Открытый канал ID 69024528080954

Беҙҙең Башҡортостан

Башҡортостан яңылыҡтары

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Мин элек ауылда йәшәнем, фермала быҙауҙар ҡараным. Иртәнге дүрттәрҙә эшкә сығып китергә тура килә ине. Төнөн йөрөргә килһә лә, бер ниндәй өркөү, ҡурҡыу һиҙмәнем. Әммә минең менән булған бер ваҡиға мине ҡурҡыуға һалды.

Бер ваҡыт минең менән эшләүсе ҡатын ауырып ҡайтып китте. Ни тиклем бергә эшләп тә, бер ҡасан уның ауырығанын күргәнем юҡ ине. Ул гел етеҙ булды. Кешеләр уның тураһында: "Уға ендәре ярҙам итә", - ти ине. Тик  бына был юлы әллә нимә булды.

Шул сәйер ваҡиға булаһы көндө мин иртә менән эшкә барғанда уның хәл-әхүәлен белеү өсөн өйөнә һуғылып сығарға булдым. “Фирая!"– тип өндәшеүемә ул әкрен ғына башын тотоп соланға сыҡты. “Мин бара алмайым инде, үҙең генә эшләй алырһыңмы икән?"– тине. Шулай итеп, үҙем генә киттем.

Ферма эсеңдә бер кеше лә юҡ, ҡайһы бер быҙауҙарҙың мөңрәп ҡуйыуҙары ғына ишетелә. Мин, халатымды кейеп сығарға тип, сисенеү бүлмәһенә үттем. Кире сыҡһам, ни күрәм - Фирая кейенгән, бер ни булмағандай, быҙауҙарға аҙыҡ һалып йөрөй. Өйҙә ҡалды ла баһа!

"Ниңә килдең инде,   ауырыйһың бит, үҙем эшләр инем", - тигәнемә лә бер һүҙ өндәшмәне, әллә ниндәй һалҡын ҡараш ташланы ла, ферманың арғы башына китте. Сырайы ап-аҡ ине. Эшемде бөтөрҙөм дә, кейенергә кереп киттем. Мин сыҡҡанда Фирая юҡ инде иде.

Эштән ҡайтып килгәндә ҡаршыма Фираяның ире осраны. “Фирая ферманан ҡайтып еттеме әле?"– тип һорауыма ул миңә аптырап ҡарап торҙо.

"Уны сәғәт бишенсе яртыла уҡ "Ашығыс ярҙам"' машинаһы https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-11-27/enle-atyn-4027044
Просмотры: 4
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Мәрфуға апай теге донъяла булып ҡайтты

Мин Мәрфуға апайҙың ҡаты ауырығанын, хәле бик насар булғанын ишеткәйнем. Шөкөр, ауырлыҡ менән булһа ла, аяғына баҫҡан икән. Ә ул беҙгә әрүахтар донъяһынан сәләм дә килтергән булып сыҡты. Беҙ белмәгән нәмәләрҙе һөйләне: https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-10-23/m-rfu-a-apay-tege-don-yala-bulyp-aytty-4853954
Просмотры: 11
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Баш әйләндерерлек осрашыуҙар июндә экзамендар бөткәнсе дауам итте, шунан ул үҙҙәре яғына каникулға ҡайтып китте. Ныҡ әҫәрләнгән мин йәй буйы шылтыратыу көттөм, һөйгәнемдән остоҡ та хәбәр булмағас, йөрәк урынынан ҡупты, күңелде, бәлки, ул минең менән ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөгәндер, тигән шик өттө.

Йәй үтте, студенттар тағы уҡырға йыйылды. Низам да килде, бер ни булмағандай осрашыуға саҡырҙы, ҡулдарында - ҡып -ҡыҙыл рауза сәскәләре. Бар булған икеләнеүем, шөбһә-үпкәм уны күргәс тә һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/yaratam-k-r-almayym-4852958
Просмотры: 9
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
... Өс йылға тип айырылышҡайныҡ, ғүмерлеккә булған икән. Теүәл өс йылдан, хеҙмәтен тултырып, әйләнеп ҡайтты Зөлфиҡәр. Күкрәге киң, кәүҙәһе ҡупшы. Матрос кейеме килешеп тора үҙенә. Муйынына барып аҫылыныр, күкрәгенә һыйыныр, диңгеҙҙә елһегән битен, маңлайын, ирендәрен бер кемдән тартынып тормай, «барыһы ла минеке!» тип үбер инем... Йәнем-тәнем шуны теләй, йөрәгем талпына. Тик быға хаҡым юҡ. Хушлашҡанда биргән вәғәҙәмде тота алманым, үҙемде үҙем күрешеү, ҡауышыу бәхетенән мәхрүм иттем. Хәҙер мин Харрастың ҡатыны. Зөлфиҡәр миңә ҡәйнеш, мин – еңгә...

Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-21/yu-yndarym-anmay-t-m-inde-hik-y-shakir-yanbaev-4818363
Просмотры: 8
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ауылдан ире менән Өфөгә онкология диспансерына килә лә... юғала

19 октябрҙә 65 йәшлек Ғәлиә Искәндәрова Өфөгә дауаханаға килә. Һәм онкология диспансерынан юҡҡа сыға. Бөтә республиканан ауыр сирлеләрҙе ҡабул иткән дауаханала уға нимә була? Ҡатын ҡайҙа китә?.. Шул уҡ көндө эҙләй башлап, камералар буйынса күҙәтһәләр ҙә, таңғы сәғәт 5-кәсә тырышһалар ҙа, ул табылмай... Был турала тулыраҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/auyldan-ire-men-n-f-g-onkologiya-dispanseryna-kil-l-yu-ala-4853850
Просмотры: 8
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
НӘФСЕ: аҡса өсөн әсәй үҙенең ҡыҙын урлаған

43 йәшлек ҡатын таныш ир ярҙамында үҙенең ҡыҙын тотоп ала ла уны көслөк менән Федоровка районына алып китәләр. Унда шәхси йортта бикләп... Дауамы: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/n-fse-a-sa-s-n-s-y-ene-y-yn-urla-an-4853547
Просмотры: 9
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Әбйәлил йондоҙҙары

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда 1980 йылдар башында «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле ойошторола. Бөтә республикаға танылған ижади коллектив халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау, таратыу буйынса ҙур эш башҡара. Ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙары, бәйеттәр, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар башҡарып, халыҡ йолаларына арналған театрлаштырылған тамашалар менән төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай. 1990 йылда төркөм «Халыҡ ансамбле» исемен ала.

Сайтта:
https://vatandash.ru/articles/folklor/2026-03-23/by-lil-yondo-ary-4628078
Просмотры: 10
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Мине ирем 31 декабрь киске сәғәт туғыҙҙа ташлап китте. Туғандар йыйылған ине, улыбыҙ каникулға ҡайтҡан ине. Алдан һөйләшкәйнек бар күмәкләшеп байрам ҡаршылайбыҙ тип. Туғандар йыйылып бөттө. Ирем юҡ та юҡ. Туғыҙҙа килеп инде, яңғыҙы түгел. Йәш кенә Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙҙы ҡосаҡлап. Икеһе лә иҫерек. “Бисәкәй, бөгөндән һин миңә бисәкәй түгел. Бөгөн барыһы алдында әйтеп сыҡмаһам, һаман һине түҙеп йәшәргә тура киләсәк. Бына минең мөхәббәтем. Ә һине мин бер ҡасан да яратманым!”

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/k-r-alma-an-bayram-4853063
Просмотры: 10
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Үҙем дә һиҙмәҫтән күңелдә көнләшеү тойғоһо ярала, мосолман ҡыҙҙары нилектән улай аталарына уғата ылығыусан икән, тип аптырайым. Ә бына ҡатынынан ысынлап көнләшәм. Ул бер ҡасан да эшләмәгән икән, иренә эйәреп гарнизондар буйлап йөрөгән. Хәҙер ҡалала йәшәй, ниндәйҙер сир менән яфалана. Хәйер, етди ауырыуы юҡтыр тип тә уйлайым, уға, моғайын да, бәлә һалыу, яҡшы ирҙең хәстәрен күреү оҡшайҙыр. Уф, был уҫал, хаҡһыҙ-урынһыҙ көнләшеү! Ул ҡатынды бөтөнләй белмәйем дәһә, бәлки, тормошта бәхетһеҙҙер ҙә... Барыбер уға асыуым килә. Ниңәлер, нилектәндер. Ғәҙел булайымсы, асыуым шунан: мин тип Ильяс Фәритович үҙенең ауырыу ҡатынын бер ҡасан да ташламаясаҡ. Ундай аҙым яһар өсөн ул үтә тәртипле, намыҫлы, яуаплы. Әммә һөйәр була алыр ине. Тик ундай роль миңә кәрәкме? Юҡ, ул тотошлайы менән тик минеке булһын, булмаһа – бөтөнләй кәрәкмәй.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/ya-y-in-b-re-4852888
Просмотры: 9
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Рәлис дуҫым Ураҙғолов менән бер йылы минең тыуған ауылым Яҡутҡа сәфәр тоттоҡ. Рәлис үҙенең биш йәшлек Юлай улын да эйәртеп алды. Әйткәндәй, дуҫым хәләле Нурия менән бер ҡыҙ, дүрт малайға ғүмер бүләк иткән кеше. Балалары барыһы ла бер - береһенә оҡшап матурҙар. Әйтерһең дә алтын бөртөктәре.

Юл ыңғайында Күгәрсен районының Түләбәй ауылына ла һуғылдыҡ. Сөнки унда Рәлис дуҫымдың яҙғандарын ихтирам итеүсе "Йәшлек" уҡыусылары Гөлшат апай менән Фәрит ағай (фотола уңда) Псәнчиндар йәшәй ине. Фәрит ағай хәҙер байтаҡтан мәрхүм инде. Шәп кеше ине.

Беҙ барып төшөүгә, Фәрит ағай һарайҙан һарығын һөйрәп сығарып, беҙгә эш тә ҡушты. "Һеҙҙең өсөн һимерткәйнем ошо малды, салығыҙ, егеттәр!" - тине ул, шатланып. Үҙе мунса яғырға тотондо.
Билдәле инде, мунсанан һуң табаҡ тултырып һимеҙ һарыҡ ите, борҫлап торған хуш еҫле һурпа янына шырпы һыҙһаң, дөрләп янып китергә торған һый ҙа сығып ҡунаҡланы.

Ноябрь төнөн йырлашып үткәреп, иртәгәһенә генә барып еттек минең ауылға. Унда ла һуғым осорона тура килдек. Шуныһы ла мөһим – Яҡут ул ваҡытта "Айыҡ ауыл" статусы алмағайны әле.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы тигәндәй, һуғымдан - һуғымға йөрөп, ярайһы ғына бәлйерәгәнбеҙ, иртәнге биштәр тирәһендә беҙҙе Рәкит класташ килеп уятты. Мораптал ауылында йәшәгән участка дауаханаһының баш табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Рәжәп Юлбарисовтың өйөндә тапты ул беҙҙе.

Таң атмаған әле тип торманы, йорт хужабикәһе Зәкиә апай табын ҡороп ебәрҙе. Ултырабыҙ сәйләп, аҙ ғына мәйләп. Бер аҙ ултырғас, Рәлис дуҫым һүҙгә килде.

–Зәкиә апай, минең малай ҡайһы бүлмәлә йоҡлай икән?
–Бәләкәй бүлмгә һалғайным инде мин уны. Төнө буйы футбол ҡарап ултырғайны, әле яңыраҡ йоҡлап китте, шикелле, - тине Зәкиә апай.
–Футбол ҡарамай торғайнысы ул. Ҡана, өҫтөнә ябып сығайым әле. - Рәлис бүлмәгә кереп китте.
Бер аҙҙан дуҫым яңынан килеп сыҡты.
–Унда беҙҙең редакцияның водителе Асҡар ғына йоҡлап ята, минең малай юҡ ул.
–Бәй, нисек юҡ? - Рәжәп ағай менән Зәкиә апай аптырауға ҡалдылар. - Һеҙ ни өсәү килгәйнегеҙ инде беҙгә.
–Рәлистең биш йәшлек улы бар ине бит, - тип, мин дә шөбһәләнә төштөм.
–Юуууууҡ, һеҙ өсәү килдегеҙ. Бәләкәй бала булманы. - Зәкиә апай бөтөнләй ғәжәпкә ҡалды: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-11-12/y-shlek-t-ge-y-shlek-shu-ly-tary-3517075?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Просмотры: 10
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Беҙҙең Башҡортостан» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти