңелле һәм файҙалы каникулдар теләйбеҙ!
Просмотры: 1 316
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🦫 Ҡондоҙҙар Белоретты һыуһыҙ ҡалдыра яҙған

Ҡондоҙҙар Ҡатай һыу алыу ҡоролмаһы янында өс ағасты кимереп ауҙарған. Ағастар электр линияһына ҡолаған, һөҙөмтәлә өс насостың икәүһе сафтан сыҡҡан.

🔧 Ремонт бригадалары авария эҙемтәләрен бөтөргән. Әлеге ваҡытта һыу менән тәьмин итеү системаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй.
Просмотры: 1 542
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле иртә! ☀️🍁

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Һауа температураһы республикала +10, +12; Өфөлә +8, +13 градус йылы.
Просмотры: 1 687
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти