🌍 Башҡортостан — дуҫлыҡ төйәге!
Республикабыҙҙа 150-нән ашыу милләт вәкиле татыу ғүмер итә. Һәр халыҡтың үҙ теле, мәҙәниәте, милли кейеме һәм быуаттар буйы һаҡланып килгән йолалары бар.
🤝 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан яңы рубрика башлайбыҙ.
Көн һайын Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар менән яҡындан танышырбыҙ, уларҙың милли кейеме, теле һәм ҡыҙыҡлы йолаһы тураһында һөйләрбеҙ.
#дуҫлыҡменәнкөслөбөҙ