Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ!



Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында ҡайһы бер сараларҙы бер урынға тупланыҡ. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ғаилә менән тамаша ҡылып килегеҙ.

✅ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 28 октябрҙә "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле күрһәтелә - башҡорт риүәйәте һәм эпосы нигеҙендә бик матур тамаша.

✅ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында:

🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Мәҫәлдәр. Перезагрузка" - Эзоп, Лафонтен, Крылов мәҫәлдәре йәш тамашасы аңларлыҡ итеп күрһәтелә.

🔹 27 октябрҙә сәғәт 14:00 "Еңеү юлы" иммерсив спектакле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған.

🔹 28 октябрҙә сәғәт 12:00 "Аҡбуҙат" мультимедиа перфомансы - башҡорт халыҡ эпосы буйынса беренсе театр йәнһүрәте.

🔹 29 октябрҙә сәғәт 12:00 "Ҡурсаҡ театрына сәйәхәт" - театр буйлап экскурсия һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың оҫталыҡ дәресе.

🔹 30 октябрҙә сәғәт 12:00 "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы" - сәхнә артындағын күреү мөмкинлеге.

🔸 Кескәйҙәр өсөн әкиәттәр:

🔹 31 октябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Тирмәкәй" ("Терем-теремок")

🔹 31 октябрҙә сәғәт 14:00 "Гуси-лебеди"

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Муха-Цокотуха"

🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Етем төлкө"

✅ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрлө йәштәге тамашасылар өсөн саралар ҡаралған.

🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Чиполлино" музыкаль әкиәте.

🔹 30 октябрҙә сәғәт 11:00 "Әлфиә хикәйәләре" - М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса.

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 11:00 "Батыр йөрәк" - башҡорт ауыҙ-тел ижады буйынса.

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 18:00 "Аҡбуҙат" - башҡорт халыҡ эпосы буйынса.

🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Ете батыр тураһында хикәйәт".

✅ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында:

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Маленькая история о Маленьком Муке".

✅ Салауат дәүләт башҡорт драма театрында:

🔹 29 октябрҙә сәғәт 14:00 "Павлов йорто балалары" тарихи-патриотик драмаһы.

🔹 31 октябрҙә сәғәт 13:00 "Салтан батша тураһында әкиәт" - Пушкин әҫәре буйынса.

✅ Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры 2 ноябрҙә сәғәт 14:00-дә "Николаевканан почтальон" спектаклен күрһәтә.

✅ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 28 октябрҙә сәғәт 19:00-дә маэстро Рөстәм Сөләймәнов хәтеренә арналған "Ойкумена. Барокконан авангардҡа тиклем" тип аталған сара үтә.

✅ БР Милли музейында "40 000 йыл һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙайлы төшө" тип аталған күргәҙмә 27 октябрҙән алып эшләй. Бында боҙлоҡтарҙа табылған ысын мамонт толобон күрергә була.

✅ БР Милли әҙәби музейында һәм филиалдарында милли мәҙәниәткә арналған бай программалар әҙерләнгән:

🔹 М. Өмөтбаев музейында бәләкәй класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше", ә урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн "Өмөтбаевтар нәҫеленең тарихы" экскурсияһы ойошторола. "Этно биҙәүестәр: үҙең эшлә" оҫталыҡ дәресе лә үтә.

🔹 М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Бәләкәй оҫталар: бала саҡ барельефы" күргәҙмәһе асыла.

✅ Шулай уҡ 3 ноябрҙә Башҡортостан буйлап "Сәнғәт төнө - 2026" акцияһы үтә. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған.
Просмотры: 176
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти