🏒 Григорий Панин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы капитаны Григорий Панинға КХЛ-дағы 1000-се матчы уңайынан Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
🏅 Бүләкләү тантанаһы кисә «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барс» командалары осрашыуынан һуң үтте.
Республика етәксеһе хоккейсының спорт үҫешенә индергән өлөшөн, үҙ эшенә тоғролоғон, хәйриә эшмәкәрлеген һәм ысын команда лидеры булыуын юғары баһаланы.