Открытый канал ID 69024528080954

Беҙҙең Башҡортостан

Башҡортостан яңылыҡтары

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Күк бишмәт – Зәбирҙең әсәһенең ҡушаматы. Ғүмер буйы өҫтөндәге күк бишмәтте һалмай кейгән өсөн беҙ, бала-саға, таҡтыҡ уға был ҡушаматты. Совет осоро боронғо кейем-һалымды – бишмәттәрҙе, таҫмалы күлдәктәрҙе, ҡашмау-селтәрҙәрҙе хатта әбейҙәрҙән һалдырып, һандыҡ төптәренә йәшертһә лә, Зәбирҙең әсәһенән систерә алманы. Олатай менән өләсәйҙең ике бөртөк ҡыҙҙарының береһе – минең әсәйем булһа, икенсеһе Күк бишмәт инәйем ине. Өләсәйем һөйләүенсә, уны ун туғыҙ йәшендә димләп тол иргә кейәүгә бирәләр. Ҡатыны бала тапҡанда үлеп, яңы тыуған сабыйы менән етем ҡалған ирҙең яҙмышы аяныслы: яурындары төшкән, күҙҙәрендә һағыш, ҡайғы, сабыйы өсөн борсолоу ята. Димсе, ирҙе төрлөсә маҡтап, ҡыҙҙы күндерергә тырыша. Ахыры сиктә, ул ризалаша. Тик ярты йылдан һуң ире үлеп, инәйем Зәбир исемле малайҙы күтәреп ҡайтып төшә.

Добавить в предпочтительные источники Google
- Атаһын түгел, баланы йәлләнем. Ул мине көтәлер кеүек булғайны. Сабыйҙы тиҙерәк күргем, ҡосаҡлағым килгәйне, – тип һөйләгән инәйем аҙаҡ. - Зәбирҙе һеҙҙә ҡалдырам. Һауынсы булып эш башлайым. Улымды ҡарар кешем юҡ.
- Кейәүҙең туғандары ни ти һуң? Бала уларҙыҡы бит.
- Юҡ, Зәбир минең – улым, мин – уның әсәһе. Үҫкәс, атаһы нигеҙендә үҙе йәшәр, ивет, улым?
Шулай Зәбир бында тороп ҡалған. Был сос малай тиҙҙән олатай менән өләсәйҙең яратҡан ейәненә әйләнгән. Бер көн иртә менән олатай эшкә китергә ат егә, ә өләсәй тупһала уны оҙата сыҡҡан. Асыҡ ишектә Зәбир күренә. Ул тупһаны бейек ҡойма аша төшкәндәй ах та ух килеп имгәкләп төшкәндә, өләсәйҙең итәгенә йәбешеп тәпәй баҫҡан. Олатай атты тыр ҙа тыр, тип тынысландырып, арҡаһынан һөйөп ҡуйған. Зәбир өләсәйҙең итәгенән ҡулын ысҡындырып, кескәй генә бармағы менән атҡа төртөп күрһәтеп: “ Тур-р, тур-р”, - тип ирендәрен ҡалтыратҡан. Был уның кеше аңлаған тәүге һүҙе һәм тәүге үҙ аллы тәпәй баҫыуы булған. Өләсәй уны күтәреп алып:
- Собханалла, мәшалла, тел асҡысы, алтын тояҡ, камил аҡыл, һаулыҡ бир балама, Хоҙайым, - тип теләктәрен теләп ебәргән. Олатай ҙа:
- Һай, ир-рең, бәрәкалла, берәкалла, тфү-тфү, – тип ҡыуанысын белдәргән. Ул Зәбирҙе күтәреп ат янына алып бара, тәртәгә баҫтыра. Ә малай дуғаға йәбешә, аяғын күтәреп һыбай атланырға маташа. Олатай кеткелдәп көлөп: “Һай, ир-рең! Ыштан кеймәгәнһең бит. Аттың тире әсе була, осаң сейләнер”, – ти. Бына шулай Зәбиргә ат ене ҡағылған. Хәҙер һәр көн иртән, олатай эшкә киткәндә беҙҙе: Зәбирҙе, мине, өләсәйҙе күпергә тиклем ултыртып алып бара ла төшөрөп китә. Шунһыҙ малайҙан тынғы юҡ. Ул ултырғысты ла, ишек тупһаһын да, сыбыҡ-сабыҡты ла ат итеп менеп сапты.
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/k-k-bishm-t-ay-ylyu-h-s-nova-4850251
Просмотры: 3
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, ошолай итеп ҡарағыҙ - https://tamasha-rb.ru/news/common_material/2024-07-15/yort-a-ot-oyou-3849981?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Просмотры: 9
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Һиҫкәндереп тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телефон шылтыраны.Трубкала хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фәриҙәнең тулҡынланған тауышы ишетелде:
-Хәмит ағай, тиҙ генә отделениеға күтәрелегеҙ әле, ауылдан ауырыу ҡатынды килтерҙеләр.
-Кем алып килгән?
-Осраҡлы ылау менән. Күршеләре. Фельдшерға ла күрһәтеп тормағандар. Ихатаһында иҫтән яҙып йығылған,бисара.

- Температураһы бармы?

- Тәне боҙҙай һалҡын.

-Ҡан баҫымы нисек?

- Ныҡ түбән.

-Хәҙер. - Сәғәтемә ҡараным. Йәйге эңер яңы төшһә лә төн уртаһы ауып килә икән дә баһа. « Башлана… Бөгөнгө дежурство тыныс ҡына үтә икән,тиһәм…»
Процедура кабинетына индем.

https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/ofo-ta-y-yondo-ya-ty-y-h-y-r-tapa-ov-hik-y-4850198
Просмотры: 7
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
— ... Ул апайҙың төрмәнән ҡайтҡан улы бар ине, ҙур ағай кеше ине инде. Ә минең егетем бар ине армияға оҙатҡан, иҫләйһеңме? Әй, иҫләмәйем тинең бит әле...
Егетем минән ике йәшкә өлкән ине, арминянан ҡайта торған мәле ине инде. Ауылдаш апай отпускыға ҡайтып китте лә, миңә гөлдәренә һыу һибеп йөрөргә ҡушты. Улы яҡшылап өйҙә тормай ине.
Бер мәл мин уларҙа ванна йыуынып сығып йөрөһәм, улы ҡайтты. Бик күңелле мәле булдымы, шаяртып маташты. Был ағай миңә оҡшай ине. Тик ул өлкән һәм күптән инде үҙ тормошо менән йәшәгән кеше. Был миңә шарап тәҡдим итте, мин үҙемдең ҙур ҡыҙ икәнлегемде иҫбатларға теләпме, эстем. Унан тағы ла берәр бокал эстек һәм...
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-09/ser-4775480
Просмотры: 4
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
– Ялҡытты инде былай фатирҙан фатираға күсенеп йөрөү. Ней йәшәргә мөйөш, ней ғаилә юҡ. – Сираттағыса йәшәр урын тапҡансы тип Рәлиәләрҙә ҡалдырып торған әйберҙәрен тышта көткән такси машинаһына ташый-ташый шулай һөйләнде Сания. – Ярай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. – Эй-й-й, һиңә рәхәт тә ул. Иртәгә ҡайҙа йоҡлармын тип ҡайғырмайһың, эшкә ашыҡмайһың, – тиеүенә Рәлиә йылмайып ҡына ҡуйҙы. Йәнәһе лә: “Декретта ултырғанда үҙеңде күрербеҙ әле…”
Бәләкәй бала илаған тауышҡа ҡапыл йоҡоһонан уянып китте Сания. Башта был тауыш күршеләрҙән сығалыр тип уйлап, бер тына шым ғына ятты. Әммә тауыштың бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ғына урынлашҡан балалар карауатынан сығыуын белгәс, аптырап китте. Етмәһә, эргәһендә бер ир хырлап йоҡлап ятасы?! Янында ғына ултырған һөтлө шешәне теге балаға тотторғас, төш кенәлер тип уйлап, яңынан татлы йоҡоға талды.
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/almashynyu-hik-y-r-zin-z-ynetdinova-4850211
Просмотры: 6
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Йәнифәгә, эштә лә ал бирмәй, үҙешмәкәрлектә лә ихлас ҡатнашып йөрөй тип үҙ предприятиеларының шифаханаһына юллама биргәйнеләр. Бүлмәгә концерттарҙа бергә ҡатнашып йөрөгән Фәнүрә тигән ҡатын менән бергә тура килделәр. Дөрөҫ, уныһы ҡайһы саҡ елбәҙәгерәк булыуы менән күңелен ҡайтарғылаһа ла, алсаҡлығы, бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелмәүе менән эс-бауырыңа инә белә инде. Әллә ни яҡын әхирәттәр булмаһа ла, нисәмә йылдар бер мөхиттә ҡайнап, бер аҙ сер уртаҡлашҡан саҡтары булғылай. Әлдә белгән кеше осраны тип икеһе лә һөйөнөштәләр.
Барып төшкән көнө үк клубҡа инеп, мөдире менән танышып, иртәгеһенә үк ҡуйыласаҡ концерттың репетицияһында һөнәрҙәрен күрһәтеп тә өлгөрҙөләр; программаның төп өлөшөнә исемдәрен, мөдир әйтмешләй, “алтын хәрефтәр менән” теркәп тә ҡуйҙылар. Йәнифәнең әле яңы ғына ишетелә башлаған “Ярангөл” йырын башҡарыуы барыһына ла оҡшап төштө, репетиция һылтауы менән әллә нисә ҡабатлаттылар. Баянсыһы ла шәп – ҡулында һандуғас һайратамы ни! Ниңә үҙешмәкәрлектә әрәм булып йөрөй икән был Айҙар, филармонияға эшкә бармай, тип уйлап ҡуйҙы ҡатын.
Концертҡа ял шарттарын тикшерергә килгән бер профком түрәһе лә һуғылғайны, бик йыр йәнле кеше икән, барыһынан да нығыраҡ шапылдатып ҡул сапты, кәүҙәһенә килешеп торған костюмлы йәш ҡатындан күҙен дә алманы. Йәш тип, ҡырҡта ине инде Йәнифә, әммә тешләһәң һуты сәсрәп китер алма кеүек тулышҡан, янып торған, етлеккән ҡатын матурлығы бөркөлөп торған сағы ине шул, утыҙҙан артыҡ бирерлек тә түгел үҙенә, етмәһә. Сығыштарҙан һуң мөдир уны ситкә генә саҡырып алды ла:
- Хәҙер ана теге оло абзыйҙы оҙата барабыҙ, юлда туҡтағанда йырыңды йырларһың, моңоңдо бик оҡшатты, - тип бышылданы.
Йәнифә бындай хәлгә тәүгегә юлыҡмай, шуға “моң тыңлау” ни менән тамамланыу ихтималын белеп бөткән инде. Етәксе кешене үпкәләтергә, мин-минлегенә тейергә ярамай – шуларға ҡалған көнөң дәһә! - әммә әмәлен табып үҙеңә лә һыуҙан ҡоро сығырға кәрәк. Ғәҙәттә бындай осраҡта ул иптәшкә берәй әхирәтен ала ла, янынан ебәрмәй тота.
Бик булмаһа, һуңғы сиккә йәнә бер ысул ҡала – бала сағында уҡ ҡырҡып ташланылған “һуҡыр эсәк” өйәнәге башлана. Иң мөһиме, етәксе үҙе йәнәһе лә бер ниндәй ундай-бындай уй тотмаған тигән фекер тыуҙырып, осрашыуҙы йомғаҡлап ҡуйыу.
Был юлы ла Йәнифә иптәшкә Фәнүрәне саҡырҙы. Машина янына бергә килеп баҫҡас, ни эшләһендәр, мөдир ҡашын төйһә лә, ҡыуып ебәрә алманы. Баянын күтәреп Айҙар ҙа килеп етте.
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/r-hik-y-4850191
Просмотры: 7
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Нужа һурпаһын етерлек эстем. Балаларым атайлы-әсәйле булып үҫһен тип, барыһына ла түҙҙем.

Мин – алты, апайым һигеҙ йәштә булғанда әсәйебеҙ үлеп китте. Атайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ине. Беҙҙе, ике етемәкте, балалар йортона бирҙеләр. Рәхмәт Хөкүмәткә, урамда ҡалдырманы. Беҙҙе тәрбиәселәр бар эшкә лә өйрәтте: тегергә, сигергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә. Мин бик етеҙ, һәр эште тиҙ отоп ала торғайным, шуға ла яраттылар үҙемде.
Яҙмыш мине үҙемдән 13 йәшкә оло кеше менән бәйләне. Башта төрлө эштә, унан быҙау ҡараусы булып эшләнем. Ҡәйнәм уҫал да, һаран да ине. Иртәнсәк таңғы дүрттә сәй ҙә эсмәйенсә эшкә китәм, 11-ҙә ҡайтам. Самауырҙы ҡағып, түңкәреп һалып ҡуйыр ине, шәкәрҙе гел бикләп тотто. Кискелеккә бер тәрилкә һөтлө ыумас. Тәүге балама йөклөмөн, тамағым туймай. “Их, тағы бер тәрилкә генә аш ашарға ине”, - тип уйлайым, тик ҡайҙа ул улайтып һорау?!
Беренсе балабыҙ – ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Хәҙерге шикелле йыллап өйҙә ултырыу юҡ ул заманда. Ҡәйнәм баланы алып ҡалмай. Сабыйымды юрғанға төрөп, санаға һалам да фермаға алып барам, ул шул санаһында йоҡлай.
Ҡәйнәнең теле бигерәк яман булды, иттең һөйәген бирә лә: “Тешең бар, кимерерһең” тиһә, ғәрлегемдән илап ебәрерҙәй булам. Тик уларҙың алдында тешемде ҡыҫып түҙәм, уның ҡарауы төндә мендәргә ҡапланып илайым...
Ҡыҙыма өс йәш тигәндә, тағы ауырға ҡалдым. Ашауҙың рәте лә, ял да, йоҡо ла юҡ. Кейәүгә сыҡҡанда 60 килограмм инем, 40-ҡа ҡалдым. Бер мәл шулай фермала башым әйләнеп, иҫһеҙ ҡолағанмын. Бригадир дауаханаға алып китте. Ике аҙнанан ашыу яттым. Ҡәйнәм күршеләргә быума сире менән ауырыған булған икән, шуға ҡолаған, тип һөйләгән. Күрше әбейҙәр мине йәлләй ине. “Ниңә киленеңде улай ҡағаһың. Етем бала бит”, - тиһәләр, “Йүнле кешенең ата-әсәһе иртә үлмәй ул”, - тип яуаплаған.
Яңы тыуған йәш балаһы бар тип тормағандар, өс гектар сөгөлдөр яҙғандар. Сабыйымды артмаҡлап аҫып, шул сөгөлдөрҙө утауымды хәтерләһәм, әле лә ҡыйын булып китә. Көҙгөһөн биш айлыҡ бала менән бер баҡса картуфты бер үҙем тигәндәй алып бөттөм, ҡәйнәм ҡыҙында ҡунаҡта ятты.
Ҡәйнәм ҡыйырһытҡанда ирем яҡлап, исмаһам, бер һүҙ әйтһәсе! Ул биш саҡрымдағы күрше ауылға йөрөп эшләне. Балаларҙы нисек үҫтергәнде күрмәне лә тиерлек. Бер ыңғай яғы булды: бер ҡасан тауыш күтәрмәне, һуҡманы, ҡаҡманы. Эштән ҡайтып инер ҙә, ашап, ятып йоҡлар ине, ә мин зарланманым.
Шулай ғүмер үтә торҙо, ҡәйнә һаман талай, көн күрһәтмәй. Бер көн ныҡ итеп ирештек. Миңә әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Түҙмәнем, балаларҙы алдым да, Хәбирә тигән инәй янына сығып киттем. Ул нисек йәшәүемде, ыҙалауымды белә ине. Ирем эҙләп килһә, башҡаса улай йәшәй алмаҫымды аңлатырмын, берәй сара күреүен һорармын, тип уйланым. Тик ул килмәне. Йөрөгән ҡатыны булған икән. Ҡышты Хәбирә инәй янында сығып, яҙғыһын көндәр йылынһа, ҡалаға китермен, эшкә төшөрмөн, тип уйланым.
Көндәр йылыныуға иптәшем йышлай башланы. “Ҡайт, картуф сәсергә кәрәк”, - ти. Ике бала менән ҡайҙа барам, ҡалала әллә урынлашып, йәшәп китә алам, әллә юҡ тип, ҡайтырға булдым. Хәбирә инәй нығыраҡ, уҫалыраҡ булырға өйрәткәйне. Ул әйткәнсә, өйҙә булған ризыҡты теләгән ваҡытымда ултырып ашай башланым. Ҡәйнә бер-ике тапҡыр ҡысҡырып ҡараны ла, туҡтаны.
Өсөнсө балабыҙ тыуҙы. Тағы теге өс гектар сөгөлдөр баҫыуы. Дүрт йәшлек уртансы ҡыҙымды бала ҡарарға алып барам. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Балаларым икәүләп илай, эшләп булмай. Эргәмдәге ҡатындар: “Нишләп улай ыҙалайһың, балаларыңды тилмертәһең? Ҡалдыр ҡәйнәңә, ҡарамай ҡайҙа барһын”, - тигәс, икенсе көнөнә бәләкәсен имеҙеп, сәңгелдәгенә һалдым да сығырға йүнәлдем. “Ҡалдыраһыңмы ни?” – ти ҡәйнә аптырап. “Эйе, ул һинең дә балаңдың балаһы. Ҡарамайынса үлтерһәң, яуап бирерһең”, - тинем дә эшкә сығып киттем. Ҡайтһам, иҫем китте - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-05-24/kenderep-y-landyryp-i-k-t-sh-tk-nd-r-4249343
Просмотры: 8
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Просмотры: 12
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Беҙҙең Башҡортостан» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти