Үҙем дә һиҙмәҫтән күңелдә көнләшеү тойғоһо ярала, мосолман ҡыҙҙары нилектән улай аталарына уғата ылығыусан икән, тип аптырайым. Ә бына ҡатынынан ысынлап көнләшәм. Ул бер ҡасан да эшләмәгән икән, иренә эйәреп гарнизондар буйлап йөрөгән. Хәҙер ҡалала йәшәй, ниндәйҙер сир менән яфалана. Хәйер, етди ауырыуы юҡтыр тип тә уйлайым, уға, моғайын да, бәлә һалыу, яҡшы ирҙең хәстәрен күреү оҡшайҙыр. Уф, был уҫал, хаҡһыҙ-урынһыҙ көнләшеү! Ул ҡатынды бөтөнләй белмәйем дәһә, бәлки, тормошта бәхетһеҙҙер ҙә... Барыбер уға асыуым килә. Ниңәлер, нилектәндер. Ғәҙел булайымсы, асыуым шунан: мин тип Ильяс Фәритович үҙенең ауырыу ҡатынын бер ҡасан да ташламаясаҡ. Ундай аҙым яһар өсөн ул үтә тәртипле, намыҫлы, яуаплы. Әммә һөйәр була алыр ине. Тик ундай роль миңә кәрәкме? Юҡ, ул тотошлайы менән тик минеке булһын, булмаһа – бөтөнләй кәрәкмәй.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/ya-y-in-b-re-4852888
Просмотры: 10
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти