Открытый канал ID 68721033153032

Ейәнсура таңдары

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Үткән йомала Ейәнсура районының бер төркөм хаҡлы ялдағылары "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика программаһы сиктәрендә Торатауға һәм "Суфия" мәсетенә сәйәхәткә барҙы.

Нәзирә Кәримова, район ветерандар Советы рәйесе:
- “Торатау” геопаркына килгәндәрҙең күбеһе бында тәүге тапҡыр. Бик матур урын. Оло кешеләргә барлыҡ уңайлы шарттар бар. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Бөтәһе лә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн эшләнгән. Торатауҙы күрергә тип ололарыбыҙ дәртләнеп килде. Улар араһында өйҙәренән бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгәндәр ҙә бар.
Ә Кантюковка ауылындағы "Суфия" мәсетен шул тиклем матур итеп төҙөгәндәр, иҫ китерлек! Был сәфәрҙән күңелдәр булып ҡайтты.
Ошо программаны төҙөгәндәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Эйе, гүзәллекте әллә ҡайҙан эҙләргә түгел. Башҡортостан – иҫ киткес матур тәбиғәтле, йолаларға бай ҙур тарихлы төбәк. Үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡомартҡыларын күрәйек, өйрәнәйек, ҡәҙерен беләйек.
Просмотры: 336
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Халыҡ медицинаһында керән тамыры күп ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланыла.

Керән тамырының япрағын һәм тамырын беҙ ғәҙәттә йәшелсә-емеш тоҙлағанда, салаттар эшләгәндә ҡулланабыҙ. Ә халыҡ медицинаһы уны төрлө ауырыуҙан шифаһы булыуын да билдәләй.

Уның файҙаһы ҙур, тик ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән сирләүселәргә керән тамыры һуты ярамай.

Гипертония, астма, туберкулез, артрит, үксә тибенгеһенән (шпора) һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы файҙаланыу саралары 
https://ejansura.ru/articles/faiza/2026-10-26/ker-n-tamyryny-fay-a-y-ur-4854657
Просмотры: 366
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Һеҙҙе бер кем дә тикшермәй, бер кем дә көнләшмәй, бер кем дә тәнҡитләмәй, берһе лә юлығыҙға арҡылы төшмәй икән, тимәк, һеҙ ҡайҙалыр кәрәкмәгән яҡҡа китеп бараһығыҙ. Йәиһә, бөтөнләй кеше аяғы баҫмаған утрауҙа йәшәйһегеҙ 😁
Просмотры: 482
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн - Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
Мәктәп автобусы руле ышаныслы ҡулдарҙа
Районыбыҙ юлдарында «Дети» тигән яҙыулы һары төҫтәге мәктәп автобустарын йыш күрергә була. Был автобустарҙа уҡыусыларҙы уҡырға, район үҙәгенә, баш ҡалаға ярыштарға, олимпиадаларға, сәйәхәттәргә йөрөтәләр. Мәктәп автобусы водителенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята: балаларҙы мәктәпкә ваҡытында килтереү һәм дәрестәрҙән һуң өйҙәренә хәүеф-хәтәрһеҙ ҡайтарып ҡуйыу. Был эш еңел түгел — ул иғтибарлылыҡты, тәжрибәне һәм балаларға ҡарата яуаплы мөнәсәбәтте талап итә.
Самаҙы ауылынан Шәһит Ҡотләхмәт улы Хәжиәхмәтовтың автомобиль йөрөтөү таныҡлығы алыуына 43 йылдан ашыу. ejansura.ru/news/commo...
Просмотры: 492
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөнгө яҙмам, кеше тәнендә йәшәгән ҡорттарҙан (паразиттар) таҙарыныу ысулдары тураһында булыр.

Һуңғы йылдарҙа ғына, төрлө ҡорттар менән ауырыу осрағы ете тапҡырға артҡан. Бының сәбәбе күп әлбиттә. Экология, бысраҡ һыу тиһәләр ҙә, иң беренсе сәбәп, беҙҙең дөрөҫ туҡланмауҙа: артығын ашайбыҙ, ныҡ татлы, клетчаткаһыҙ ризыҡтар менән туҡланабыҙ.
https://ejansura.ru/news/faikanas/2026-10-25/e-t-ym-pizhma-4854235
Просмотры: 419
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Көндәлек...күпме эс серем шаһиты һин ! Йомарлаулы ҡалын дәфтәр өҫтәлдә яҙылмай йомарланып ябыла ла ҡуя. Тәслимә ике ҡулы менән ҡайырып биттәрен тотоп, тигеҙ матур хәрефтәр менән яҙылған яҙмаға йомолдо...

18.05.87

Мин больницала. Ауырымайым. Ауырытты Мәхмүт. 8 мартҡа күрше аулға концерт менән барҙыҡ, бар коллектив. Сәғәт 4 - кә тип афиша элһәләр ҙә, ҡараңғы төшөүгә саҡ башланды тамаша. Хафаландым өйҙә көткән һөйләшеү өсөн. Бейеп сыҡтым шулай ҙа. Ҡат - ҡат һорап бейеттеләр. Инәлтмәнем, бейенем. Һуңғы осоноп бейеүем булған икән. Күңелем һиҙҙеме һуңғы икәнен, әллә аяҡтарым, шул тиклем еңел өйрөлдө. Хәлемдән килһә, тик йөрөр инем шунда бейеп...

Концерт бөтмәҫ элек Мәхмүт килеп инде сәхнә артына. Йөҙөнән һиҙелә - асыулы. Еңемдән елтерәтә һөйрәп алып сығып, сикәләп һуғып осорҙо. Тороп тиҙ генә кейенеп Мәхмүт менән ҡайтырға сыҡтым. Ат егеп килгән ине. Ултырҙым санаға. Юл буйына әрләне. Бала ише бер һүҙ сығармай түҙҙем. Ауыл осона етә "нишләп бер һүҙ өндәшмәйһең!"- тип һуғып ебәрҙе. Әллә нисек аты тибеп ебәрмәне, сананың алдағы бер тишегенән шыуып төшөп сана аҫтында ҡалдым. Кәүҙәм ситкә йығылды, уң аяғымдың ашыҡ һөйәге тирәһен сана табаны шытырҙатып тапап китте. Үҙ ҡолағыма ишетелде үҙ һөйәгем һынғаны...
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-25/min-bit-ine-me-d-r-ara-ynan-4854174
Просмотры: 423
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөнгө байрам уңайынан профессиональ водителдәрҙе, тармаҡ ветерандарын, автоһәүәҫкәрҙәрҙе, һөнәре менән транспорт тармағына бәйле барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ.

Хәҙерге заманда ныҡлап үҫешкән транспорт системаһы кешеләр өсөн уңайлылыҡтың, көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта руль артына ултырған һәр кемдең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға, пассажирҙарына иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған водителдәр күберәк булһын.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы техника теләйбеҙ. Юлдарығыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын!
Просмотры: 447
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ҠАЙҺЫ КӨН УҢЫШЛЫ?

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:
– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:
– Шаршамбы...

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

🌸Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында.

“Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә.

🌙Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләмдең дә: “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, - тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ.

⚡Бында башҡорт халҡының "Ҡалған эшкә ҡар яуа", - тигән мәҡәле лә урынлы яңғырай. Көн матурын көтөп, бөгөн эшләр эшеңде иртәнгегә ҡалдырып, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырып йәшәмәйек.
Просмотры: 460
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ҡайҙан иҫкә төштө бынау испанка тигәне? Испанка, имеш. Испанкалар ҡайҙа ла, Сусана ҡайҙа. Исеме генә инде-е... Яҙып та, һөйләп тә килештереп булырлыҡ түгел Сусананың исемен. Төпкөлдөң дә төпкөлөндә ҡап-ҡара, ҡап-ҡапыс башҡорт Ҡөҙрәт Ҡыямов үҙенән дә ҡарараҡ ҡыҙына Сусана тип исем ҡуштырһын сәле мулла саҡырып тороп. Кәләшенең илауына ла, силсәүиттекеләрҙең өгөтөнә, оялтырға маташыуҙарына ла ҡараманы.
– Үҙем беләм. Һеҙ нимә беләһегеҙ? Китап уҡығыҙ. Белерһегеҙ Сусаннаның кем икәнен. Яҙығыҙ мин әйткәнсә! Ике "н" хәрефе менән яҙығыҙ...
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-24/ispanka-4854152
Просмотры: 552
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Ейәнсура таңдары» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти