Открытый канал ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

▶ видео
Беләһегеҙме?

Табанға массаж йоҡлар алдынан ҡулай.

✅ ҡан әйләнеше яҡшыра
✅ аяҡ ауыртыуы баҫыла
✅ ҡан тамырҙары сәләмәтлеге яҡшыра
✅ аяҡ шеле (отек) кәмей
✅ тыныс йоҡларға булышлыҡ итә
✅ нервы системаһы нығына
Просмотры: 858
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
📺Беҙҙең Хәбәрсе телевидениела булып ҡайтты.

Уның БСТ телеканалының "Бәхет иле" тапшырыуында булған мажараларын тиҙҙән тәҡдим итербеҙ.

💭Ә "Юлдаш"тың иң шәп 3-сө кешеһе кем тип уйлайһығыҙ? Комментарийҙа яҙығыҙ ⤵️
Просмотры: 1 150
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
"Малыха" яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлай

Дәүләкән районынан «Малыха» ҡушаматлы яугир ҡыҙыбыҙ дүртенсе тапҡыр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ир-егеттәр менән бер рәттән ил мәнфәғәттәрен яҡлап, фиҙаҡәр хеҙмәт алып бара.
"Был ҡарар, махсус операцияға китеү, миңә еңел бирелмәне, — ти ул. — Әммә мин ысын күңелдән яугирҙәребеҙгә һәм Ватаныбыҙға ярҙам итергә теләнем".

Әлеге ваҡытта «Малыха» медицина ротаһында хеҙмәт итә, унда ут эсенән яралыларҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. Уның ҡаһарманлығы юғары баһаланды — яҡташыбыҙ бер юлы бер нисә лайыҡлы наградаға эйә: «Курск өлкәһен азат иткән өсөн» миҙалы; II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы; «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы.

Ҡыйыу яҡташыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, көс-ҡеүәт һәм тыуған яҡтарына имен-һау еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Сығанаҡ: «Асылыкүл-Балҡантау» гәзите.
Просмотры: 1 260
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Рәсәйҙә танытмаһыҙ машина йөрөтөүселәргә яза ҡәтғиләшә.

Хөкүмәт комиссияһы документ алмаған йәки ғәмәлдән сыҡҡаны менән ҡулланған водителдәргә бәйле закон проектын хуплаған. Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн бөгөн 15 мең һумға тиклем штраф ҡарала. Депутаттар уны 50 меңгә еткерергә тәҡдим итә.
Просмотры: 1 203
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Өфө режиссерының эше Гран-при яуланы.

Ҡазанда “Ҡанатлы барыҫ” халыҡ-ара кинофестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара финалында конкурс эштәре күрһәтелде, режиссерҙар менән осрашыу үтте, бүләктәр тапшырылды.

“Патриотик фильм” номинацияһында “Зәйтүнә. Ҡайтарылған исемдәр” фильмы өсөн Өфөнән Айгөл Усманова Гран-приға лайыҡ булды.

Картина Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Зәйтүнә Әлбаеваның батырлығына арнала. 20 йәшлек ҡыҙ бер үҙе фашистарға ҡаршы тора. Уның “Хушығыҙ, ҡыҙҙар, Тыуған ил өсөн үләм” тигән һүҙҙәре ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ символына әйләнә.

Быйыл “Ҡанатлы барыҫ” фестиваленә 550-нән ашыу ғариза тапшырылған. Еңеүселәр 11 номинацияла асыҡланған.
Просмотры: 1 207
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Республикала үткән тәүлектә 9 урында ҡоро үлән янған.

Бындай осраҡтар Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Күмертау ҡалаһында теркәлгән. Баймаҡта өс осраҡ булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, 8 урында ут һүндерелгән. Башҡортостанда юғары янғын хәүефе һаҡлана. Белгестәр халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра.
Просмотры: 1 230
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
“Батырҙар ташы” фильмы бүләкләнде.

Майкопта Халыҡ-ара кино фестивале үтте. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” студияһында төшөрөлгән картина “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында наградаға лайыҡ булды. Ул киноның режиссеры Роман Пожидаевҡа тапшырылды.

Мистик комедия Өфөлә һәм Белорет районында төшөрөлгән. 2025 йылдың ноябрендә картина ҙур экрандарға сыҡты. Бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә уны 13 мең самаһы кеше ҡараған.
Просмотры: 1 302
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Үзбәкстанда.

Рәсми делегацияны Радий Хәбиров етәкләй. Республика Башлығы Сәмәрҡәнд өлкәһендә төҙөлөш материалдары сығарған завод менән танышты. Компания Lasselsberger Group халыҡ-ара холдингына инә. Бер майҙансығы Әбйәлил районында урынлашҡан. Аҡ цемент етештереү предприятиеһы 2021 йылдың 6 авгусында асылды.

Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. “Беҙ компанияны ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер менән Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ҡоро ҡатнашмалар, буяуҙар һәм башҡа продукция етештергән тағы ла бер заводҡа нигеҙ һалыу тураһында һөйләшәбеҙ. Сәмәрҡәнд – Үзбәкстандың туризм ынйыһы. Өфөнән тура авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Халыҡ был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына. Башҡа өлкәләрҙә лә, айырыуса, ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Просмотры: 1 216
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Түбәнге Ҡыйғы мәктәбенә Лиза Әғәҙуллина исеме бирелде.

Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы сығышы менән Ҡыйғы районынан. Ул оҙаҡ йылдар Өфө мәктәптәрендә химия һәм биологиянан уҡытты, республика инженер лицей-интернатында эшләне. Педагог халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпидалары призерҙарының остазы ине.

“Уның бар ғүмере башҡарған хеҙмәтенә һәм балаларға һөйөү менән тулы булды, бик күп һәләтле уҡыусылар тәрбиәләне. Улар төрлө һөнәр эйәләре, иң мөһиме яҡшы кешеләр булып үҫте”, - ти Лиза Ҡыям ҡыҙының коллегалары.
Просмотры: 1 357
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти