Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

🌿 Бөгөн – Халыҡ-ара өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө! ❤️

Был күркәм байрам донъяның 30-ҙан ашыу илендә билдәләнә.

Өләсәй менән олатай – һәр ғаиләнең ҡәҙерле кешеләре. Уларҙың йылы ҡосағы, тәмле күстәнәстәре, фәһемле кәңәштәре һәм сикһеҙ һөйөүе бала саҡтың иң матур хәтирәләре булып һаҡлана.

Бөгөн уларға шылтыратып, хәлдәрен белешеп, йылы һүҙҙәр әйтергә онотмағыҙ!

💚 Ә һеҙҙең өләсәйегеҙ йәки олатайығыҙ менән бәйле иң йылы бала саҡ хәтирәгеҙ ниндәй?
Просмотры: 225
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
✅ Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй Энергетика форумы башлана. Шулай уҡ “Урал энегетикаһы” һәм “Электр техникаһы. Кабель” тигән күргәҙмәләр асыла. Конгреста Рәсәй төбәктәре, сит илдән вәкилдәр ҡатнаша.

✅ Башҡортостанда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар берлеге форумы үтә. “Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы” тигән йыйын Иглиндә ойошторола.

✅ Бөгөн Башҡортостан Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре менән осрашыу үтә. Ул Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында була.
Просмотры: 508
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле иртә! ☀️🍁

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, талғын.

Һауа температураһы республикала +10, +15; Өфөлә +7, +8 градус йылы.
Просмотры: 879
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🎙️ 28 октябрь иртәһендә "Теге өсәү"ҙә ҡунаҡта "Ай Йола" төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов.

Ә һеҙҙең уға һорауҙарығыҙ, әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы? Яҙығыҙ ⤵️

Уларҙы ошо яҙма аҫтына комментарийҙа йәки МАХ ҡушымтаһында 8-937-167-54-66 номерына яҙырға мөмкин.
Просмотры: 1 384
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🚛 Башҡортостан яугирҙәренә 190-сы гуманитар ылау барып етте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Махсус хәрби операция биләмәһенә 190-сы гуманитар ылау килде. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итә.

Яугирҙәр өсөн адреслы ярҙам йыйыуҙа республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе, ҡала һәм район хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған халыҡ ҡатнашҡан.

🇷🇺 Берҙәмлектә — беҙҙең көс!
Просмотры: 1 243
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности

Репост из «Радий Хабиров»

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй) Совсем недавно этот проект казался нереализуемым. А теперь мы близки к его завершению. Я думаю, многие жители республики уже заметили это.

Я говорю о расширении участка Р-240 от Стерлитамака. Его протяженность – почти 23 км. Он очень загруженный, а потому довольно опасный.

Главная задача – снизить аварийность и сделать дорогу максимально комфортной. Для этого мы увеличиваем число полос с 2 до 4, организуем безопасные левые развороты, устанавливаем барьерное ограждение, светофоры, фонари, оборудуем тротуары.

Сдать обновленный участок трассы планируем уже до конца этого года. Осталось совсем немного.

Всем удачи и безопасных дорог!
Просмотры: 1 349
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
❗️ТАУЫШ БИРЕГЕҘ!

«Атайсалға изге эштәр» конкурсының финалы башланды. https://m.vk.ru/app7198399_-0#poll6ae081dccc22b8aa259809ab

Еңеүсе ауыл 3 ноябрь “Теге өсәү” тапшырыуында иғлан ителә.

Бүләккә "Юлдаш” радиоһы шәп тамаша әҙерләй. Концерттан йыйылған аҡса ошо биләмәне төҙөкләндереүгә тапшырыла.

Уңыштар теләйбеҙ!
Просмотры: 4 302
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🏆 «Создатели» — Башҡортостандың креатив индустриялар өлкәһендәге төп республика премияһы.

Ул 2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

«Беҙ йыл һайын иң яҡшы ижадсыларҙы билдәләргә теләйбеҙ. Был матур йолаға әйләнер, тип ышанам», — тип белдерҙе Республика Башлығы.

Тәүге премияға 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, ә бүләкләү тантанаһында 700-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашҡан.

✨ Быйылғы еңеүселәр 3 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы — Евразия» форумы барышында асыҡлана.
Просмотры: 1 253
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🎙️ 27 октябрь — Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө!

Тауыштар ҙа тарихты һаҡлай. Улар аша беҙ халҡыбыҙҙың үткәнен, мәҙәниәтен, йыр-моңдарын һәм туған телебеҙҙең матурлығын киләсәк быуындарға еткерәбеҙ.

📻 «Юлдаш» радиоһы башҡорт халҡының аудиомираҫын һаҡлауға һәм байытыуға ҙур өлөш индерә.

Эфирҙа яңғыраған халыҡ йырҙары, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләр, тарихи һәм мәҙәни тапшырыуҙар — барыһы ла ҡиммәтле рухи мираҫыбыҙҙың бер өлөшө.
Просмотры: 1 253
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү өсөн тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа… — видео, канал «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» ▶ видео
📚 Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү өсөн тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа килде

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты эргәһендәге вәкиллегендә «Тел асҡысы» һөйләшеү клубының тәүге дәресе үтте.

Осрашыуға Башҡорт телен өйрәнергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше йыйылды.

Клубтың етәксеһе һәм дәрестәрҙе алып барыусы — филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсина.

«Тел асҡысы» клубы Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Просмотры: 1 515
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти