Бөгөн - Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
Мәктәп автобусы руле ышаныслы ҡулдарҙа
Районыбыҙ юлдарында «Дети» тигән яҙыулы һары төҫтәге мәктәп автобустарын йыш күрергә була. Был автобустарҙа уҡыусыларҙы уҡырға, район үҙәгенә, баш ҡалаға ярыштарға, олимпиадаларға, сәйәхәттәргә йөрөтәләр. Мәктәп автобусы водителенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята: балаларҙы мәктәпкә ваҡытында килтереү һәм дәрестәрҙән һуң өйҙәренә хәүеф-хәтәрһеҙ ҡайтарып ҡуйыу. Был эш еңел түгел — ул иғтибарлылыҡты, тәжрибәне һәм балаларға ҡарата яуаплы мөнәсәбәтте талап итә.
Самаҙы ауылынан Шәһит Ҡотләхмәт улы Хәжиәхмәтовтың автомобиль йөрөтөү таныҡлығы алыуына 43 йылдан ашыу. ejansura.ru/news/commo...