Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Ябай кәңәштәр



✅Башығыҙ ауыртһа, бер стакан һыуыҡ һыу эсергә кәңәш ителә. 15-20 минуттан ауыртыу баҫылһа, тимәк, организм шыйыҡса етешмәүенә шулай сигнал ебәргән.
✅Тамағығыҙ ауыртһа, ике-өс бөртөк ҡәнәфер тәмләткесен ауыҙ эсендә йөрөтөргә була. Уның ангина булғанда ла ярҙамы тейә, сөнки ҡәнәфер - көслө антисептик.
✅Ҡан баҫымы түбән булһа, бер сынаяҡ яңы ваҡланған ҡәһүә эсеү файҙалы. Ҡан баҫымы юғары булһа, имбирь сәйе эсәләр. Һыуыҡ үткәндә, тымаулағанда ла уның файҙаһы ҙур. Имбирь сәйе йылындыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.
✅Һыуыҡ тейһә, шулай уҡ киҙеү осоронда, ангина ыҙалатҡанда алма һеркәһе шифалы. Уны 1:1 һыу менән ҡушып, бал өҫтәп эсергә кәрәк. Бындай эсемлек тән температураһын төшөрә, С витамины сығанағы булып тора, тиҙерәк һауығыуға этәргес бирә.
✅Йәшлек эликсиры - лимонлы-баллы һыу һәм зәйтүн майы. Иртән ашарҙан ярты-бер сәғәт алдан бер балғалаҡ май, аҡағынан бал һәм лимон һуты һығылған һыу эсергә. Бындай эсемлек аш һеңдереүҙе яҡшырта, шлактарҙан арындыра, организмды файҙалы матдәләр менән туйындыра, иммунитетты күтәрә. ("Башҡортостан" календарынан)
Просмотры: 486
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти