📌
КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ! Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында ҡайһы бер сараларҙы бер урынға тупланыҡ. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ғаилә менән тамаша ҡылып килегеҙ.
✅
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 28 октябрҙә "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле күрһәтелә - башҡорт риүәйәте һәм эпосы нигеҙендә бик матур тамаша.
✅
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында:🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Мәҫәлдәр. Перезагрузка" - Эзоп, Лафонтен, Крылов мәҫәлдәре йәш тамашасы аңларлыҡ итеп күрһәтелә.
🔹 27 октябрҙә сәғәт 14:00 "Еңеү юлы" иммерсив спектакле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған.
🔹 28 октябрҙә сәғәт 12:00 "Аҡбуҙат" мультимедиа перфомансы - башҡорт халыҡ эпосы буйынса беренсе театр йәнһүрәте.
🔹 29 октябрҙә сәғәт 12:00 "Ҡурсаҡ театрына сәйәхәт" - театр буйлап экскурсия һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың оҫталыҡ дәресе.
🔹 30 октябрҙә сәғәт 12:00 "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы" - сәхнә артындағын күреү мөмкинлеге.
🔸
Кескәйҙәр өсөн әкиәттәр:🔹 31 октябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Тирмәкәй" ("Терем-теремок")
🔹 31 октябрҙә сәғәт 14:00 "Гуси-лебеди"
🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Муха-Цокотуха"
🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Етем төлкө"
✅
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрлө йәштәге тамашасылар өсөн саралар ҡаралған.
🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Чиполлино" музыкаль әкиәте.
🔹 30 октябрҙә сәғәт 11:00 "Әлфиә хикәйәләре" - М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса.
🔹 1 ноябрҙә сәғәт 11:00 "Батыр йөрәк" - башҡорт ауыҙ-тел ижады буйынса.
🔹 1 ноябрҙә сәғәт 18:00 "Аҡбуҙат" - башҡорт халыҡ эпосы буйынса.
🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Ете батыр тураһында хикәйәт".
✅
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында:🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Маленькая история о Маленьком Муке".
✅
Салауат дәүләт башҡорт драма театрында:
🔹 29 октябрҙә сәғәт 14:00 "Павлов йорто балалары" тарихи-патриотик драмаһы.
🔹 31 октябрҙә сәғәт 13:00 "Салтан батша тураһында әкиәт" - Пушкин әҫәре буйынса.
✅
Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры 2 ноябрҙә сәғәт 14:00-дә "Николаевканан почтальон" спектаклен күрһәтә.
✅
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 28 октябрҙә сәғәт 19:00-дә маэстро Рөстәм Сөләймәнов хәтеренә арналған "Ойкумена. Барокконан авангардҡа тиклем" тип аталған сара үтә.
✅
БР Милли музейында "40 000 йыл һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙайлы төшө" тип аталған күргәҙмә 27 октябрҙән алып эшләй. Бында боҙлоҡтарҙа табылған ысын мамонт толобон күрергә була.
✅
БР Милли әҙәби музейында һәм филиалдарында милли мәҙәниәткә арналған бай программалар әҙерләнгән:🔹
М. Өмөтбаев музейында бәләкәй класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше", ә урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн "Өмөтбаевтар нәҫеленең тарихы" экскурсияһы ойошторола. "Этно биҙәүестәр: үҙең эшлә" оҫталыҡ дәресе лә үтә.
🔹
М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Бәләкәй оҫталар: бала саҡ барельефы" күргәҙмәһе асыла.
✅ Шулай уҡ 3 ноябрҙә Башҡортостан буйлап
"Сәнғәт төнө - 2026" акцияһы үтә. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған.