Бөгөнгө байрам уңайынан профессиональ водителдәрҙе, тармаҡ ветерандарын, автоһәүәҫкәрҙәрҙе, һөнәре менән транспорт тармағына бәйле барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ.
Хәҙерге заманда ныҡлап үҫешкән транспорт системаһы кешеләр өсөн уңайлылыҡтың, көндәлек тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта руль артына ултырған һәр кемдең иңенә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға, пассажирҙарына иғтибарлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған водителдәр күберәк булһын.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы техника теләйбеҙ. Юлдарығыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын!