Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 74640608563231

Тәмле табын

max.ru/channel_tamletab

Тиҙ әҙерләнә торған, тәмле аш-һыу.
Ғаилә байрамдарына рецептар.
Үҙебеҙ яратҡан ризыҡтар.

Өйрәнәбеҙ | Бешереп ҡарайбыҙ | Ултырып ашайбыҙ

Яратҡан рецептығыҙҙы каналда күрергә теләһәгеҙ, ебәреү өсөн һылтанма:

https://max.ru/u/f9LHodD0cOI3rXtzvhRz2MOYc5G_MOa21qRY_0gJP6CCmNFW-BjcG8o4JaQ

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Кәбеҫтәнән — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Кәбеҫтәнән
ит фаршы һәм помидор менән һутлы стейк

* Яңы кәбеҫтә (иртә өлгөргән, йәшел, йомшаҡ сорт) — 2 бәләкәй күсән,
* Ит фаршы — кәбеҫтә стейктары һанына ҡарап,
* Помидор — бер нисә бөртөк (өҫкө ҡат өсөн),
* Ҡаты сыр — өҫтөнә һибергә,
* Йәшелсә (руккола) һәм ҡаймаҡ — табынға биргәндә,
* Үҫемлек майы,
* Тәмләткестәр һәм тоҙ — самалап.

Кәбеҫтәне бәләкәй генә стейктарға бүләбеҙ, тәмләткестәр, тоҙ ҡушылған май менән һылайбыҙ, өҫтөнә әҙерләнгән фаршты йәйеп һалабыҙ.
Уның өҫтөнә помидорҙар ҡуябыҙ, фольга менән ҡапларға ла мөмкин

30 минутҡа мейескә ҡуябыҙ.
Мейестән алғас, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ һәм, сыр иреп сыҡһын өсөн, тағы ла 5 минутҡа мейескә тығабыҙ.

Ҡаймаҡ менән табынға бирәбеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿
Просмотры: 402
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле көн! — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Хәйерле көн!
✨✨✨
...Яҡшы фильмдар ҡарайыҡ, күңелле музыка тыңлайыҡ, матур эштәр эшләйек, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы, изге теләктә булайыҡ, сәй эсәйек, йәйәү йөрөргә ваҡыт табайыҡ, яҡшы итеп йоҡлайыҡ һәм, иң мөһиме, барыһы ла беҙҙеңсә килеп сығырына ышанайыҡ.

Тап шул саҡта
бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! ❤️
Просмотры: 582
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Һорау:

Тултырма бешкән һурпаны нимә эшләтәһегеҙ?

👋 - Түгәм

😍 - Майы сыҡһын өсөн аш бешергәндә ҡушып ебәрәм, шуның өсөн һөҙөп, порцияларға бүлеп туңдырам.

❤️ - Ярма һалып бутҡа бешерәм, майы ярмаға һеңә һәм тәмле бутҡа килеп сыға.
Просмотры: 1 048
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Тултырма — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Тултырма

Тултырма — башҡорт аш-һыуындағы традицион эсәк тултырмаһы. Уның классик варианты өсөн һыйыр эсәге ҡулланыла, әммә һарыҡ эсәген дә файҙаланырға мөмкин.

Ингредиенттар:
• Һыйыр малының тәбиғи эсәге — 5 м тирәһе
• Һыйыр бауыры — 800 г
• Һыйыр йөрәге — 650 г
• Һыйыр үпкәһе — 450 г
• Һуған — 3 баш
• Тары ярмаһы (йәки дөгө) — 150 г
• Һыйырҙың эс майы — 300 г
• Тоҙ — 2 балғалаҡ
• Ҡара борос — 1 балғалаҡ
• Паприка — 1 балғалаҡ
• Ҡыҙыл әсе борос (чили) — 1 балғалаҡ
• Үҙегеҙ теләгән тәмләткестәр — 1 балғалаҡ

Әҙерләү:

1. Һыйыр органдарын һәм ярманы йыуып, таҙартып әҙерләргә.

2. Бауырҙы, йөрәкте, үпкәне, майҙы һәм һуғанды ваҡлап турарға йә ит үткәргестә ваҡларға.

3. Тәмләткестәрҙе һәм ярманы өҫтәп, яҡшылап болғатырға.

4. Һыйыр эсәгенә фаршты тултырып, тултырма яһарға.

5. Ҡайнатып, тулыһынса әҙер булғансы бешерергә (1,5 - 2 сәғәт).

Тәмле булһын 🤗
Просмотры: 927
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле шаршамбы иртәһе! — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Хәйерле шаршамбы иртәһе!
Шунан, аҙна нисек үтеп бара?
Һәммәгеҙгә уңыштар, яҡшы кәйеф юлдаш булһын 🥰

Картуф ҡоймағы

Ингредиенттар:
* Он — 120 г
* Һөт — 300 мл
* Йомортҡа — 2
* Картуф — 300 г
* Шәкәр — 0,5 балғалаҡ
* Тоҙ — 0,5 балғалаҡ
* Көнбағыш майы — 2 ҡалаҡ

Эслек өсөн:
* бешкән йомортҡа — 5
* Һуған — 1
* Кишер — 1
* Тоҙ, борос

Әҙерләү:

Йомортҡа, тоҙ, шәкәрҙе ҡушып бутайбыҙ, һөт ҡоябыҙ, ондо иләп ҡушып, ҡамырҙы яҡшылап туғыйбыҙ.

Ваҡ ҡырғыстан картуфты ҡырып ҡушабыҙ, бер аҙ укроп һәм көнбағыш майын өҫтәйбеҙ.

Барыһын да яҡшылап бутап, ғәҙәти ҡоймаҡ кеүек, ике яҡлап табала ҡыҙҙырабыҙ. Теләгән эслек алырға мөмкин.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын
🤗 ❤️
Просмотры: 983
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Кәбеҫтә менән итле аш — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Кәбеҫтә менән итле аш

Кәрәкле ризыҡтар:
— Һыйыр ите — 450–500 г
— Кәбеҫтә — 300 г
— картуф — 2
— кишер — 1
— һуған — 1 эрене алығыҙ
— һарымһаҡ — 1 баш
— томат пастаһы — 1 ҡалаҡ
— шәкәр — 1 ҡалаҡ
— үҫемлек майы
— тоҙ
— борос
— лавр япрағы — 1–2 етә
— ҡаймаҡ
— йәшел тәмләткестәр

Ҡалын төплө ҡаҙанда эре шаҡмаҡлап туралған һыйыр итен май һалып ҡыҙҙырабыҙ.

Шул уҡ ваҡытта икенсе табала туралған һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Артабан томат пастаһын, шәкәр өҫтәп, әҙерәк утта тотабыҙ ҙа, ит янына ҡушабыҙ.

Иткә ҡайнаған һыу ҡушабыҙ, һарымһаҡты бөтәүләй һалып, йәшелсәләр менән 20-25 минут бешерәбеҙ.

Һарымһаҡты алып, тигеҙ итеп һаламлап туралған кәбеҫтәне өҫтәйбеҙ. Ут бик ҡыҙыу булмаһын, йомшарып ҡына бешә торһон.

Кәбеҫтә бешкән арала картуфты шаҡмаҡлап турап баяғы табала ҡыҙҙырабыҙ.

Кәбеҫтә янына картуфты өҫтәйбеҙ һәм тәмләткестәр, тоҙ ҡушып алты бешереп бөтәбеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын
Просмотры: 1 216
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Алма запеканкаһы — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Алма запеканкаһы

Алмалар янына
550 г эремсек,
3 йомортҡа,
3 ҡалаҡ ҡаймаҡ,
5 ҡалаҡ он,
ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк.

1. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытабыҙ.
2. Бөтә ризыҡтарҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
3. Ҡамырҙы табаға йәйәбеҙ. Өҫтөнә туралған алмалар һалабыҙ.
4. 40–45 минут бешерәбеҙ. 20 минут һыуытабыҙ һәм тәмләп ҡарайбыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын! ❤
Просмотры: 1 066
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Эх, балығы ла балығы! — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Эх, балығы ла балығы!

Әйҙәгеҙ әле, аяҙ көндә тәбиғәткә
экрандар аша булһа ла тағы бер сығып әйләнәйек!
Һалҡын һәм саф һауала
балыҡсы менән балыҡ ҡурайыҡ.
Хатта видеояҙманан танауға утта әҙерләнгән ризыҡ еҫе килеп инде кеүек.

Башта балыҡтарҙы таҙартабыҙ: ҡабырсаҡтарын ҡырып төшөрәбеҙ, эсен тартып алып, һалҡын шишмә һыуы менән яҡшылап йыуабыҙ. Һуңынан һәр балыҡтың арҡаһына ҡыя ярсыҡтар яһайбыҙ: тоҙ менән тәмләткестәр һөртөп, бер аҙ тороп алырға ҡалдырабыҙ, улар яҡшы һеңәсәк.

Усаҡҡа ауыр суйын табаны ултыртып, төбөнә мул ғына үҫемлек майы һалабыҙ. Май ҡыҙып, еңелсә төтөн сыға башлағас, балыҡтарҙы аҡ онға манып алабыҙ, шыптыр эсенә һалып, әүәләгәндә тағы ла шәберәк килеп сыға.

Шыжлап торған табаға теҙәбеҙ. Шул уҡ мәлдә тирә-яҡҡа тәмле еҫ тарала.

Балыҡтарҙың аҫҡы яғы алтынһыу-ҡыҙыл төҫкә ингәс, уларҙы икенсе яғына ауҙарабыҙ. Ҡытырлаҡ ҡабыҡ барлыҡҡа килгәнсе ҡыҙҙырабыҙ.

Табанан яңы ғына төшкән эҫе, тышы ҡытырлаҡ, ә эсе йомшаҡ һәм һутлы балыҡты өҫтәлгә ултыртабыҙ. Яңы өҙөлгән күк һуған, укроп һәм үҙ ҡулдарың менән бешергән икмәк менән яңы тотолған балыҡтың тәме тағы ла камилыраҡ була.

Тәбиғәт бүләк иткән был ниғмәттән дә тәмлерәк нәмә юҡтыр.
Просмотры: 996
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Хәйерле иртә — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Хәйерле иртә,
Һәр кемгә матур, еңел, уңышлы эш аҙнаһы теләйем 🤲

Тәмле иртәнге аштың тағы бер рецебы, исемен белмәйем.

Сырҙы йоҡа итеп йәки ҡырғыс аша үткәреп ҡырҡабыҙ.

2 йомортҡа һытып, бер аҙ һөт, ике семтем тоҙ өҫтәп, туғыйбыҙ.

Йәшел тәмләткес үләнде ваҡ итеп турайбыҙ. Ниндәй булһа ла бара.

Ҡыҙҙырыу формаһына йомортҡа, бүлгеләп бер аҙ ләүәш, эремсек һәм йәшел үлән һалабыҙ. Йәнә йомортҡа ҡоябыҙ. Ә хәҙер сыр ҡатламы. Артабан йәймә һәм бөтә күнекмәне ҡабатларға мөмкин. Үлән, эремсек, йомортҡа, йәнә сыр һәм

170 градусҡа тиклем йылытылған мейескә оҙатабыҙ. 20-25 минут көтәбеҙ. Иртәнге аш әҙер.

🌿
Просмотры: 1 142
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Сосискалар — видео, канал «Тәмле табын» ▶ видео
Сосискалар

Хәҙер күптәр магазин сосискаларынан өйҙә эшләнгәнен өҫтөн күрә.
Беҙ ҙә эшләйек. Сөнки уны эшләүе бер ҙә ауыр түгел.

ИНГРЕДИЕНТТАР:

🔥 Тауыҡ түше — 500 г
🔥 Йомортҡа — 1 дана
🔥 20 % һөт өҫтө (сливки) — 100 мл
🔥 Тәмләткестәр — тәменсә (паприка, тауыҡ өсөн тәмләткес)
🔥 Тоҙ, борос — тәменсә

1. Тауыҡ түшен блендерҙа ваҡлайбыҙ, 1 йомортҡа, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Йәбешкәк масса килеп сыға.

2. Артабан егерме процентлы һөт өҫтө өҫтәйбеҙ һәм бер төрлө булғансы болғатабыҙ.

3. Кондитер шприцына һалабыҙ һәм тышлыҡты тултырабыҙ.

4. Сосискаларҙың кәрәкле ҙурлығын билдәләп, уларҙы айырып, видеола күрһәтелгәнсә төрәбеҙ һәм ептәр менән бәйләйбеҙ. Шулай итеп эслек бөткәнсе ҡабатлайбыҙ.

5. Сосискаларҙы ҡайнап торған һыуға һалабыҙ һәм 10 минут бешерәбеҙ. Бешеү ваҡыты сосискаларҙың диаметрына бәйле. Әгәр ҙә улар ҡалыныраҡ икән, бер нисә минутҡа оҙағыраҡ бешерергә кәрәк.

6. Бешкәс, тышлығын алабыҙ һәм теләк буйынса сосискаларҙы майҙа ҡыҙҙырып алырға мөмкин. Улар бына шундай алһыу һәм бик йомшаҡ булып сыға, ябай, тиҙ һәм бик тәмле.

Һәммәгеҙгә лә тәмле булһын.
Просмотры: 1 213
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Тәмле табын» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти