Открытый канал ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Йыр-моң, яҡты өмөт һәм берҙәмлек...

Сибайҙағы концерт ябай ғына тамаша түгел, ә ысын мәғәнәһендә рухты күтәреү кисәһенә әйләнде.

Концерт килеменең бер өлөшө МХО яугирҙарына оҙатыла. Дөрөҫөрәге, госпиталдәрҙә дауаланған егеттәребеҙгә медикаменттар һатып алып ебәрәсәкбеҙ.

Был изге эшкә Сибай институты коллективы ла ихлас ҡушылды. Улар яугирҙарға тип әҙерләгән татлы ризыҡтарҙы «Юлдаш» радиоһының «Журналист–ирекмәндәр» төркөмөнә тапшырҙы.

Берҙәмлектә — көс! Үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә, беҙҙең тоғро тамашасыларыбыҙға рәхмәт!

Сибайҙар, кемдәр беҙҙең менән булды? Тәьҫораттарығыҙ менән комментарийҙа бүлешегеҙ әле.
Просмотры: 693
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📲 Бөгөн Рәсәйҙә реклама хеҙмәткәрҙәре көнө.

Реклама биреүселәрҙе, маркетологтарҙы һәм пиар оҫталарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!💥 Уңыштар, еңеүҙәр һәм күүүүүп итеп аҡса эшләүҙәрен теләйбеҙ. 😇

Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы ниндәй реклама йәлеп итә?

❗ "Юлдаш"ҡа реклама бирергә теләүселәр өсөн телефон:
☎ 8 (347) 262-88-08.

Шулай уҡ радионың социаль селтәрҙәрендә үҙ рекламаларын күрергә теләүселәр, рәхим итегеҙ ✅

Рекламный пост

Просмотры: 738
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Яңы көн менән!☀️🍁

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Ел төньяҡтан, талғын.

Һауа температураһы республикала +9, +14; Өфөлә +6, +9 градус йылы.

Алдағы көндәрҙә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй
Просмотры: 1 197
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
Йырҙарҙың йырлайыҡ матурын
Еңеүгә илткәндәрен.
Вәғәҙә биреп көткәндәрҙең,
Күҙ йәше һөрткәндәрҙең.

Тормошобоҙ мәңгелеккә
Ҡояштай балҡып торһон.
Ил тыныслығын һаҡлаусы
Һалдаттар иҫән булһын!!!

Йола буйынса һәр осрашыуҙы ошо йыр менән тамамлайбыҙ. Донъялар тыныслығында һәм именлегендә тағы ла күрешергә, осрашырға насип булһын.

Рәхмәт, Сибай! Рәхмәт һеҙгә, тоғро тамашасыларыбыҙ!
Просмотры: 1 331
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
"Йәшәмәгеҙ һөймәгәндәр менән" тип йырлаусы Рәил Өмөтбаев

Йырсы үҙе лә был хаҡта матур итеп әйтте: «Һөйөлөп йәшәүҙән тормош йәмле!»

Мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу ғына йәшәүгә мәғәнә, күңелгә ҡанат бирә. Килешәһегеҙме, дуҫтар?!
Просмотры: 1 395
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
Һеҙ яратҡан йыр!

"Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр" "Юлдаш" радиоһында тыңлаусылар тарафынан йыш һораған йырҙарҙың береһе.

Уны Башҡортостандың халыҡ артистары Резидә Әминева менән Фәрүәз Урманшин башҡара. Ирек Галин һүҙҙәре, Нурия Абдуллина көйө.

Әйткәндәй, уларҙың ижади дуэты “Юлдаш” радиоһында барлыҡҡа килгән.
Просмотры: 1 403
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
Премьера!

Гөлсөм Бикбулатова тамашасыларға «Мин ҡайтырмын» исемле яңы йырын тәҡдим итте.

Йыр Гөлсөмдөң яу яланында һәләк булған батыр яугир ҡустыһы — Альберт Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Йырҙы Альберт ҡустыһы менән бергә сәхнәлә дуэт итеп йырларға хыялланған. Әммә аяуһыҙ яҙмыш һәм һуғыш үҙенекен итә — был матур теләккә тормошҡа ашырға яҙмай... Бөгөн был йыр апай кешенең ҡустыһына булған өҙөлмәҫ мөхәббәте, тәрән һағышы һәм мәңгелек хәтере булып яңғыраны.

Тамашасылар күҙ йәштәрен йәшерә алманы... Батыр егеттәребеҙҙең яҡты иҫтәлеге мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр!
Просмотры: 1 423
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
Тыуған яҡ, ғәзиз тупраҡ, ата-әсәй нигеҙе...

Был һүҙҙәр һәр кемдең йөрәгендә иң йылы хистәр уята. Һағынып, ашҡынып ҡайтыр нигеҙҙәребеҙ бер ваҡытта ла һалҡын булмаһын!

Сәхнәлә — йырсы Сәйет Билалов.
Уның башҡарыуындағы «Ҡайтам әле тыуған яғыма» йыры менән тамашабыҙҙың икенсе өлөшө башланып китте.
Просмотры: 1 419
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти