Сәскәләрҙе һыулы вазаға урынлаштырып, бер аҙ тынысланғас, башты баҫып эшкә керешәбеҙ.
– Миҙхәтовна, кемдән ул был сәскәләр? – тип, тынлыҡты шаталаҡ Зилиәбеҙ боҙа.
Мин уңайһыҙланып китәм, сөнки хәбәрен уйламайыраҡ һөйләгән, шул арҡала йыш ҡына үҙен дә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлдәргә ҡалдырған Зилиәнең был һорау менән генә сикләнмәҫен яҡшы беләм.
– Һөйәркәгеҙҙәнме әллә? – Шаталаҡтың һорауы тамам шаңғыта. Ялп итеп күрше өҫтәл артындағы Зилә Миҙхәтовнаға ҡарайым. Ул иһә тып-тыныс, йөҙөндә минеке ише аптырау ҙа, асыуланыу ҙа юҡ. Әллә һаман теге шауҡымдан айный алмай ултыра инде?
– Иремдән, – ти ул үҙенә генә хас иплелеген һаҡлап. – Сәскәне һөйәрҙәр генә бүләк итә тиме?
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-28/hyyalyy-4857981
Просмотры: 280