Мин элек ауылда йәшәнем, фермала быҙауҙар ҡараным. Иртәнге дүрттәрҙә эшкә сығып китергә тура килә ине. Төнөн йөрөргә килһә лә, бер ниндәй өркөү, ҡурҡыу һиҙмәнем. Әммә минең менән булған бер ваҡиға мине ҡурҡыуға һалды.

Бер ваҡыт минең менән эшләүсе ҡатын ауырып ҡайтып китте. Ни тиклем бергә эшләп тә, бер ҡасан уның ауырығанын күргәнем юҡ ине. Ул гел етеҙ булды. Кешеләр уның тураһында: "Уға ендәре ярҙам итә", - ти ине. Тик  бына был юлы әллә нимә булды.

Шул сәйер ваҡиға булаһы көндө мин иртә менән эшкә барғанда уның хәл-әхүәлен белеү өсөн өйөнә һуғылып сығарға булдым. “Фирая!"– тип өндәшеүемә ул әкрен ғына башын тотоп соланға сыҡты. “Мин бара алмайым инде, үҙең генә эшләй алырһыңмы икән?"– тине. Шулай итеп, үҙем генә киттем.

Ферма эсеңдә бер кеше лә юҡ, ҡайһы бер быҙауҙарҙың мөңрәп ҡуйыуҙары ғына ишетелә. Мин, халатымды кейеп сығарға тип, сисенеү бүлмәһенә үттем. Кире сыҡһам, ни күрәм - Фирая кейенгән, бер ни булмағандай, быҙауҙарға аҙыҡ һалып йөрөй. Өйҙә ҡалды ла баһа!

"Ниңә килдең инде,   ауырыйһың бит, үҙем эшләр инем", - тигәнемә лә бер һүҙ өндәшмәне, әллә ниндәй һалҡын ҡараш ташланы ла, ферманың арғы башына китте. Сырайы ап-аҡ ине. Эшемде бөтөрҙөм дә, кейенергә кереп киттем. Мин сыҡҡанда Фирая юҡ инде иде.

Эштән ҡайтып килгәндә ҡаршыма Фираяның ире осраны. “Фирая ферманан ҡайтып еттеме әле?"– тип һорауыма ул миңә аптырап ҡарап торҙо.

"Уны сәғәт бишенсе яртыла уҡ "Ашығыс ярҙам"' машинаһы https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-11-27/enle-atyn-4027044
Просмотры: 11
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти