▶ видео
Сосискалар
Хәҙер күптәр магазин сосискаларынан өйҙә эшләнгәнен өҫтөн күрә.
Беҙ ҙә эшләйек. Сөнки уны эшләүе бер ҙә ауыр түгел.
ИНГРЕДИЕНТТАР:
🔥 Тауыҡ түше — 500 г
🔥 Йомортҡа — 1 дана
🔥 20 % һөт өҫтө (сливки) — 100 мл
🔥 Тәмләткестәр — тәменсә (паприка, тауыҡ өсөн тәмләткес)
🔥 Тоҙ, борос — тәменсә
1. Тауыҡ түшен блендерҙа ваҡлайбыҙ, 1 йомортҡа, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Йәбешкәк масса килеп сыға.
2. Артабан егерме процентлы һөт өҫтө өҫтәйбеҙ һәм бер төрлө булғансы болғатабыҙ.
3. Кондитер шприцына һалабыҙ һәм тышлыҡты тултырабыҙ.
4. Сосискаларҙың кәрәкле ҙурлығын билдәләп, уларҙы айырып, видеола күрһәтелгәнсә төрәбеҙ һәм ептәр менән бәйләйбеҙ. Шулай итеп эслек бөткәнсе ҡабатлайбыҙ.
5. Сосискаларҙы ҡайнап торған һыуға һалабыҙ һәм 10 минут бешерәбеҙ. Бешеү ваҡыты сосискаларҙың диаметрына бәйле. Әгәр ҙә улар ҡалыныраҡ икән, бер нисә минутҡа оҙағыраҡ бешерергә кәрәк.
6. Бешкәс, тышлығын алабыҙ һәм теләк буйынса сосискаларҙы майҙа ҡыҙҙырып алырға мөмкин. Улар бына шундай алһыу һәм бик йомшаҡ булып сыға, ябай, тиҙ һәм бик тәмле.
Һәммәгеҙгә лә тәмле булһын.