Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

📌 Ҡурсаулыҡҡа сәйәхәт



Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары көҙгө каникул ваҡытында Һарғая ауылына Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылған.

🔹 Тәүҙә ҡурсаулыҡтың ҡағиҙәләре менән таныштырғас, Тәбиғәт музейына юлланғандар. Бында балалар үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар донъяһы менән яҡынданыраҡ танышҡан.

💯 "Ҡурсаулыҡтың махсус ябыулы биләмәһендә аҫралған гүзәл маралдарҙы үҙ күҙебеҙ менән күреү беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс булды. Әсәйҙәр бешереп ебәргән тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, балалар майҙансығында уйнап алдыҡ. Беҙҙең сәйәхәт бик күңелле булды!"

- ти класс етәксеһе Ғәлимә Сәлихова.

Ул мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдергән.

Балалар күңелендә тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү уятҡан бик әһәмиәтле көн булған был💚

❓ Ә һеҙ каникулдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Просмотры: 93
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти