Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68721033153032

Ейәнсура таңдары

Россия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

29 октябрҙә Рәсәйҙә Милләттәр  татыулығына, ә гүзәл  Башҡортостаныбыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған марафон эстафетаһын Бикбау ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Юлсанов Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ноғомановаға тапшырҙы. Тантаналы сара район мәҙәниәт йортонда үтте. Сараны Иҫәнғол ауылы ойошмаларының  һәүәҫкәр артистары биҙәне.
Просмотры: 222
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Нишләп Хәлим үҙ туғандары менән таныштырыуҙан ҡаса? Әллә алдашамы? Бының серен белергә ине.

Ҡыҙ күп уйлап йөрөмәне, эш урынынан өс көнгә отгул алды һәм такси яллап Хәлимдең әсәһе йәшәгән ауылға юл тотто. Маҡсаты: яҡындан танышып алыу. Килешеү буйынса такси хужаһы уны көтөп ултырып кире алып ҡайтырға тейеш.

Бына ауыл, ә уртараҡ ерҙә берҙән-бер магазин күренә. Шуның алдына туҡтап, машинанан сығып, Вәлимә тирәү-яҡҡа күҙ һалды, берәй кешене осратһа Хәлимдең әсәһе йәшәгән өйҙө белешеү ине. Әмәлгә ҡалғандай магазиндан бер ҡатын сыҡҡаны күренде.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-29/osra-ly-osrashyu-hik-y-3583158
Просмотры: 196
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына… — видео, канал «Ейәнсура таңдары» ▶ видео
❓ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – 2026: Башҡортостан Башлығына һорау бир!
 
11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш үтә. Был төбәк етәксеһенә туранан-тура мөрәжәғәт итеү һәм һеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәки ауыл-ҡалағыҙҙы борсоған һорауҙарҙы еткереү мөмкинлеге.
 
Һорауығыҙҙы нисек бирергә? Уңайлы ысул һайлағыҙ 🙌🏻
 
🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
 
🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/

🔹 Чат-боттар аша:
 
– МАХ милли мессенджерында: https://max.ru/glavarb_pl_bot
– «Бәйләнештә»: https://vk.me/glavarb_pl_bot
– «Класташтар»: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
 
🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 218-19-19 йәки 122 (өҫтәлмә һан 5) номерҙарына шылтыратып
 
📲 Видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға? 

Исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы атағыҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ. Ролик бер минуттан да артмаһын. Видео аҙағында һорауығыҙҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ. Видеояҙмалар 10 ноябргә 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
 
📌 Тура бәйләнеште 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиоһы эфирында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин
Просмотры: 318
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ябай кәңәштәр

✅Башығыҙ ауыртһа, бер стакан һыуыҡ һыу эсергә кәңәш ителә. 15-20 минуттан ауыртыу баҫылһа, тимәк, организм шыйыҡса етешмәүенә шулай сигнал ебәргән.
✅Тамағығыҙ ауыртһа, ике-өс бөртөк ҡәнәфер тәмләткесен ауыҙ эсендә йөрөтөргә була. Уның ангина булғанда ла ярҙамы тейә, сөнки ҡәнәфер - көслө антисептик.
✅Ҡан баҫымы түбән булһа, бер сынаяҡ яңы ваҡланған ҡәһүә эсеү файҙалы. Ҡан баҫымы юғары булһа, имбирь сәйе эсәләр. Һыуыҡ үткәндә, тымаулағанда ла уның файҙаһы ҙур. Имбирь сәйе йылындыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.
✅Һыуыҡ тейһә, шулай уҡ киҙеү осоронда, ангина ыҙалатҡанда алма һеркәһе шифалы. Уны 1:1 һыу менән ҡушып, бал өҫтәп эсергә кәрәк. Бындай эсемлек тән температураһын төшөрә, С витамины сығанағы булып тора, тиҙерәк һауығыуға этәргес бирә.
✅Йәшлек эликсиры - лимонлы-баллы һыу һәм зәйтүн майы. Иртән ашарҙан ярты-бер сәғәт алдан бер балғалаҡ май, аҡағынан бал һәм лимон һуты һығылған һыу эсергә. Бындай эсемлек аш һеңдереүҙе яҡшырта, шлактарҙан арындыра, организмды файҙалы матдәләр менән туйындыра, иммунитетты күтәрә. ("Башҡортостан" календарынан)
Просмотры: 293
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
В Башкортостане помогают ветеранам СВО и членам их семей в выборе профессии. Это важное направление совместной работы Госфонда «Защитники Отечества» и Минсельхоза России.
 
Как ветерану специальной военной операции сделать первые шаги к собственному бизнесу в сельском хозяйстве – алгоритм действий в наших карточках. Берите на заметку и дерзайте! Куда обращаться за помощью – смотрите по ссылке vk.cc/d00QBD
Просмотры: 352
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
💥Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ эстафетаһы: капиталь ремонттан һуң Трушин мәҙәниәт йорто асылды һәм марафон символы тапшырылды

Ейәнсурала Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары сиктәрендә мәҙәни марафон эстафетаһы дауам итә. Кисә Бикбау биләмәһе вәкилдәре уны байдәүләттәрҙән тантаналы рәүештә ҡабул итте. Был көн йәнә бер мөһим ваҡиға менән иҫтәлекле булды: ремонттан һуң яңыртылған Трушин ауыл мәҙәниәт йорто асылды. Сарала район башлығы Дәмин Юланов, биләмәләр башлыҡтары, шулай уҡ йәмәғәтселек ҡатнашты.

Милли кейемдәрҙәге хужалар ҡунаҡтарҙы йола буйынса — икмәк-тоҙ, йыр-моң һәм дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Клуб фойеһында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, ҡомартҡы әйберҙәр, башҡорт балы һәм тирмә күренештәре ҡуйылған күргәҙмә ойошторолғайны. Экспозицияла шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам йөҙөнән әҙерләнгән маскировка селтәрҙәре лә урын алғайны.
— Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғандан алып, беҙҙең биләмә яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Отпускыға ҡайтҡандар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, рухи яҡтан терәк булырға тырышабыҙ, — тип билдәләне Трушин ауылы китапханасыһы Зөһрә Хәмитова.

Капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән мәҙәниәт йортон асыу — сараның үҙәк ваҡиғаһы булды.
— Ике-өс ай элек бында тишек-ярыҡлы иҙән, иҫке ишектәр һәм емерелеп барған стеналар ине. Ә бөгөн — заман талаптарына яуап биргән, балҡып торған мәҙәниәт усағы. Был — урындағы халыҡтың, бағыусыларҙың һәм ППМИ программаһында ҡатнашыусыларҙың берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе, — тине район башлығы Дәмин Юланов. Ул, шулай уҡ, яңы асылған клубҡа сәхнә шаршауҙары бүләк итте.

Эстафета альбомын Бикбау биләмәһе башлығы Рәмил Юлсановҡа Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов тапшырҙы.
— Бикбау халҡының тырыш, берҙәм һәм илһөйәр булыуын электән беләм. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, һеҙ һәр ваҡыт бирешмәйһегеҙ. Артабан да шулай дауам итегеҙ, — тине ул үҙ сығышында.

Мәҙәни программа ла бик бай ине. Концерттың иң тетрәндергес мәле — сәхнәгә ҡурсаҡ тотҡан дүрт «әсәнең» башҡорт, татар, үзбәк һәм сыуаш телдәрендә бишек йырҙарын башҡарыуы булды. Был күренеш милләт-ара берҙәмлек һәм әсә һөйөүенең мәңгелек булыуы символы булараҡ ҡабул ителде.
Просмотры: 357
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
🎉 Бөгөн Рәсәйҙә Комсомолдың тыуған көнө билдәләнә. Был байрам — ил тарихы түгел, ә күптәрҙең йәшлеге. 2026 йылда ВЛКСМ-ға 108 йыл тула. Ойошма күптән юҡҡа сыҡһа ла, күптәр комсомол саҡтарын, төҙөлөш отрядтарын, картуфҡа барыуҙарҙы, өмәләрҙе һәм дискотекаларҙы йылы хистәр һәм һағыш менән иҫкә ала.

❤️ Йәшлеге комсомол менән бәйле булған һәр кемде ҡотлайбыҙ. Комсомол сағығыҙҙы һағынаһығыҙмы? Ул һеҙҙең күңелдә ниндәй мәлдәр менән "йәшәй"? Әйҙәгеҙ, комментарийға яҙығыҙ. Йәшлеккә бергәләп ҡайтып урайыҡ.
Просмотры: 360
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Контракт төҙөү буйынса һорауҙар менән Иҫәнғол ауылы, Сәнәғәт урамы… — видео, канал «Ейәнсура таңдары» ▶ видео
📌 Контракт төҙөү буйынса һорауҙар менән Иҫәнғол ауылы, Сәнәғәт урамы, 14/2 адресы буйынса район комиссариатына, 2-13-76; 8-937-481-00-05; 8-927-940-01-74 телефондарына мөрәжәғәт итергә.
Просмотры: 389
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле иртә! — видео, канал «Ейәнсура таңдары» ▶ видео
🌞🌷 Хәйерле иртә! 🌷🌞
☀️ Яңы көнөгөҙ шатлыҡ менән башланһын! Күңелегеҙ тыныс, кәйефегеҙ күтәренке булһын. Бөгөнгө көн тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр, матур осрашыуҙар һәм уңыштар алып килһен! ❤️🌸☕
Просмотры: 486
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Сәскәләрҙе һыулы вазаға урынлаштырып, бер аҙ тынысланғас, башты баҫып эшкә керешәбеҙ.
– Миҙхәтовна, кемдән ул был сәскәләр? – тип, тынлыҡты шаталаҡ Зилиәбеҙ боҙа.
Мин уңайһыҙланып китәм, сөнки хәбәрен уйламайыраҡ һөйләгән, шул арҡала йыш ҡына үҙен дә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлдәргә ҡалдырған Зилиәнең был һорау менән генә сикләнмәҫен яҡшы беләм.
– Һөйәркәгеҙҙәнме әллә? – Шаталаҡтың һорауы тамам шаңғыта. Ялп итеп күрше өҫтәл артындағы Зилә Миҙхәтовнаға ҡарайым. Ул иһә тып-тыныс, йөҙөндә минеке ише аптырау ҙа, асыуланыу ҙа юҡ. Әллә һаман теге шауҡымдан айный алмай ултыра инде?
– Иремдән, – ти ул үҙенә генә хас иплелеген һаҡлап. – Сәскәне һөйәрҙәр генә бүләк итә тиме? 
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-28/hyyalyy-4857981
Просмотры: 487
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Ейәнсура таңдары» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти