Открытый канал ID 70927616398676

Башҡорт донъяһы

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

📌 "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһына дәғүә итә - ярҙам итәйек!

"Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһының "Тәбиғәт һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса иң яҡшы социаль-мәғлүмәти проект" номинацияһында ҡатнаша.

🔥 Башҡортостан халҡы тауыш биреп, "Йәмәғәт таныуы" махсус номинацияһында еңергә ярҙам итә ала.
📍 Бының өсөн ошо һылтанма буйынса үтеп, тауыш бирергә кәрәк.

🔹 "Гәлсәр компас" - йыл һайын Рус география йәмғиәте ярҙамында тапшырыла килгән донъялағы иң абруйлы географик наградаларҙың береһе.

🔹 14 йыл эсендә 63 илдән 5,5 меңгә яҡын авторҙар коллективы лайыҡ булған.

💯 "Торатауға ярҙам итәйек - беҙҙең төбәк тураһында бөтә донъя белһен",
- тип яҙған Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Просмотры: 90
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
📌 "Башҡорт һандуғасы" Филүс Гәрәевтың тыуыуына - 85 йыл.

Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Гәрәев 1942 йылдың 24 октябрендә Башҡортостан АССР-ының Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған.

🔹 1964 йылдан Өфө ҡалаһының 25-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

🔹 1965 йылдан - Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы.

🔹 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.

🔹 1986—1990 йылдарҙа Филүс Фәзлиәхмәт улы Башҡортостан дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийында эшләй. СССР, Венгрия, Польша буйлап гастролдәрҙә була.

🔹 1990 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Уның репертуарында композиторҙар Н. Ә. Дауытов, З. Ғ. Исмәғилев, Р. Р. Йыһанов, Ш. З. Ҡолбарисов, Р. М. Хәсәнов, Х. Ф. Әхмәтов, К. Я. Листов, Б. А. Мокроусов, О. Б. Фельцман йырҙары; «Ғайса ахун», «Ирәндек», «Ҡара юрға», «Уйыл», «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырҙары һ.б.
Просмотры: 83
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
#УЙЛЫҒА_УЙ
"Интернетта олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыҙыҡ та, тапҡыр ҙа һөйләгән хәбәрҙәрен яҙалар. Береһенән-береһе зирәктәр!
#Мин ошо яҙмалар аша халҡыбыҙҙың тел һәм йәшәү яҙмышын күҙаллайым. "Урал батыр" ҡобайырында Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһә батшалығын ҡоралһыҙ еңеү юлын өйрәтә: ни вәғәҙә итһә лә алма, тик телен һора, ти.
Урал батшалыҡты ҡоралһыҙ ала".

📍 Күренекле журналист, яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, абруйлы милләттәшебеҙ Мәрйәм БУРАҠАЕВА даими рәүештә сәхифәһендә уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып бара. Һуңғы яҙмаларынан бына ошо үрҙә килтерелгәне айырыуса һиҫкәндерҙе.

❓ Ни өсөн, тиһегеҙме?

Сөнки алдағы яҙмаларҙың береһендә Златоуст ҡалаһының атамаһы башҡортса "Алтынтамаҡ" тигәндән алыныуға таянып, текст башына ошо атаманы ҡуйып, эргәһенә русса атамаһын да күрһәтеп яҙып сыҡҡандан һуң, үҙебеҙҙең башҡорттар:
❗
"Ундай ҡала юҡ, Златоуст тип төҙәтегеҙ",
- тигән хәбәрҙәр яуҙырҙы.

"Русса атамаһын эргәһендә күрһәткәнбеҙ бит, башҡортса атамаһы хәҙер әүҙем ҡулланылмаһа ла, халыҡ ҡолағына салынып ҡалһын. Был бит боронғо башҡорт ерҙәре, Силәбе өлкәһенең төбәкте өйрәнеүсеһе Ф.Н. Яблонский Мейәс йылғаһының алтынлы урыны Алтынтамаҡ тип аталыуын фараз итә, һәм ошо атама урыҫ теленә тәржемә ителеп, Златоустҡа әйләнә, тип иҫәпләгән. Шундай мәғлүмәт бар сығанаҡтарҙа. Былай ҙа ер-һыу атамаларының башҡортсаһы ҡулланылыштан төшөп ҡалып ҡына бара", - тип аңлатырға маташтыҡ үҙебеҙсә.

🔥 Ә яңылыҡ матур ине, ҡала атамаһын башҡортса яҙырлыҡ!

Бәлки, күптән ҡулланылмаған атама менән яҙыу хаталылыр ҙа (хатта руссаһын эргәһенә яҙған хәлдә лә). Әммә кемдер ошондай бәхәскә ингән икән, тимәк, иғтибар менән уҡыған, башҡортса атамаһы булыу ихтималлығы тураһында уйланғандыр, тип өмөтләнәбеҙ.

💯 Телен алдырып, ҡоралһыҙ бирелгәндәр араһында булмаһаҡ ине...
Просмотры: 96
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
▶ видео
📌 "Мин һәр саҡ башҡорттарҙа кейем мәҙәниәтенең ни тиклем уйланылған, технологик һәм эстетик яҡтан тәрән булыуына хайран ҡалам. Ата-бабаларыбыҙ төрлө материалдар менән эш итә белгән, ғәжәйеп биҙәүестәр эшләгән",
- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, ҡулына Айгөл Камалиеваның китабын алып.

🔹 Белеүегеҙсә, был "Сулпылар ни тураһында сыңлай. Башҡорт кейеме биҙәлеше" китабы яңыраҡ донъя күрҙе.

🔹 Радий Фәрит улы биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, һөнәрселекте тергеҙеү, үҫтереүгә ярҙам буласаҡ, тип вәғәҙә иткән.
📍 Тулыраҡ - видеояҙмала ҡарағыҙ.
Просмотры: 197
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Атанан күргән - ағас ултыртҡан, арҡан ишкән

Хәйбулла районында атайҙар улдары менән бергә ағас ултыртҡан. Был сараны райондың "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы үткәргән.

🔹 Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе эргәһендә ылыҫлы ағастар ултыртҡас, арҡан ишеү буйынса оҫталыҡ дәресендә таҫыллыҡтарын күрһәткәндәр. Үҙ ҡулдары менән ишкән арҡандарҙы улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәрергә ҡарар иткән.

💯 "Был сара атайҙар өсөн дә, малайҙарға ла файҙалы үтте",

- тип хәбәр итә ойоштороусылар.

❓ Ә һеҙҙе атайығыҙ ниндәй һөнәргә/эшкә өйрәтте?
Просмотры: 175
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 "Атайсал. Атайҙар ере" фильмын 5 меңдән ашыу кеше ҡараған. Маҡсат - 10 000!

Фильмды төшөрөүселәр Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Белорет, Шишмә, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондарында күрһәтеүҙәр ойошторған һәм был эш дауам итә.

📍 Уны уҡыусылар һәм студенттар, уҡытыусылар, 12-16 йәшлек балалары булған ғаиләләр бушлай ҡараған.

🔥 2026 йылдың ноябрь айы тамамланғансы был "арбаға ултырып" өлгөрөргә була, ти ойоштороусылар.

🔹 Фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов, сценарий авторы - Шәүрә Шәкүрова.

🔹 "Башфильм" коммерцияға ҡарамаған ойошма проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла.

🔹 2027 йылда фильм киң прокатҡа сығасаҡ. Әммә шуға тиклем уны күреп өлгөрә алаһығыҙ.

🔹 Фильмды бушлай ҡарауҙы ойоштороу өсөн Рөстәм Шәйхетдинов менән бәйләнешкә сығырға мөмкин:
📞 +7-906-10-70-700
Просмотры: 177
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Башҡорт донъяһы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти