📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл.
1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил КЕЙЕКБАЕВ тыуған.
🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.
🔹 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары ла була.
🔹 1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй.
🔹 1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына аспирантураға уҡырға инә.
🔹 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара.
🔹 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына "Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы" темаһына диссертация яҡлай.
🔹 1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, ә хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй.
🔹 1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт зыялыларынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
🔹 Ғалим башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһен өйрәнә. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.
🔥 Жәлил Кейекбаев 12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай: туған башҡорт теленән тыш, немец, инглиз, рус, ғәрәп, венгр, эстон, сыуаш, монгол, тунгусс, уйғыр, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк, татар һ.б.
Ә немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә лә итә: Гёте, Гейне, Эрих Вайнерт, Вилли Бредель, Фридрих Вольф (1936 йылда Өфөлә уның тәржемәсеһе була), ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әҫәрҙәрен. Үҙе лә әҙәбиәткә ваҡыт таба: «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.
🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1968 йылдың 19 мартында вафат була.