Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Үзбәкстанда.

Рәсми делегацияны Радий Хәбиров етәкләй. Республика Башлығы Сәмәрҡәнд өлкәһендә төҙөлөш материалдары сығарған завод менән танышты. Компания Lasselsberger Group халыҡ-ара холдингына инә. Бер майҙансығы Әбйәлил районында урынлашҡан. Аҡ цемент етештереү предприятиеһы 2021 йылдың 6 авгусында асылды.

Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. “Беҙ компанияны ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер менән Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ҡоро ҡатнашмалар, буяуҙар һәм башҡа продукция етештергән тағы ла бер заводҡа нигеҙ һалыу тураһында һөйләшәбеҙ. Сәмәрҡәнд – Үзбәкстандың туризм ынйыһы. Өфөнән тура авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Халыҡ был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына. Башҡа өлкәләрҙә лә, айырыуса, ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Просмотры: 1 216
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти