📌 "Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһына дәғүә итә - ярҙам итәйек!
"Торатау" геопаркы "Гәлсәр компас" халыҡ-ара премияһының "Тәбиғәт һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса иң яҡшы социаль-мәғлүмәти проект" номинацияһында ҡатнаша.
🔥 Башҡортостан халҡы тауыш биреп, "Йәмәғәт таныуы" махсус номинацияһында еңергә ярҙам итә ала.
📍 Бының өсөн ошо һылтанма буйынса үтеп, тауыш бирергә кәрәк.
🔹 "Гәлсәр компас" - йыл һайын Рус география йәмғиәте ярҙамында тапшырыла килгән донъялағы иң абруйлы географик наградаларҙың береһе.
🔹 14 йыл эсендә 63 илдән 5,5 меңгә яҡын авторҙар коллективы лайыҡ булған.
💯 "Торатауға ярҙам итәйек - беҙҙең төбәк тураһында бөтә донъя белһен",
- тип яҙған Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.