❓ Балаларығыҙ Санкт-Петербургта белем аламы?
✅ Күстәнәс ебәр!
🔹 2026 йылдың 5-8 ноябрендә "Башҡортостандан һөйөү менән" проекты сиктәрендә Санкт-Петербург ҡалаһына тәүге аҙыҡ-түлек ылауы ебәрелә. Бушлай.
🔸 Башҡортостандан ситтә уҡыған студенттар һәм аспиранттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған ылауға аҙыҡ-түлек, йылы кейем, түшәк һәм һауыт-һаба һалырға мөмкин.
🔸 Посылка тәғәйенләнгән кешенең исем-фамилияһын, телефонын һәм килеп аласаҡ нөктәне күрһәтеп яҙырға кәрәк.
📍 Был юлы әйберҙәрҙе киләһе маршрут буйынса йыялар:
Сибай — Баймаҡ — Юлдыбай — Йылайыр — Иҫәнғол — Күмертау — Мәләүез — Салауат — Ишембай — Стәрлетамаҡ — Өфө — Шишмә — Языков — Бүздәк — Бәләбәй — Туймазы — Октябрьский — Санкт-Петербург.
🔹 Санкт-Петербург буйлап 8 ноябрҙә таратып сығасаҡтар. Посылкаларҙы "Еңеү паркы", "Тау институты", "Диңгеҙ буйы" ("Приморская"), "Политехник", "Александр Невский майҙаны" метро станцияларына яҡын ерҙә таратыу нөктәһе ойошторола.
👉 Тулыраҡ мәғлүмәт MAX-тағы каналда.
🔗Ҡатнашыу бушлай, ошо һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/4272717/