📑 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр:
✅ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
✅ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте филиалының Туймазы нефть үткәргес идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Ринат Изикаевҡа «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.
✅ Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәрен тамамланы. Һуғып алынған уңыштың дөйөм күләме – 3,4 млн тонна.
✅ Башҡортостанда 2026 йылдың аҙағына тиклем өс яңы мәктәпте сафҡа индерергә планлаштыралар
Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.