ҠАЙҺЫ КӨН УҢЫШЛЫ?
Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:
– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?
Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:
– Шаршамбы...
Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.
– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.
🌸Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында.
“Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә.
🌙Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләмдең дә: “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, - тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ.
⚡Бында башҡорт халҡының "Ҡалған эшкә ҡар яуа", - тигән мәҡәле лә урынлы яңғырай. Көн матурын көтөп, бөгөн эшләр эшеңде иртәнгегә ҡалдырып, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырып йәшәмәйек.