📌 Уңыш йыйған уңғандарға - автомобиль
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уңыш йыйыуҙа алдынғы булған комбайн һәм сапҡыс операторҙарына "ЛАДА Нива" автомобилдәрен бүләк итте.
📍 "Иң яҡшы иген урыусы комбайн операторы" номинацияһында еңеүселәр:
🔹 Рәил Иҫәнбитов - Стәрлетамаҡ районы "Калинин исемендәге" аграр предприятиеһы механизаторы 4497 тонна иген иккән;
🔹 Азамат Закиров - Хәйбулла районы Урал Закиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 4500 тонна иген;
🔹 Василий Фёдоров - Ауырғазы районы "Уңыш" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 3902 тонна иген;
🔹 Рәсим Зарипов - Дүртөйлө районы "Ленин" тоҡом заводы механизаторы - 3578 тонна иген;
🔹 Рәмзил Хаматдинов - Саҡмағош районы "Юлдаш" ойошмаһы механизаторы - 3376 тонна иген;
🔹 Сабирйән Шәрәфиев - Мәсетле районы "Аҡтау" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 2303 тонна иген;
🔹 Денис Шакиров - Борай районы Динарик Шакиров крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы - 2231 тонна иген;
🔹 Алик Яппаров - Балтас районы "Мичурин" ойошмаһы механизаторы - 1090 тонна иген иккән.
📍 "Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы" номинацияһында еңеүсе:
🔹 Илнар Хәмзин - Тәтешле районы "Крупская" ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы - 4853 гектар ерҙән иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар урып алған.
📍 "Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыусы комбайн операторы" номинацияһында:
🔹 Дмитрий Шевченко - Благовар районы "Лентерра" ойошмаһы механизаторы - ул 1185 гектар ерҙән шәкәр сөгөлдөрөн йыйған.
💯 "Быйыл, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, республикала 3,4 млн тонна иген, лайыҡлы шәкәр сөгөлдөрө уңышы, майлы культуралар йыйып алынды. Әлбиттә, был сик түгел. Фәндең иң яңы ҡаҙаныштарын, ашламаларҙы, яҡшы заманса техниканы ҡулланып, тағы ла күберәккә ирешә алабыҙ һәм шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә. Әлбиттә, ауыл хужалығына артабан да ярҙамды дауам итәсәкбеҙ.
Иртәгә Башҡортостанда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналар үтәсәк. Был мөһим тармаҡҡа ҡағылышы булған һәр кемде ихлас ҡотлайым! Һеҙ еңел булмаған, әммә республиканың һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн мөһим эште атҡараһығыҙ. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ һәм именлек теләйем",
- тип яҙҙы сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Иң төп ризығыбыҙ - икмәк менән тәьмин иткән хеҙмәтсәндәргә дан! 🔥