Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Халиҡ ҡарт һуңғы осорҙа китап уҡыуға әүәҫләнеп китте. Ятһа ла, торһа…

Халиҡ ҡарт һуңғы осорҙа китап уҡыуға әүәҫләнеп китте. Ятһа ла, торһа ла - ҡулында китап, хатта ашарға ултырғанда ла һалмай ул. Ҡарсығы тәүҙә өндәшеп ҡарағайны, һуңынан ҡартайған һайын еңмешләнгән хәләленә ҡаршы килмәне. Күп балалы татыу ғаиләлә үҫкән Мәҙинә әбей тауыш-тынһыҙ сәй эсеүҙе йәштән мөрхәтһенмәне. Бер-береңә эшләгән эше, бешергән ашы өсөн рәхмәт әйтеү, кәңәш-төңәш итеү, һис юғында, оҙон көн буйы күрешмәгәндән һуң яйлап һөйләшеп ултырыу сараһы һымаҡ күрә ине аш мәлдәрен. Бигерәк тә тәмле-татлы бешереп, киске аш ваҡытын көтөп ала ине. Унда инде бөтә ғаиләһе - биш улы, ире түңәрәк өҫтәл артына йыйыла. Эштән арып ҡайтҡан кешене маҙаһыҙламаһын тип, бәләкәй саҡтарында балаларын аталары ҡайтҡансы ашатып ҡуйыр ине. Һуңғараҡ, үҙҙәре ҡалаҡ тотоп ашай башлағас, бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килгән улдарын үҙҙәре менән бергә ултыртты. Тик ниңәлер, Мәҙинә теләгәнсә, һөйләшеп, береһенән-береһе алсағыраҡ уландары менән күңелле итеп гәпләшеп ултырырырға насип булманы. Балалар баҡсаһында, мәктәптә күргән-ишеткәндәрен, көнө буйы алған тәьҫораттарын һөйләй башлаһалар, атайҙары тыңлау түгел, оторо ярһып, ауыҙҙарын ябып ҡуйыр ине. Уларҙың артыҡ иркә, телдәр булыуына ҡатынына ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ҡайһы берҙә хатта ҡулындағы ҡалағын өҫтәлгә бәреп тороп китер ине.
Мәҙинә - түҙемле, аҡыллы ҡатын. Балаларын, атайҙарының ныҡ арып ҡайтыуын сәбәп итеп, бәләкәй саҡтағы кеүек алдан ашатырға күнегеп китте. Тик Халиҡ ҡатыны менән икәүҙән-икәү генә ҡалһа ла ҡәнәғәтлек кисермәне, йөҙөн сирып, үсеккән бала кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ашауын дауам итте. Туйғас, ауыҙы эсенән нимәлер мөңгөрҙәне лә тороп китте, әллә шулай үҙенсә "әпәр" итте, әллә ҡатынына тәмле аш менән һыйлағаны өсөн рәхмәт әйтте. Мәҙинә уны ҡартайғансы аңламаны... Хаҡлы ялға сығыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Йәштән бер ҡыҙыҡһыныуы ла, яратҡан шөғөлө лә булмағас, тәүҙә Халиҡ үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранды. Күршеһенә эйәреп, балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөгән булды, әммә уға тигән балыҡ, гел уның емен урап үтеп, күршеһенә эләгеүенә сыҙар хәле ҡалмағас, тиҙҙән был мауығыуын ташларға булды. Баҡсасылыҡҡа ла барымы юҡ, был эште баштан уҡ тулыһынса Мәҙинәһенә, улдарына тапшырған. Шуға ла ҡартайған көнөндә белмәгәненә ҡыҫылырға теләмәне.
Ауылға ҡайтып, туған-тыумасаһы араһында булырға ла, көс-кәре булып та, уларға хужалыҡ эшендә ярҙам итергә лә атлығып торманы. Йылына бер тапҡыр һөнәри байрамдары көнөндә мөҙҙәтле ялға киткән эш урынына барып килә лә, башҡаса халыҡ араһына ла сыҡманы. Ҡатыны менән парлашып йәки ғаилә менән концерт-маҙарға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә яратманы.
Шулай, хаҡлы ялының бер нисә йылы диванға ҡырын ятып, телевизор ҡарап үтте. Һуңғы йылдарҙа ғына нисәмә йыл үҙ уҡыусыһын көткән китаптарға иғтибар итте. Өйөндә етерлек улар, йәштән уҡыһа-уҡымаһа ла китап йыйырға яратты. Бигерәк тә матур биҙәлешле китаптарға иҫе китте. Ундай осраҡта авторына ла, жанрына ла ҡарамай алыр ҙа, китап шкафының иң күренгән урынына ҡуйып, һоҡланыр ине. Китаптар араһында бите бер тапҡыр ҙа асылмағандары ла юҡ түгелдер, сөнки ул ваҡытта уның уҡырға форсаты ла булманы, яратманы ла, бушҡа ваҡыт үткәреү кеүек ҡабул итте. Хәҙер иһә бына бер нисә йыл инде китап уҡып, йоҡоһонан да, ашынан да яҙыр хәлгә килде.
Күптән түгел уның ҡулына "Батшаларға бүләк, йәки урта быуаттағы әхлаҡи васыяттар йыйылмаһы" китабы эләкте. Уны, әлбиттә, ҡасан, ҡайҙан алғанын иҫләмәй ҙә, уның кәштәгә нисек эләккәнен дә онотҡан.
Һәр юлын йотлоғоп уҡыны ул. Бер бүлеген уҡып сыға ла, уны бөгөнгө күҙлектән сығып, төрлөсә фекерләй, анализлай, сағыштыра. Уларҙың һәр береһенең ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, һәр береһендә ҙур аҡыл-хазина һаҡланыуын, уҡыған һайын зиһене артыуын тойҙо. Фәҡәт батшаларға ғына ҡағылған этика нормалары түгел икән ул. Дөйөм кешелектең әхлаҡи ҡағиҙәләре йыйылған икән.
Уны нисә ҡат уҡып
Показать полностью...
Просмотры: 7
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти