Мыҡты ғына кәүҙәле ир ҡаршы алды ла өйөнә саҡырҙы. Миңә ҡарап: “Үт, әйҙә, мыртый”,--тине. Аптырап ҡараным. “Миңә, тәү күргән кешеһенә, ҡушамат та тағып торасы”,--тип уйланым. Бер аҙҙан “Матур ултыр”, “Матур ултыр тим бит мин һиңә”, тип бәйләнә башланы. Ултырған еремдә шым ғына тик ултырһам да бәйләнгәс, аптырап https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-10-08/myrtyy-3960631?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Раздел не загрузился.
Данные не обновились — на экране прежний период.
Дашборд
22 октября — 28 октября 2026
Загрузка…
Рост аудитории
0подписчиков за период
+1 самый большой прирост · 23 окт 2026 −1 самая большая убыль · 27 окт 2026
Индекс качества
Индекс качества пока не рассчитан. Он появляется у каналов от 500 подписчиков, которые публикуют посты хотя бы раз в неделю, после недели наблюдения.
Просмотры и охват
1 157просмотров за период 30,5 %
Средний охват поста — 12 просмотров (посты старше двух суток).
Вовлечённость подписчиков
0,09 %ER = реакции ÷ просмотры 0,1 п. п.
Индекс цитируемости
Индекс цитируемости пока не рассчитан: он появится после ночного расчёта, когда канал упомянут другие каналы.
Когда и сколько публикует
Форматы публикаций
Каждый пост — точка
Выше — больше просмотров, крупнее — больше реакций. Нажмите на точку, чтобы открыть пост.
Итоги периода
Нажмите на показатель — ниже он появится по точкам периода
Реклама в канале
Лучшие публикации
По просмотрам за период
Публикации по дням
Бледные столбики — дни, линия — среднее за 7 дней: видно, разгоняется канал или затихает
Данные обновлены в 07:14 по Москве. Просмотры — текущие у постов, вышедших в эти дни; средний охват — по постам старше двух суток. Как считается индекс качества
Публикации за период
Загрузка…
Мыҡты ғына кәүҙәле ир ҡаршы алды ла өйөнә саҡырҙы. Миңә ҡарап: “Үт, әйҙә, мыртый”,--тине. Аптырап ҡараным. “Миңә, тәү күргән кешеһенә, ҡушамат та тағып торасы”,--тип уйланым. Бер аҙҙан “Матур ултыр”, “Матур ултыр тим бит мин һиңә”, тип бәйләнә башланы. Ултырған еремдә шым ғына тик ултырһам да бәйләнгәс, аптырап https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-10-08/myrtyy-3960631?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Хатта үҙ исемегеҙҙе бышылдап ҡына әйтегеҙ... Был кәңәштәр һәм ҡылыҡтар сәйер күренер, әммә ярҙам итә, тиҙәр.
👉 Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-27/ash-a-any-y-men-n-yl-shege-arty-y-men-n-al-a-taban-y-r-g-4856886
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-12/bazha-4842165
Журналист юлында төрлө кешеләр осрай. Бер шулай урта йәштәрҙәге олпат ир менән эш буйынса аралашырға тура килгәйне. Әммә һөйләшеү бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Уның һөйләгәндәре башҡаларға фәһем булһын:
“ Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, бар тормошом эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм үҙ-үҙем менән көрәш. Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, мейем барыбер эскесенеке, эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шараплы стаканға үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә итеп, матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙән аңлап ҡабул итеү ҙа кәрәк.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең тарихым түбәндәгесә: https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-07/tanysh-buly-y-min-eskese-3634423?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-25/garmunsy-du-hik-y-h-li-chembarisova-4820883
Мәҙинә - түҙемле, аҡыллы ҡатын. Балаларын, атайҙарының ныҡ арып ҡайтыуын сәбәп итеп, бәләкәй саҡтағы кеүек алдан ашатырға күнегеп китте. Тик Халиҡ ҡатыны менән икәүҙән-икәү генә ҡалһа ла ҡәнәғәтлек кисермәне, йөҙөн сирып, үсеккән бала кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ашауын дауам итте. Туйғас, ауыҙы эсенән нимәлер мөңгөрҙәне лә тороп китте, әллә шулай үҙенсә "әпәр" итте, әллә ҡатынына тәмле аш менән һыйлағаны өсөн рәхмәт әйтте. Мәҙинә уны ҡартайғансы аңламаны... Хаҡлы ялға сығыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Йәштән бер ҡыҙыҡһыныуы ла, яратҡан шөғөлө лә булмағас, тәүҙә Халиҡ үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранды. Күршеһенә эйәреп, балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөгән булды, әммә уға тигән балыҡ, гел уның емен урап үтеп, күршеһенә эләгеүенә сыҙар хәле ҡалмағас, тиҙҙән был мауығыуын ташларға булды. Баҡсасылыҡҡа ла барымы юҡ, был эште баштан уҡ тулыһынса Мәҙинәһенә, улдарына тапшырған. Шуға ла ҡартайған көнөндә белмәгәненә ҡыҫылырға теләмәне.
Ауылға ҡайтып, туған-тыумасаһы араһында булырға ла, көс-кәре булып та, уларға хужалыҡ эшендә ярҙам итергә лә атлығып торманы. Йылына бер тапҡыр һөнәри байрамдары көнөндә мөҙҙәтле ялға киткән эш урынына барып килә лә, башҡаса халыҡ араһына ла сыҡманы. Ҡатыны менән парлашып йәки ғаилә менән концерт-маҙарға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә яратманы.
Шулай, хаҡлы ялының бер нисә йылы диванға ҡырын ятып, телевизор ҡарап үтте. Һуңғы йылдарҙа ғына нисәмә йыл үҙ уҡыусыһын көткән китаптарға иғтибар итте. Өйөндә етерлек улар, йәштән уҡыһа-уҡымаһа ла китап йыйырға яратты. Бигерәк тә матур биҙәлешле китаптарға иҫе китте. Ундай осраҡта авторына ла, жанрына ла ҡарамай алыр ҙа, китап шкафының иң күренгән урынына ҡуйып, һоҡланыр ине. Китаптар араһында бите бер тапҡыр ҙа асылмағандары ла юҡ түгелдер, сөнки ул ваҡытта уның уҡырға форсаты ла булманы, яратманы ла, бушҡа ваҡыт үткәреү кеүек ҡабул итте. Хәҙер иһә бына бер нисә йыл инде китап уҡып, йоҡоһонан да, ашынан да яҙыр хәлгә килде.
Күптән түгел уның ҡулына "Батшаларға бүләк, йәки урта быуаттағы әхлаҡи васыяттар йыйылмаһы" китабы эләкте. Уны, әлбиттә, ҡасан, ҡайҙан алғанын иҫләмәй ҙә, уның кәштәгә нисек эләккәнен дә онотҡан.
Һәр юлын йотлоғоп уҡыны ул. Бер бүлеген уҡып сыға ла, уны бөгөнгө күҙлектән сығып, төрлөсә фекерләй, анализлай, сағыштыра. Уларҙың һәр береһенең ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, һәр береһендә ҙур аҡыл-хазина һаҡланыуын, уҡыған һайын зиһене артыуын тойҙо. Фәҡәт батшаларға ғына ҡағылған этика нормалары түгел икән ул. Дөйөм кешелектең әхлаҡи ҡағиҙәләре йыйылған икән.
Уны нисә ҡат уҡып
Показать полностью...
Эвакуацию периода Великой Отечественной войны следует рассматривать в качестве важнейшего элемента войны и феномена гражданской операции. Никогда в истории мировых войн не проводилось столь масштабное перемещение промышленных предприятий, организаций, людей, учреждений науки и культуры, причем все это осуществлялось в рамках гражданских структур, которым лишь помогали военные части. Великий советский полководец Г.К.Жуков ставил эвакуацию начального этапа Великой Отечественной войны по своей значимости в один ряд с проведением Московской, Сталинградской и Курской битв. Английский публицист, корреспондент газеты «Санди таймс» Александр Верт, будучи свидетелем этих событий, поражался организации эвакуации промышленных предприятий, видя в этом пример подвига советских людей.
Сайтта:
https://vatandash.ru/articles/istoriya/2025-05-29/evakuatsiya-v-bashkortostan-v-gody-velikoy-otechestvennoy-voyny-4306533
Йыш баш ауыртыуы, эс ҡатыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү күп осраҡта йыуан эсәктең яй һәм насар эшләүенән булыуы мөмкин. Уны һыналған тәбиғи ысул ярҙамында таҙартырға мөмкин.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-12/etmesh-sir-n-daua-4842160
Дәртләнеп яңы донъя көтә башлаған йәш ҡатынға иренең: “Һин минең өсөн шул хәтлем ҡәҙерле, Гөлсөм. Ләкин мин һине һеңлемде яратҡан кеүек кенә яратам. Былай артабан йәшәй алмайым, ғәфү ит”, – тип әйтеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. Яҙмыштың ғәҙелһеҙлеге менән килешә алмай, күҙ йәштәренә быуылып, нисә төндәр, айҙар, йылдар уҙғарғандыр сибәр ханым?! Уныһы беҙгә билдәле түгел…
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2025-11-24/e-g-m-r-nyeshe-bul-an-h-l-4472677
Шуғалыр ҙа ҙурлығы яғынан ҡара мунсанан ары китмәгән, һалам ҡыйыҡлы, береһе ишек алдына, икенсеһе урам яҡҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәле өйөбөҙгә гелән эркелеп, кемуҙарҙан килер булдылар, һайғау кәртәле ишек алдының шаҡарма ҡапҡаһы ауыҙынан егеүле, арбалы, йә саналы аттар һис ҡасан өҙөлмәне. Төн уртаһында ла, таң һыҙылғанда ла, аяҙҙа ла, көн боҙолоп буранлап торғанда ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла буҫағаға саң ҡудырмай өҙлөкһөҙ ағылдылар беҙгә, ә өләсәйем инде, үҙ сиратында, уларҙы көтөп кенә йөрөгәндәй тиҙ арала йыйынып-кейенеп, усына йомшаҡ беләүгә оҡшаш им-том ташын йома ла тотҡарлыҡһыҙ-ниһеҙ саҡырған тарафҡа юллана, ай күрҙе ҡояш алды, тигәндәй, аҙна-ун көнгә зым-зыя юҡҡа сыға. Күрше-тирә ауылдарҙа ҡуна ятып ауырыуҙарҙы, зар-интизарҙарҙы дауалап шулайтып ылғый юғалып торһа ла алыҫҡа, өҙәрем яҡтарға сығып йөрөгән зат түгел ине ул, һыуға ырғытылған таштай тыуған еренә мөкиббән китеп батҡан, һеңгән ауыл кешеһе ине. Хәҙер ишетер ҡолаҡҡа ят яңғыраған Ҡыҙбикә исемле өләсәйем сит-яттарҙы үҙенә арбарлыҡ, йәлеп итерлек һөйкөмлө, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, еңел һөйәкле, ҡаҡса кәүҙәле булды, шуға күрә көслө ел сығып, дәһшәтле дауыл ҡубып уны йәнәһе лә ер сигендә ҡалҡҡан, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Ҡаф тауы артына осороп алып китә генә күрмәһен, тип мин йыш хафалана, борсола инем. Өҫтөндә гелән итәге аяҡ остарын ҡаплап төшөп торған мул итәкле биҙәкһеҙ аҡ күлдәк булды, сибек яурындарында иһә аҡ яулыҡ ятты, толомлап үреүҙән күптән уҙған йоҡа ебәктәй сәстәре лә семтем ҡараһы юҡ ап-аҡ ине, бер һүҙ менән әйткәндә фәрештә инде, йондоҙло асмандан төшкән аҡ фәрештә.
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-27/a-f-resht-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4856670
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…