🦫 Ҡондоҙҙар Белоретты һыуһыҙ ҡалдыра яҙған
Ҡондоҙҙар Ҡатай һыу алыу ҡоролмаһы янында өс ағасты кимереп ауҙарған. Ағастар электр линияһына ҡолаған, һөҙөмтәлә өс насостың икәүһе сафтан сыҡҡан.
🔧 Ремонт бригадалары авария эҙемтәләрен бөтөргән. Әлеге ваҡытта һыу менән тәьмин итеү системаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй.