▶ видео
📚 Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү өсөн тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа килде
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты эргәһендәге вәкиллегендә «Тел асҡысы» һөйләшеү клубының тәүге дәресе үтте.
Осрашыуға Башҡорт телен өйрәнергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше йыйылды.
Клубтың етәксеһе һәм дәрестәрҙе алып барыусы — филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсина.
«Тел асҡысы» клубы Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.