https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-19/garmun-mo-o-4847845
Дашборд
14 октября — 20 октября 2026
Загрузка…
Главные числа
Рост аудитории
+2подписчиков за период
+1 самый большой прирост · 16 окт 2026
Индекс качества
Индекс качества пока не рассчитан. Он появляется у каналов от 500 подписчиков, которые публикуют посты хотя бы раз в неделю, после недели наблюдения.
Просмотры и охват
1 411просмотров за период 14,0 %
Средний охват поста — 13 просмотров (посты старше двух суток).
Вовлечённость подписчиков
0,28 %ER = реакции ÷ просмотры0,0 п. п.
Индекс цитируемости
Индекс цитируемости пока не рассчитан: он появится после ночного расчёта, когда канал упомянут другие каналы.
Когда и сколько публикует
Форматы публикаций
Каждый пост — точка
Выше — больше просмотров, крупнее — больше реакций. Нажмите на точку, чтобы открыть пост.
Итоги периода
Нажмите на показатель — ниже он появится по точкам периода
Реклама в канале
Лучшие публикации
По просмотрам за период
Публикации по дням
Бледные столбики — дни, линия — среднее за 7 дней: видно, разгоняется канал или затихает
Данные обновлены в 10:32 по Москве. Просмотры — текущие у постов, вышедших в эти дни; средний охват — по постам старше двух суток. Как считается индекс качества
Публикации за период
Загрузка…
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-19/garmun-mo-o-4847845
Ихатанан сығышлай ике ҡатлы ҙур матур йортто, сәскәгә күмелгән, сүп-сар күҙгә салынмаған баҡсаны, уның арғы өлөшөндә теҙелешеп ултырған дүрт-биш тиҫтәләп умартаны күреп һоҡланып ҡуйҙым. Өйҙөң тышы – ирҙән, эсе – ҡатындан, тиҙәр бит беҙҙең халыҡта. Үтә егәрле ғаилә йәшәйҙер бында.
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-06/huzha-hik-y-marat-minev-4775902
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-19/s-y-k-n-d-ya-mi-4847790
Өшөп, һыуыҡ тейҙергәнегеҙҙе белгән ваҡытта нисек үҙегеҙгә тиҙ ярҙам ойошторорға?
https://dairagazite.ru/articles/common_material/2026-10-19/yuy-tey-4848693
Гора Аулия тау, расположенная в Кугарчинском районе Башкортостана, является святым местом для мусульман. Выявленные там разновременные культовые комплексы и артефакты говорят о том, что гора является частью не только общемусульманской, но и паломнической и туристической культуры Южноуральского региона. В то же время они указывают на ее включение в ритуальную практику новых религиозных движений, психологических практик и т.д.В сентябре 2023 года ученые Института этнологических исследований им. Р.Г.Кузеева провели комплексную археолого-этнографическую экспедицию на территории Кугарчинского района Башкортостана. Статья написана на основе полевых материалов, собранных в ходе этих исследований.
Сайтта:
https://vatandash.ru/articles/etnografiya/2025-03-31/auliya-tau-svyaschennaya-gora-4237828
МӘРӘКӘЛӘШЕҮҘӘР ҺӘМ УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР НАСАРМЫ?
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм фәҡәт кеше көлдөрөү маҡсатында тормошта булмаған теләһә нимәләрҙе уйлап сығарып һөйләүҙе тыйған. Шуға күрә лә, донъя йөҙөндә киң таралған һәр төрлө анекдоттарҙы һөйләп йә маймыл һымаҡ ҡыланып, әҙәм балаһын гел генә көлдөрөп йөрөүҙән тыйылыу кәрәктер ул. Быны, бар юмор ҙа ҡәтғи тыйылған икән, тип аңлау ярамай, әлбиттә. Иманыңа зыян килтермәй, әхлаҡи нормаларҙан сыҡмай, урынын һәм ваҡытын белеп кенә ҡулланғанда, уйынлы-көлкөлө һүҙҙәрҙең зыяны юҡ. Бына шул хаҡта бөгөн һүҙем.
Берәй кешегә бәғзе ваҡыт, ниҙер хаҡында тураһын әйтмәй, йәтеш кенә итеп, һүҙеңде уратып алып барып еткереү зарурлығы була. Бер мәл мәктәптә уҡыған сағымда синыфташтар менән ҡырға сығырға тура килгәйне. Сәхрәлә сәй ҡайнатып эсергә лә ниәтләп, үҙебеҙ менән бер аҙ аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба ла алдыҡ. Сәй эскән мәлдә ҡайһы бер малайҙар сәйнүкте "ҡомған" тип атай башлағас, физика уҡытыусыһы Кинйәғол ағай хәйләле генә йылмайып: "Сәйнүк була ул, егеттәр. Ә ҡомғандың функцияһы - башҡараҡ…" - тип кенә төҙәтеп ебәреүе беҙҙең өсөн мәҙәк булып тойолғайны. Бына шундай уйынлы-ысынлы, артыҡ шаштырылмаған, күңелле лә тип әйтәйек, уратып һөйләшеүҙәр, нимәгәлер ишаралау, хатта бәғзе ваҡыт төрттөрөү (урыҫса - намекать, подкалывать) тигән ғөрөф-ғәҙәт халҡыбыҙҙа борон-борондан булған. Бихисап донъя мәшәҡәттәренә генә сумып, миләттәштәребеҙ һәр саҡ артыҡ етди ҡиәфәттә генә йөрөгән, тип уйлаһаҡ, әлбиттә, яңылышасаҡбыҙ. Сама белеп, бәғзе мәлдәрҙә еңелсә юмор менән дә булышҡылап алған беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ. Йыш ҡына башҡа яҡтарҙан килен әйттереп йә уларға ҡыҙ биргән ҡоҙалар араһында уйынлы-ысынлы төрттөрөүҙәр хатта ҡыҙыҡ, гүзәл йолаға ла әүерелеп киткеләгән. Халҡыбыҙҙың шаян таҡмаҡтарында ла бының сағылышын күрәбеҙ. "Ҡамыр баҫҡан ҡоҙағыйҙың ҡулы йәбешә микән?.. Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы майһыҙ ҙа бешә икән!.." Шундайыраҡ итеп мәрәкәләшеүҙәрҙе лә адекват ҡабул иткәндәр: "Бейе ҡоҙа, бейе ҡоҙа, бейе, һиңә - бер тауыҡ! Ул да булһа - һауын тыуыҡ: һөтөн эсерһең һауып…" Үпкәләшеү тигән нәмәләр булмаған да тиерлек. Бик һирәк кенә осраҡтарҙан тыш (шаярыуҙы аңламаған кеше лә була бит). Беҙҙең яҡта туйҙа "һыу һатып алыу" тигән йола бар. Тәүге көн ҡыҙ яғы үҙ йортонда ҡоҙаларҙы, йәғни, кейәүҙең туғандарын һыйлай, ә иртәгеһен, шул уҡ йортта, егет яғынан килгән ҡоҙалар ҡыҙҙың туғандарына хөрмәт күрһәтә башлай. Тик башта (иртәнсәк) ситтән килгән ҡоҙалар был ауылдың ҡоҙоғоноң һыуын "һатып алырға" тейеш. Берәй шаяныраҡ ҡоҙа йә ҡоҙаса, ҡулына "касса" тип яҙылған һауыт тотоп, һыу юлына арҡыры төшөп, ҡоҙаларҙы үткәрмәй һаҡта тора. Һыуға барыусылар әлеге "касса"ға күпмелер аҡса һалмайынса, үтеп китә алмай. Урам буйында уйын-көлкө менән күңелле генә итеп һатыулаша-һатыулаша, тинлек-һумлыҡтар төшөрә торғас, һауытта уба-туба аҡса ла йыйылып китә (был аҡса, әлбиттә, һуңынан, тантаналы рәүештә, йәштәргә тапшырыла).
Беҙҙең бер танышыбыҙҙың туйында: "Ул что за һыу һатып бирә торған ғәҙәт ул!.." - тип, башҡа райондан килгән төп ҡоҙа (кейәүҙең атаһы) бер мәл асыуланып та киткән. Әммә был ҡоҙа кешенең ана шундай ҡылығы башҡалар өсөн мәҙәк тойолоп, хатта туйға йәм дә өҫтәп ебәргән, имеш. Юмор аңламаған кеше, ситтән ҡарағанда, үҙе бер "көлкө объекты" ла булып китә… Әлбиттә, туйға килгәндәр ҡоҙаларын тик төрттөргөләп кенә ултырғандар, тип уйлау ҙа ярамай. "Майһыҙ ҡалаҡ ауыҙҙы йырта", тигән әйтем дә йөрөй бит әле. Бер-береңде маҡтап, хуплап ебәреү йолаһы ла, һис һүҙһеҙ, башҡорт туйын оҙата барған. "…Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән, йыуасаһы баллы икән. Ышанмаһаң ашап ҡара, шәкәрҙән дә тәмле икән…" Мәрәкәләшеү, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ғына түгел, ә дуҫ-иштәр араһында ла була торғайны. Элегерәк, мин студент саҡта, медицина институтыны
Показать полностью...
Башҡорт һәм татар халҡының яратҡан йырсыһының был донъяға килеүе ысын мөғжизә була. Әммә яҙмыш ғаиләгә тағы ла ҡаты һынауҙар ебәрә... Йырсы булып танылғандан һуң сәхнәнән китеп, Вәсилә хатта кирбес заводында эшләй. Тағы ла күберәк мәғлүмәт сайтта: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-19/v-sil-f-tt-hova-ata-s-ene-u-y-m-t-bula-4847607
Ауырыу һағалап ҡына тора. Был махсус сәйҙе бешереп эсһәң, ауырыу һине урап үтер.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-19/temperaturany-t-sh-r-4847778
Мин һәр саҡ үҙемдең өләсәйҙәремә, инәйҙәремә, әсәйемә һоҡланып ҡарай торғайным. Уларҙың моңло йырҙарын, боронғо хәл – ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәрен тыңларға яраттым. Ошоға тиклем атайҙар яғынан ғына төҙөлгән шәжәрәләрҙе күргәнем бар ине. Тамыр тамырға тарта, нәҫел нәҫелгә тарта тип, ейәнсәрем Гөлназ менән әсәйем яғынан өләсәйҙәрҙең шәжәрәһен төҙөп ҡараныҡ. Үҙебеҙ өсөн бик күп яңылыҡтар астыҡ, өләсәйҙәр тормошонан фәһемле һабаҡтар алдыҡ.
Өләсәйҙәр бөтәһе лә донъяны яратҡан, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәүсән, көслө рухлы, ғорур кешеләр булып күҙ алдына килеп баҫтылар. Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта көслө була, тиҙәр бит. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәләребеҙ көслө булғанға ла, күп ҡорбандар килтергән дәһшәтле һуғышты ла, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ла еңеп сыҡҡан бит халҡыбыҙ.
Өләсәйҙәрҙең донъяуи белемдәренең тәрән булыуы мине хайран ҡалдырҙы. Үләндәр менән дауалауҙы, халыҡ медицинаһын яҡшы белгәндәр бит улар. Хәҙерге заманда халыҡ ижады әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡарыуҙа кемдәр улар менән тиңләшә алырҙар ине икән?
Ошо көндәргә тиклем боронғо китаптарҙың булыуы, уларҙың һаҡлап тотолоуы өләсәйемдәрҙең ғилемгә ынтылыуҙары, китап яратыуҙары тураһында һөйләй.
Өләсәйҙәр тураһында яҙырҙан алда шулай ҙа ата-бабаларыбыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Һүҙҙе тарихтан башлап ебәрәйек: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-03-08/ya-myshtary-f-em-alyrly-3673913?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…