Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 70927616398676

Башҡорт донъяһы

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

#тел_тере_шишмә
❓ Ниндәй башҡорт халыҡ мәҡәлдәре йәшерелгән?

Йәгеҙ, табып ҡарағыҙ😉

Үҙегеҙҙе тикшереү өсөн иртәгә комментарийға күҙ һалырһығыҙ - дөрөҫ яуаптарҙы шунда яҙып ҡуйырбыҙ.
Просмотры: 47
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтәсәк. — видео, канал «Башҡорт донъяһы» ▶ видео
📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтәсәк.

🔹 Республика етәксеһе 2026 йылдың 11 ноябрендә сәғәт киске 7-лә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.

Тура эфир БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиоһы, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә күрһәтелә.

📍 Башҡортостан халҡын борсоған һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт киске 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Просмотры: 67
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вәт, өҙҙөрә исмаһам! — видео, канал «Башҡорт донъяһы» ▶ видео
Вәт, өҙҙөрә исмаһам!🔥

Яңыраҡ Белорет районы Ҡаһарман ауылында тамъян ырыуы башҡорттарының 2-се йыйыны үткән.

Белорет, Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе, Бөрйән райондары, Межгорье ҡалаһынан килгән ырыуҙаштары алдында Азат Атанғолов сығыш яһаған.

Бик күп республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, музыка уҡытыусыһы Азат Ханнан улы бер юлы ике музыка ҡоралында уйнау оҫталығына эйә.
Әйткәндәй, ул билдәле Әбйәлил сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкированың улы.
Просмотры: 106
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. — видео, канал «Башҡорт донъяһы» ▶ видео
📌 Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр.

Белеүегеҙсә, 27 октябрь - Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө. Тимәк, барлыҡ боронғо кинотаҫмалар, видеокассеталар, дискеталар, дискылар һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарын, архивты һаҡлауға иғтибар йүнәлтелә.

🔹 Башҡортостан тураһында төшөрөлгән тәүге таҫмалар, ҡыҙғанысҡа күрә, һаҡланмаған.

📍 Ә бына был "Совет Башҡортостаны" тигән кинотаҫма 1948 йылғы. Әлбиттә, унда сағылған фекерҙәр ҙә төшөрөлгән осорона күрә, "үҙенсәлекле". Шулай ҙа был уның ҡиммәтен юҡ итмәйҙер.

🔹 Бында оҙон ғүмер йәшәгән Сәрүәр Хәсәнов - 79 йәшендә ҡулына ҡорал алған, 106 йәшкә еткән; билдәле башҡорт архитекторы Кәлимуллин, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәм башҡа бик күп шәхестәребеҙҙе тереләй күрә алабыҙ.

Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡлы таҫма. Ваҡытығыҙ булғанда, мотлаҡ ҡарағыҙ. 👍
Просмотры: 126
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле көн ☀️

Фото: Әминә Шафиҡова ғәйнә башҡорто образында. Фотограф - Людмила Камнева. Кейемдәр - Гөлдәр Шәбиева теккән.

Әйткәндәй, 27 октябрь - Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ көнө икән.
Просмотры: 156
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Полиглот башҡорт ғалимының тыуыуына 115 йыл.

1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил КЕЙЕКБАЕВ тыуған.

🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.

🔹 1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары ла була.

🔹 1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлай. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй.

🔹 1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына аспирантураға уҡырға инә.

🔹 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара.

🔹 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына "Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы" темаһына диссертация яҡлай.

🔹 1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, ә хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй.

🔹 1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт зыялыларынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

🔹 Ғалим башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһен өйрәнә. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.

🔥 Жәлил Кейекбаев 12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай: туған башҡорт теленән тыш, немец, инглиз, рус, ғәрәп, венгр, эстон, сыуаш, монгол, тунгусс, уйғыр, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөк, татар һ.б.
Ә немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә лә итә: Гёте, Гейне, Эрих Вайнерт, Вилли Бредель, Фридрих Вольф (1936 йылда Өфөлә уның тәржемәсеһе була), ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әҫәрҙәрен. Үҙе лә әҙәбиәткә ваҡыт таба: «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.

🔹 Жәлил Ғиниәт улы 1968 йылдың 19 мартында вафат була.
Просмотры: 138
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 КАНИКУЛДАРҘЫ ФАЙҘАЛЫ ҮТКӘРЕГЕҘ: ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөгөҙ!

Белеүегеҙсә, 3 ноябргә тиклем көҙгө каникулдар. Ялдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында ҡайһы бер сараларҙы бер урынға тупланыҡ. Күңелегеҙгә ятҡанын һайлап, ғаилә менән тамаша ҡылып килегеҙ.

✅ М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 28 октябрҙә "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле күрһәтелә - башҡорт риүәйәте һәм эпосы нигеҙендә бик матур тамаша.

✅ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында:

🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Мәҫәлдәр. Перезагрузка" - Эзоп, Лафонтен, Крылов мәҫәлдәре йәш тамашасы аңларлыҡ итеп күрһәтелә.

🔹 27 октябрҙә сәғәт 14:00 "Еңеү юлы" иммерсив спектакле - Бөйөк Ватан һуғышына арналған.

🔹 28 октябрҙә сәғәт 12:00 "Аҡбуҙат" мультимедиа перфомансы - башҡорт халыҡ эпосы буйынса беренсе театр йәнһүрәте.

🔹 29 октябрҙә сәғәт 12:00 "Ҡурсаҡ театрына сәйәхәт" - театр буйлап экскурсия һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың оҫталыҡ дәресе.

🔹 30 октябрҙә сәғәт 12:00 "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы" - сәхнә артындағын күреү мөмкинлеге.

🔸 Кескәйҙәр өсөн әкиәттәр:

🔹 31 октябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Тирмәкәй" ("Терем-теремок")

🔹 31 октябрҙә сәғәт 14:00 "Гуси-лебеди"

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 һәм 15:00 "Муха-Цокотуха"

🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Етем төлкө"

✅ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрлө йәштәге тамашасылар өсөн саралар ҡаралған.

🔹 27 октябрҙә сәғәт 11:00 "Чиполлино" музыкаль әкиәте.

🔹 30 октябрҙә сәғәт 11:00 "Әлфиә хикәйәләре" - М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса.

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 11:00 "Батыр йөрәк" - башҡорт ауыҙ-тел ижады буйынса.

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 18:00 "Аҡбуҙат" - башҡорт халыҡ эпосы буйынса.

🔹 4 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Ете батыр тураһында хикәйәт".

✅ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында:

🔹 1 ноябрҙә сәғәт 12:00 "Маленькая история о Маленьком Муке".

✅ Салауат дәүләт башҡорт драма театрында:

🔹 29 октябрҙә сәғәт 14:00 "Павлов йорто балалары" тарихи-патриотик драмаһы.

🔹 31 октябрҙә сәғәт 13:00 "Салтан батша тураһында әкиәт" - Пушкин әҫәре буйынса.

✅ Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры 2 ноябрҙә сәғәт 14:00-дә "Николаевканан почтальон" спектаклен күрһәтә.

✅ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 28 октябрҙә сәғәт 19:00-дә маэстро Рөстәм Сөләймәнов хәтеренә арналған "Ойкумена. Барокконан авангардҡа тиклем" тип аталған сара үтә.

✅ БР Милли музейында "40 000 йыл һәм ҡыш. Мамонт балаһы Любаның оҙайлы төшө" тип аталған күргәҙмә 27 октябрҙән алып эшләй. Бында боҙлоҡтарҙа табылған ысын мамонт толобон күрергә була.

✅ БР Милли әҙәби музейында һәм филиалдарында милли мәҙәниәткә арналған бай программалар әҙерләнгән:

🔹 М. Өмөтбаев музейында бәләкәй класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше", ә урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн "Өмөтбаевтар нәҫеленең тарихы" экскурсияһы ойошторола. "Этно биҙәүестәр: үҙең эшлә" оҫталыҡ дәресе лә үтә.

🔹 М. Ғафуриҙың йорт-музейында "Бәләкәй оҫталар: бала саҡ барельефы" күргәҙмәһе асыла.

✅ Шулай уҡ 3 ноябрҙә Башҡортостан буйлап "Сәнғәт төнө - 2026" акцияһы үтә. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған.
Просмотры: 156
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Мәсетлеләр бауырһаҡ бешерергә өйрәткән.

Башҡорт мәҙәниәте аҙналығы сиктәрендә Мәсетле районы Ғүмәр ауылы клубында "Башҡорт һыйы табында" тигән сара үткән. Байрамға Дыуан-Мәсетле биләмәһенә ҡараған клуб мөдирҙәре йыйылған.

💯 "Бөгөнгө байрам табыны ла милли аш-һыуҙан һығылып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө бәлештәр, ҡоймаҡтар, һөт ризыҡтары, бауырһаҡ, ҡош теле, үлән сәйҙәре һәм башҡа бик күп төрлө ризыҡтар әҙерләгәйне. Башҡорттарҙа айырым осраҡтарҙа ғына әҙерләнгән күп төрлө байрам аштары бар, шуларҙың береһе - бауырһаҡ. Бында уға бағышланған оҫталыҡ дәресе уҙҙы",

- тип хәбәр итә мәсетлеләр.

🔹 Ҡатнашыусылар бауырһаҡтар йомшаҡ булһын өсөн ҡамырҙы нисек дөрөҫ баҫырға һәм майҙы ниндәй температураға тиклем ҡыҙҙырырға кәрәклеген белгән. Шунан күмәкләп тәмләп сәй эскәндәр.

👉 Бауырһаҡ башҡорттарҙа электән бәхет һәм муллыҡты сағылдырған. Уны тантаналы көндәрҙә һәм байрамдарҙа ғына әҙерләгәндәр. Бауырһаҡ менән һыйлау ҡунаҡҡа иң юғары ихтирам билдәһе һаналған.
Просмотры: 130
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Башҡорт кейеме Мари Республикаһында еңеү яулаған.

Йошкар-Ола ҡалаһында "Калык вургем пайрем унала ўжеш" - Милли кейем байрамы ҡунаҡҡа саҡыра тигән фестиваль-конкурс үткән. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған. Бында Рәсәйҙән иң яҡшы оҫталар һәм дизайнерҙар йыйылған.

🔥 Башҡортостандан "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы ике номинацияла ҡатнашҡан.

🔹 "Сәхнә костюмы" номинацияһында кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр барыһын да таң ҡалдырған.

🔹 "Традицион кейемдәр репликаһы" номинацияһында "Башҡорттарҙың 7 ырыуы" коллекцияһы 3-сө урын яулаған.
Просмотры: 134
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Башҡорт донъяһы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти