Үткән йомала Ейәнсура районының бер төркөм хаҡлы ялдағылары "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика программаһы сиктәрендә Торатауға һәм "Суфия" мәсетенә сәйәхәткә барҙы.
Нәзирә Кәримова, район ветерандар Советы рәйесе:
- “Торатау” геопаркына килгәндәрҙең күбеһе бында тәүге тапҡыр. Бик матур урын. Оло кешеләргә барлыҡ уңайлы шарттар бар. Был да беҙҙең өсөн бик мөһим. Бөтәһе лә халыҡҡа уңайлы булһын өсөн эшләнгән. Торатауҙы күрергә тип ололарыбыҙ дәртләнеп килде. Улар араһында өйҙәренән бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгәндәр ҙә бар.
Ә Кантюковка ауылындағы "Суфия" мәсетен шул тиклем матур итеп төҙөгәндәр, иҫ китерлек! Был сәфәрҙән күңелдәр булып ҡайтты.
Ошо программаны төҙөгәндәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Эйе, гүзәллекте әллә ҡайҙан эҙләргә түгел. Башҡортостан – иҫ киткес матур тәбиғәтле, йолаларға бай ҙур тарихлы төбәк. Үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡомартҡыларын күрәйек, өйрәнәйек, ҡәҙерен беләйек.