💥Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ эстафетаһы: капиталь ремонттан һуң Трушин мәҙәниәт йорто асылды һәм марафон символы тапшырылды
Ейәнсурала Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары сиктәрендә мәҙәни марафон эстафетаһы дауам итә. Кисә Бикбау биләмәһе вәкилдәре уны байдәүләттәрҙән тантаналы рәүештә ҡабул итте. Был көн йәнә бер мөһим ваҡиға менән иҫтәлекле булды: ремонттан һуң яңыртылған Трушин ауыл мәҙәниәт йорто асылды. Сарала район башлығы Дәмин Юланов, биләмәләр башлыҡтары, шулай уҡ йәмәғәтселек ҡатнашты.
Милли кейемдәрҙәге хужалар ҡунаҡтарҙы йола буйынса — икмәк-тоҙ, йыр-моң һәм дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Клуб фойеһында урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре, ҡомартҡы әйберҙәр, башҡорт балы һәм тирмә күренештәре ҡуйылған күргәҙмә ойошторолғайны. Экспозицияла шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам йөҙөнән әҙерләнгән маскировка селтәрҙәре лә урын алғайны.
— Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғандан алып, беҙҙең биләмә яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Отпускыға ҡайтҡандар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, рухи яҡтан терәк булырға тырышабыҙ, — тип билдәләне Трушин ауылы китапханасыһы Зөһрә Хәмитова.
Капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән мәҙәниәт йортон асыу — сараның үҙәк ваҡиғаһы булды.
— Ике-өс ай элек бында тишек-ярыҡлы иҙән, иҫке ишектәр һәм емерелеп барған стеналар ине. Ә бөгөн — заман талаптарына яуап биргән, балҡып торған мәҙәниәт усағы. Был — урындағы халыҡтың, бағыусыларҙың һәм ППМИ программаһында ҡатнашыусыларҙың берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе, — тине район башлығы Дәмин Юланов. Ул, шулай уҡ, яңы асылған клубҡа сәхнә шаршауҙары бүләк итте.
Эстафета альбомын Бикбау биләмәһе башлығы Рәмил Юлсановҡа Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов тапшырҙы.
— Бикбау халҡының тырыш, берҙәм һәм илһөйәр булыуын электән беләм. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, һеҙ һәр ваҡыт бирешмәйһегеҙ. Артабан да шулай дауам итегеҙ, — тине ул үҙ сығышында.
Мәҙәни программа ла бик бай ине. Концерттың иң тетрәндергес мәле — сәхнәгә ҡурсаҡ тотҡан дүрт «әсәнең» башҡорт, татар, үзбәк һәм сыуаш телдәрендә бишек йырҙарын башҡарыуы булды. Был күренеш милләт-ара берҙәмлек һәм әсә һөйөүенең мәңгелек булыуы символы булараҡ ҡабул ителде.