Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 70927616398676

Башҡорт донъяһы

Россия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комбайн һәм сапҡыс операторҙарына "ЛАДА Нива" автомобилдәрен бүләк итте.

📍 "Иң яҡшы иген урыусы комбайн операторы" номинацияһында еңеүселәр:

🔹 Рәил Иҫәнбитов -
Стәрлетамаҡ районы "Калинин исемендәге" аграр предприятиеһы механизаторы 4497 тонна иген иккән;

🔹 Азамат Закиров - Хәйбулла районы Урал Закиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 4500 тонна иген;

🔹 Василий Фёдоров - Ауырғазы районы "Уңыш" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 3902 тонна иген;

🔹 Рәсим Зарипов - Дүртөйлө районы "Ленин" тоҡом заводы механизаторы - 3578 тонна иген;

🔹 Рәмзил Хаматдинов - Саҡмағош районы "Юлдаш" ойошмаһы механизаторы - 3376 тонна иген;

🔹 Сабирйән Шәрәфиев - Мәсетле районы "Аҡтау" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 2303 тонна иген;

🔹 Денис Шакиров - Борай районы Динарик Шакиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 2231 тонна иген;

🔹 Алик Яппаров - Балтас районы "Мичурин" ойошмаһы механизаторы - 1090 тонна иген иккән.

📍 "Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы" номинацияһында еңеүсе:

🔹 Илнар Хәмзин - Тәтешле районы "Крупская" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 4853 гектар ерҙән иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урып алған.

📍 "Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыусы комбайн операторы" номинацияһында:

🔹 Дмитрий Шевченко - Благовар районы "Лентерра" ойошмаһы механизаторы - ул 1185 гектар ерҙән шәкәр сөгөлдөрөн йыйған.

💯 "Быйыл, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, республикала 3,4 млн тонна иген, лайыҡлы шәкәр сөгөлдөрө уңышы, майлы культуралар йыйып алынды. Әлбиттә, был сик түгел. Фәндең иң яңы ҡаҙаныштарын, ашламаларҙы, яҡшы заманса техниканы ҡулланып, тағы ла күберәккә ирешә алабыҙ һәм шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә. Әлбиттә, ауыл хужалығына артабан да ярҙамды дауам итәсәкбеҙ.
Иртәгә Башҡортостанда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналар үтәсәк. Был мөһим тармаҡҡа ҡағылышы булған һәр кемде ихлас ҡотлайым! Һеҙ еңел булмаған, әммә республиканың һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн мөһим эште атҡараһығыҙ. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ һәм именлек теләйем",

- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Иң төп ризығыбыҙ - икмәк менән тәьмин иткән хеҙмәтсәндәргә дан! 🔥
Просмотры: 71
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт

Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауылына Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылған.

🔹 Тәүҙә ҡурсаулыҡтың ҡағиҙәләре менән таныштырғас, Тәбиғәт музейына юлланғандар. Бында балалар үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар донъяһы менән яҡынданыраҡ танышҡан.

💯 "Ҡурсаулыҡтың махсус ябыулы биләмәһендә аҫралған гүзәл маралдарҙы үҙ күҙебеҙ менән күреү беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс булды. Әсәйҙәр бешереп ебәргән тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, балалар майҙансығында уйнап алдыҡ. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле булды!"

- ти класс етәксеһе Ғәлимә Сәлихова.

Ул мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдергән.

Балалар күңелендә тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү уятҡан бик әһәмиәтле көн булған был💚

❓ Ә һеҙ каникулдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Просмотры: 93
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
"Ғүмер китабымды, альбом кеүек — видео, канал «Башҡорт донъяһы» ▶ видео
"Ғүмер китабымды, альбом кеүек,
Ҡарап сығырға,тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем..." - тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВ.

Тормошобоҙҙоң һәр минутының ҡәҙерҙәрен беләйек. Төшкө ялығыҙ матур үтһен 🥰

Видео: "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барыусы Лилиә Ханова төшөргән был видеоны, шиғырҙы әсәһе Нурсилә ханым тасуири уҡый.
Просмотры: 97
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә… — видео, канал «Башҡорт донъяһы» ▶ видео
❓ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға?
✅ Был турала - ошо видеоны ҡарағыҙ.

Бынан тыш, төбәк етәксеһенә яҙма йәки видеоһорауҙарҙы бер нисә ысул менән бирергә була:

🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru

🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында. https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/

Чат-боттар аша:

🔹 Макс милли хәбәрләшеү ҡушымтаһында: https://max.ru/glavarb_pl_bot

🔹 «Вконтакте». https://vk.me/glavarb_pl_bot

🔹 «Одноклассники». https://ok.ru/group/70000042373707/messages

🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 8 (347) 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙарына шылтыратып.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙарҙы 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт 19:00-гә тиклем ебәрергә мөмкин.
Просмотры: 96
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Башҡорт батырҙары тураһында квиз-уйынға барығыҙ.

Уны Башҡортостандың Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы 6 ноябрҙә сәғәт 19:00-дә "Йәшлек хаус"тың конференциялар залында ойоштора.

💯 "Башҡорт батырҙарының тормош юлын белеү кимәлен тикшереп ҡарай алаһығыҙ",

- тиелгән.

🔹 Уйында 5 кешенән торған 10 команда ҡатнаша ала.

📍Теркәлеү өсөн һәм барлыҡ һорауҙар буйынса : vk.ru/nerkeshamitova
Просмотры: 116
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
НИ ҺӨЙЛӘЙ СУЛПЫЛАРЫМ

Ниҙәр сыңлай сулпыларым -
Тарихынмы халҡымдың?
Изге ҡомартҡыларына
Тоғролоғо хаҡынмы?

Был сыңдарҙа ҡылған зары,
Шауы сикһеҙ даланың,
Тояҡ тау(ы)шы, ҡурай моңо,
Сыңғырауы торнаның.

Сыңлаһын әле сулпылар:
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ.
Киләсәккә ата-бабаларҙың
Аманатын алып барырбыҙ!

О ЧЕМ ЗВЕНЯТ МОИ ПОДВЕСКИ

О чем звенят мои подвески?
Об истории народа?
Что веками сохраняли
Верность мы святыням рода?

В этом звоне - стон ковыльный,
Шорохи степного края,
Клекот в небе журавлиный,
Стук копыт и зов курая.

Пусть всегда звенят подвески:
Были мы! И есть! И будем!
В вечной круговерти жизни
Предков дар мы не забудем!

🔹 Фәниә Ғәйнуллина ғалим-философ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры Зөһрә Рәхмәтуллинаның рус телендәге шиғырын тәржемә иткән.
Просмотры: 124
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Башҡорт донъяһы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти