Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 69024528080954

Беҙҙең Башҡортостан

Башҡортостан яңылыҡтары

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Ашҡаҙанығыҙ менән һөйләшегеҙ, артығыҙ менән алға табан йөрөгөҙ...

Хатта үҙ исемегеҙҙе бышылдап ҡына әйтегеҙ... Был кәңәштәр һәм ҡылыҡтар сәйер күренер, әммә ярҙам итә, тиҙәр.

👉 Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-27/ash-a-any-y-men-n-yl-shege-arty-y-men-n-al-a-taban-y-r-g-4856886
Просмотры: 1
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Беҙҙең өсөн тип ташланған алама юрған менән иҫке куфайкыны күреп, туҙынды ла китте бит! — Ништәп беҙгә аламаларҙан урын йәйгәндәр? Беҙ бүтәндәрҙән ҡайһы еребеҙ менән кәм? — Ҡуйһаңсы ла инде, Дәмдәр, бер кискә буҡ булһынмы, ят, йоҡла. Ҡайтҡас аппасыҡ түшәктәргә һалырмын үҙеңде. Уңайһыҙ бит… Әсәйем ятҡыра алмай бит ҡыҙмаса булып алған атайҙы. — Уңайһыҙ шул. Бик уңайһыҙ. Мин дә саҡырылған ҡунаҡ, теләнселәп, өйҙә ашарыма булмағанлыҡтан килеп ултырамдыр шул бер генә бөртөк бажама? Мин дә ҡырҡ киламитр ер үтеп, ат тирләтеп, ике имсәк балларымды тейәп килеп ултырам. Тор, Гөлшат, йыйынығыҙ. Сырмағыҙ игеҙәктәрҙе. Атты егә һалайым. Атай тып баҫып сығып китте. Тәҙрәнән атты еккәне күренеп тора.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-12/bazha-4842165
Просмотры: 1
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Студент саҡта бер һабаҡташым: “Башҡаһы-башҡа, әммә мин эскесе булып китеүҙән ҡурҡам”, – тигәйне. Эсмәгән кеше нисек эскесе булһын, тип һүҙен мәрәкәгә борғас, ул ҡыҙ: “Атайым төшөрөргә әүәҫ. Туғандар араһында ла эсеүселәр күп. Йәшәй торғас, бәлки, мин дә мауығып китермен, ә аҙаҡ был бәләнән ҡотола алмаҫмын тип борсолам...” – тип бик тә ғәжәпләндергәйне. Шөкөр, ул лайыҡлы тормош кисерә, ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй, донъя көтә. Мәгәр уның хәтерҙә уйылып ҡалған һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар: эскелектән ҡурҡыу зарур. Ҡурҡыу ғына түгел, спиртлы эсемлектәргә ҡарата үҙеңдә һәм яҡындарыңда ытырғаныу, нәфрәт тойғоһо тәрбиәләү мөһим, сөнки ҡәһәрле ғәҙәт йәшен-ҡартын да, байын-ярлыһын да аямай, күптән замана афәтенә әүерелгән.
Журналист юлында төрлө кешеләр осрай. Бер шулай урта йәштәрҙәге олпат ир менән эш буйынса аралашырға тура килгәйне. Әммә һөйләшеү бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Уның һөйләгәндәре башҡаларға фәһем булһын:
“ Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, бар тормошом эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм үҙ-үҙем менән көрәш. Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, мейем барыбер эскесенеке, эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шараплы стаканға үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә итеп, матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙән аңлап ҡабул итеү ҙа кәрәк.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең тарихым түбәндәгесә: https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-07/tanysh-buly-y-min-eskese-3634423?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk
Просмотры: 1
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
... Солтан өйөн күтәрергә өмәгә саҡырғас, Рәмил шатланып ризалашҡайны. Шулай булмай, бәләкәйҙән йән дуҫтар бит улар. Тик яҙмыштары ғына төрлөсәрәк. Йәшәй белә уның дуҫы. Илле йәше тулыуға икенсегә хан һарайы һымаҡ йорт һала. Ул ғына һаман атаһынан ҡалған иҫке өйҙә ғүмер итә. Ярай, төҙөп сығыр әле. Быйыл булмаһа ла, киләһе йыл ныҡлап тотонорға кәрәк. Ағасы ла күптән әҙер, әллә ниңә шуны күтәреп ҡуя алмай йонсой бит. Ваҡыты ла етерлек тә. Башланған эш – бөткән эш тигәндәй, бер башлаһа, китер ине әле...

Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-25/garmunsy-du-hik-y-h-li-chembarisova-4820883
Просмотры: 2
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Халиҡ ҡарт һуңғы осорҙа китап уҡыуға әүәҫләнеп китте. Ятһа ла, торһа ла - ҡулында китап, хатта ашарға ултырғанда ла һалмай ул. Ҡарсығы тәүҙә өндәшеп ҡарағайны, һуңынан ҡартайған һайын еңмешләнгән хәләленә ҡаршы килмәне. Күп балалы татыу ғаиләлә үҫкән Мәҙинә әбей тауыш-тынһыҙ сәй эсеүҙе йәштән мөрхәтһенмәне. Бер-береңә эшләгән эше, бешергән ашы өсөн рәхмәт әйтеү, кәңәш-төңәш итеү, һис юғында, оҙон көн буйы күрешмәгәндән һуң яйлап һөйләшеп ултырыу сараһы һымаҡ күрә ине аш мәлдәрен. Бигерәк тә тәмле-татлы бешереп, киске аш ваҡытын көтөп ала ине. Унда инде бөтә ғаиләһе - биш улы, ире түңәрәк өҫтәл артына йыйыла. Эштән арып ҡайтҡан кешене маҙаһыҙламаһын тип, бәләкәй саҡтарында балаларын аталары ҡайтҡансы ашатып ҡуйыр ине. Һуңғараҡ, үҙҙәре ҡалаҡ тотоп ашай башлағас, бер-береһенең үксәһенә баҫып үҫеп килгән улдарын үҙҙәре менән бергә ултыртты. Тик ниңәлер, Мәҙинә теләгәнсә, һөйләшеп, береһенән-береһе алсағыраҡ уландары менән күңелле итеп гәпләшеп ултырырырға насип булманы. Балалар баҡсаһында, мәктәптә күргән-ишеткәндәрен, көнө буйы алған тәьҫораттарын һөйләй башлаһалар, атайҙары тыңлау түгел, оторо ярһып, ауыҙҙарын ябып ҡуйыр ине. Уларҙың артыҡ иркә, телдәр булыуына ҡатынына ризаһыҙлыҡ белдерҙе, ҡайһы берҙә хатта ҡулындағы ҡалағын өҫтәлгә бәреп тороп китер ине.
Мәҙинә - түҙемле, аҡыллы ҡатын. Балаларын, атайҙарының ныҡ арып ҡайтыуын сәбәп итеп, бәләкәй саҡтағы кеүек алдан ашатырға күнегеп китте. Тик Халиҡ ҡатыны менән икәүҙән-икәү генә ҡалһа ла ҡәнәғәтлек кисермәне, йөҙөн сирып, үсеккән бала кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ашауын дауам итте. Туйғас, ауыҙы эсенән нимәлер мөңгөрҙәне лә тороп китте, әллә шулай үҙенсә "әпәр" итте, әллә ҡатынына тәмле аш менән һыйлағаны өсөн рәхмәт әйтте. Мәҙинә уны ҡартайғансы аңламаны... Хаҡлы ялға сығыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Йәштән бер ҡыҙыҡһыныуы ла, яратҡан шөғөлө лә булмағас, тәүҙә Халиҡ үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранды. Күршеһенә эйәреп, балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөгән булды, әммә уға тигән балыҡ, гел уның емен урап үтеп, күршеһенә эләгеүенә сыҙар хәле ҡалмағас, тиҙҙән был мауығыуын ташларға булды. Баҡсасылыҡҡа ла барымы юҡ, был эште баштан уҡ тулыһынса Мәҙинәһенә, улдарына тапшырған. Шуға ла ҡартайған көнөндә белмәгәненә ҡыҫылырға теләмәне.
Ауылға ҡайтып, туған-тыумасаһы араһында булырға ла, көс-кәре булып та, уларға хужалыҡ эшендә ярҙам итергә лә атлығып торманы. Йылына бер тапҡыр һөнәри байрамдары көнөндә мөҙҙәтле ялға киткән эш урынына барып килә лә, башҡаса халыҡ араһына ла сыҡманы. Ҡатыны менән парлашып йәки ғаилә менән концерт-маҙарға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә яратманы.
Шулай, хаҡлы ялының бер нисә йылы диванға ҡырын ятып, телевизор ҡарап үтте. Һуңғы йылдарҙа ғына нисәмә йыл үҙ уҡыусыһын көткән китаптарға иғтибар итте. Өйөндә етерлек улар, йәштән уҡыһа-уҡымаһа ла китап йыйырға яратты. Бигерәк тә матур биҙәлешле китаптарға иҫе китте. Ундай осраҡта авторына ла, жанрына ла ҡарамай алыр ҙа, китап шкафының иң күренгән урынына ҡуйып, һоҡланыр ине. Китаптар араһында бите бер тапҡыр ҙа асылмағандары ла юҡ түгелдер, сөнки ул ваҡытта уның уҡырға форсаты ла булманы, яратманы ла, бушҡа ваҡыт үткәреү кеүек ҡабул итте. Хәҙер иһә бына бер нисә йыл инде китап уҡып, йоҡоһонан да, ашынан да яҙыр хәлгә килде.
Күптән түгел уның ҡулына "Батшаларға бүләк, йәки урта быуаттағы әхлаҡи васыяттар йыйылмаһы" китабы эләкте. Уны, әлбиттә, ҡасан, ҡайҙан алғанын иҫләмәй ҙә, уның кәштәгә нисек эләккәнен дә онотҡан.
Һәр юлын йотлоғоп уҡыны ул. Бер бүлеген уҡып сыға ла, уны бөгөнгө күҙлектән сығып, төрлөсә фекерләй, анализлай, сағыштыра. Уларҙың һәр береһенең ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, һәр береһендә ҙур аҡыл-хазина һаҡланыуын, уҡыған һайын зиһене артыуын тойҙо. Фәҡәт батшаларға ғына ҡағылған этика нормалары түгел икән ул. Дөйөм кешелектең әхлаҡи ҡағиҙәләре йыйылған икән.
Уны нисә ҡат уҡып
Показать полностью...
Просмотры: 3
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Эвакуация в Башкортостан в годы Великой Отечественной войны

Эвакуацию периода Великой Отечественной войны следует рассматривать в качестве важнейшего элемента войны и феномена гражданской операции. Никогда в истории мировых войн не проводилось столь масштабное перемещение промышленных предприятий, организаций, людей, учреждений науки и культуры, причем все это осуществлялось в рамках гражданских структур, которым лишь помогали военные части. Великий советский полководец Г.К.Жуков ставил эвакуацию начального этапа Великой Отечественной войны по своей значимости в один ряд с проведением Московской, Сталинградской и Курской битв. Английский публицист, корреспондент газеты «Санди таймс» Александр Верт, будучи свидетелем этих событий, поражался организации эвакуации промышленных предприятий, видя в этом пример подвига советских людей.

Сайтта:
https://vatandash.ru/articles/istoriya/2025-05-29/evakuatsiya-v-bashkortostan-v-gody-velikoy-otechestvennoy-voyny-4306533
Просмотры: 7
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ЕТМЕШ СИРҘӘН ДАУА

Йыш баш ауыртыуы, эс ҡатыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү күп осраҡта йыуан эсәктең яй һәм насар эшләүенән булыуы мөмкин. Уны һыналған тәбиғи ысул ярҙамында таҙартырға мөмкин.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-12/etmesh-sir-n-daua-4842160
Просмотры: 8
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Еңгәм рәнйеше (Булған хәл)

Дәртләнеп яңы донъя көтә башлаған йәш ҡатынға иренең: “Һин минең өсөн шул хәтлем ҡәҙерле, Гөлсөм. Ләкин мин һине һеңлемде яратҡан кеүек кенә яратам. Былай артабан йәшәй алмайым, ғәфү ит”, – тип әйтеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. Яҙмыштың ғәҙелһеҙлеге менән килешә алмай, күҙ йәштәренә быуылып, нисә төндәр, айҙар, йылдар уҙғарғандыр сибәр ханым?! Уныһы беҙгә билдәле түгел…

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2025-11-24/e-g-m-r-nyeshe-bul-an-h-l-4472677
Просмотры: 6
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Мине яҡты донъяға өләсәйем ҡабул итеп алған. Тирә-яҡҡа даны таралған кендек әбейе, өшкөрөү-төкөрөүе, им-томо сихәтленең сихәтлеһе, ҡулдары һылау-һыйпауға ифрат ятып, килешеп барған, торғаны бер ҡабатланмаҫ тылсым эйәһе ине ул.
Шуғалыр ҙа ҙурлығы яғынан ҡара мунсанан ары китмәгән, һалам ҡыйыҡлы, береһе ишек алдына, икенсеһе урам яҡҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәле өйөбөҙгә гелән эркелеп, кемуҙарҙан килер булдылар, һайғау кәртәле ишек алдының шаҡарма ҡапҡаһы ауыҙынан егеүле, арбалы, йә саналы аттар һис ҡасан өҙөлмәне. Төн уртаһында ла, таң һыҙылғанда ла, аяҙҙа ла, көн боҙолоп буранлап торғанда ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла буҫағаға саң ҡудырмай өҙлөкһөҙ ағылдылар беҙгә, ә өләсәйем инде, үҙ сиратында, уларҙы көтөп кенә йөрөгәндәй тиҙ арала йыйынып-кейенеп, усына йомшаҡ беләүгә оҡшаш им-том ташын йома ла тотҡарлыҡһыҙ-ниһеҙ саҡырған тарафҡа юллана, ай күрҙе ҡояш алды, тигәндәй, аҙна-ун көнгә зым-зыя юҡҡа сыға. Күрше-тирә ауылдарҙа ҡуна ятып ауырыуҙарҙы, зар-интизарҙарҙы дауалап шулайтып ылғый юғалып торһа ла алыҫҡа, өҙәрем яҡтарға сығып йөрөгән зат түгел ине ул, һыуға ырғытылған таштай тыуған еренә мөкиббән китеп батҡан, һеңгән ауыл кешеһе ине. Хәҙер ишетер ҡолаҡҡа ят яңғыраған Ҡыҙбикә исемле өләсәйем сит-яттарҙы үҙенә арбарлыҡ, йәлеп итерлек һөйкөмлө, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, еңел һөйәкле, ҡаҡса кәүҙәле булды, шуға күрә көслө ел сығып, дәһшәтле дауыл ҡубып уны йәнәһе лә ер сигендә ҡалҡҡан, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Ҡаф тауы артына осороп алып китә генә күрмәһен, тип мин йыш хафалана, борсола инем. Өҫтөндә гелән итәге аяҡ остарын ҡаплап төшөп торған мул итәкле биҙәкһеҙ аҡ күлдәк булды, сибек яурындарында иһә аҡ яулыҡ ятты, толомлап үреүҙән күптән уҙған йоҡа ебәктәй сәстәре лә семтем ҡараһы юҡ ап-аҡ ине, бер һүҙ менән әйткәндә фәрештә инде, йондоҙло асмандан төшкән аҡ фәрештә.
https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-27/a-f-resht-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4856670
Просмотры: 7
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ауылда йәшәгән ваҡытта булған бер хәл - ваҡиғалар иҫкә төштө әле.
Беҙҙең өсөн үҙе бер мажара булһа, олатайыбыҙ өсөн ҡыҙғаныс, йәлләүес, үкенесле сәйәхәт булды был...
Беҙҙең ауылдан аша ауылда йәшәгән, хәләлем мәрхүм Радигымдың атаһы яғынан туғаны ине ул олатай. Бик мөләйем, һөйкөмлө, ап – аҡ сәсле матур бабай, ныҡ егәрле, һәр ваҡытта хәрәкәттә булған, үҙен үҙе бағып, бөхтә, таҙа, зауыҡлы кейенә лә, урынлы ғына хәбәр ҙә һөйләй, әңғемәләшә лә белгән кеше ине олатайыбыҙ.
Тамырҙары менән ергә батып инеп үҫкән имән ағасы һымаҡ ныҡ, ышаныслы, эшкә бөткән кеше ине бабайыбыҙ. Уның донъяһы ла төҙөк, күпләп мал аҫырай, аттар тота, бал ҡорто үрсетә, машинаһы, тракторы тағы әллә ниндәй техникалары бар, бик етеш тормошта йәшәй, аҡсаһы ла күп тип ишетә торғайным кешенән, әммә үҙем барып күргәнем юҡ ине. Радигым тере саҡта йыш ҡына килеп йөрөй торғайны беҙгә. Ул мәрхүм булғас килеп хәл белешеп, ҡайғы уртаҡлашып китте бабай.
Оҙаҡ та тормай, олатайыбыҙҙың әбейе үлеп ҡалған тигән хәбәр ишетелде. Минең үҙе хәлем үҙемә саҡ, ҡайғымдан ергә бөгөлөп йөрөгән ваҡытым ине, хәбәрҙе ишеттем дә оноттом. Бер нисаҡлы ваҡыт үткәс, тағы бер хәбәр килде. Бабай әбей алырға уйлай икән, ауылда йәшәрлек, донъяһын көтөрлөк, үҙенә иптәш булырлыҡ әбей эҙләй тип ишетелде.
Ярай инде, яңғыҙ ҡалыуы ир – атҡа, бигерәк тә оло кешегә үтә ауыр бит.
Исмаһам әбей иптәш булыр... - тип уйланым да, мин тағы бабай тураһында оноттом. Ҡәҙимге генә оҙаҡ ваҡыт үткәс, олатайыбыҙ минең алдымда пәйҙә булды. Ул аҙыраҡ һурыҡҡан, күҙҙәрендә ниндәйҙер борсолоу сатҡылары бар. Әммә рухы ныҡ, ҡаҡшамаҫҡа, бирешмәҫкә тырышҡаны күренеп тора.
Күрешеп, хәл – әхүәл белешкәс тә, олатай оҙаҡҡа һуҙмай, ниндәй мәшәҡәт менән йөрөгәнен һөйләп бирҙе. “Килен, инәйегеҙ үлеп ҡалғанын ишеткәнһеңдер инде. Ҡайһылай итәһең инде, Аллаһы Тағәлә маңлайыңа яҙғанды аша атлап булмай бит. Инәйегеҙ яҡшы кеше ине, татыу ғүмер иттек, йәне ожмахтың түрендә булһын. Әммә ҡалған кешегә йәшәргә кәрәк килен. Минең йомошом һиндә бөгөн. Мин ауыл ерендә йәшәрлек, минең оло хужалығымды алып барырлыҡ, миңә иптәш булырлыҡ әбей эҙләйем килен. Инде байтаҡ ваҡыттан бирле ҡарап йөрөйөм, тик нишләптер йәтеш кенә әбей тура килмәне әлегә.
Эстән генә, иҫем китеп ултырғанымды һиҙҙермәҫкә тырышып ҡына һорайым ”Олатай, нимә менән ярҙам итә алам һуң һеҙгә мин? Йомошоғоҙҙо бөтөнләй аңламаным.” – тинем, үҙем алйот кеше һымаҡ көлөп ҡуйҙым да, тиҙ генә тыйыла һалдым. Өлкән кешене рәнйетеп, үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡтым.
“Уның нимәһен аңламайһың инде килен, миңә берәй әбей табышып бирмәҫһеңме икән тип килдем һиңә. Яҡшы ғына әбей булһа һөйләшеп, миңә димләп ҡарайһыңмы әллә килен?”
Мин инде лә тыныс ҡала алмай инем, ҡысҡырып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. “Олатай мине димсе тип кем һөйләй? Мин бер ваҡытта ла димсе булғаным юҡ бит. Шунан әбейҙе ҡайҙан алйайым икән һеҙгә? Әбейҙәр менән ул темаға һөйләшә лә алмаҫмын ул мин. Нидәй һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итмәк кәрәк инде. Юҡ олатай үпкәләмәгеҙ, булмай минән, булмай.” – тинем уға. Олатайым берҙә генә бирешергә теләмәне:
“Туҡта,туҡта әле килен, һинме инде хәбәр һөйләй белмәй торған кеше.
Ғүмерҙә ышанмайым был хәбәргә, тәүҙә аҙыраҡ уйлап ҡара йәме. Мин хәҙер үк миңә әбей табып, сығарып бир тимәйем бит. Ауылыңдағы әбейҙәрҙе иҫләп, уйлап, байҡап сыҡ яйлап. Шунан миңә барырлыҡтарының ҡылын тартып ҡара, барып һөйләш йәме килен. Минең өмөтөмдө өҙмә инде, ҡырҡа һуҡма йәме.”- тине ул хатта көйөнөп.
Мин албарғып ҡалдым, бабай ҙа бик йәл, әбей таба алмаҫыма ла иманым камил. Нимә эшләргә инде? Ниндәй һүҙҙәр менән бабайҙы үпкәләтмәй генә баш тартырға тип мин уйланғансы, бабайым ялпылдап сығып та китте. Сығып барғанда ул минең ауыртҡан еремә баҫып сығып китте. “Килен, яңғыҙлыҡ анһат түгел! Һин үҙең дә яңыраҡ ҡына яңғыҙ ҡалған кешеһең. Мине аңларһың да, миңә ярҙам итеүҙән баш тартмаҫһың тип уйлап, ө
Показать полностью...
Просмотры: 5
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Беҙҙең Башҡортостан» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти