🌿 Бөгөн – Халыҡ-ара өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө! ❤️
Был күркәм байрам донъяның 30-ҙан ашыу илендә билдәләнә.
Өләсәй менән олатай – һәр ғаиләнең ҡәҙерле кешеләре. Уларҙың йылы ҡосағы, тәмле күстәнәстәре, фәһемле кәңәштәре һәм сикһеҙ һөйөүе бала саҡтың иң матур хәтирәләре булып һаҡлана.
Бөгөн уларға шылтыратып, хәлдәрен белешеп, йылы һүҙҙәр әйтергә онотмағыҙ!
💚 Ә һеҙҙең өләсәйегеҙ йәки олатайығыҙ менән бәйле иң йылы бала саҡ хәтирәгеҙ ниндәй?