New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Public channel ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Russia
Open in MAX

Posts for the period

By reactions

Search and the whole feed — after free registration. Custom dates — with a subscription; the channel owner sees them for free. Sorting by reactions — with a subscription. Sign up

Loading…

Теүәл бер аҙна элек Сибайҙы гөрләткәйнек — video, channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” ▶ video
🔥Теүәл бер аҙна элек Сибайҙы гөрләткәйнек

📻 "Юлдаш"ты берләштереүсе радио тип юҡҡа ғына атамайҙар. Сибайҙа аншлаг менән уҙған "Юлдаш дуҫтарын йыя" тамашаһы быға асыҡ миҫал булды.
Әлеге көндә халыҡҡа йыр-моң, матур тамаша ғына түгел, ә рухи терәк, берҙәмлек тә мөһим. Беҙ бергә саҡта — көслөбөҙ.

Әйткәндәй, 26 ноябрҙә Ғафури районы Красноусолға юлланабыҙ. Беҙҙе күҙәтеп барығыҙ.

👇 Тағы ла "Юлдаш"ты ҡайҙа күрергә теләйһегеҙ? Комментарийҙа яҙығыҙ. Кем белә, бәлки киләһе туҡталыш тап һеҙҙә булыр.
Views: 952
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Джефф Монсон спорт карьераһын тамамлай.

Спортсының һуңғы алышы Брест ҡалаһында үтте. Ул Молдавия кикбоксерынан еңелде.

“Бөтә бокс оҫталарын хөрмәт итәм. 29 йыл дауамында йөҙҙән ашыу алыш уҙғарҙым. Хәҙер арыным... Көйәрмәндәрем бик күп. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Мин һеҙҙең фанатығыҙ”, - тип белдерҙе Джефф Монсон “Матч ТВ” каналына биргән интервьюһында.

Ҡатнаш алыш төрҙәрендә Монсон 60 тапҡыр еңеү яулаған. Бөгөн ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты.
Views: 1 053
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
86 йәшлек ирекмән яугирҙәргә тәсбихтәр әҙерләй

Фёдоровка районының Федоровка ауылында йәшәүсе 86 йәшлек Наилә Сәйетбатталова изге эш башҡара — яугирҙәребеҙ өсөн мосолман тәсбихтәре эшләй.

Был сабырлыҡ талап иткән эште башҡарғанда, Наилә Нәғим ҡыҙы яугирҙарҙың һаулығы, ныҡлығы һәм еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙары өсөн ихлас күңелдән доғалар уҡый.

Изге эштә ул яңғыҙ түгел — уға Мөхәмәтшиндар ғаиләһе лә ярҙам итә. Ҡаты хөрмә төштәрен тишеү кеүек иң ҡатмарлы эште Гәрәй ағай үҙ өҫтөнә алған, ә Зәйтүнә апай башҡа эштәрҙә булыша.
Әҙер доғалы тәсбихтәр «Шьем для солдат» ирекмәндәр төркөмө аша фронтҡа оҙатыла. Оло быуындың ихлас, изге ғәмәленә һоҡланабыҙ! Ә ил һаҡсыларына бер генә теләк — тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!
Views: 1 220
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеү аҡһаҡалы Ратмир Бәҙретдиновты иҫкә ала.

Бөгөн танылған бейеүсенең вафатына 6 йыл. Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Мәсетле районында тыуа. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамбль директоры итеп билдәләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры вазифаһын башҡара. 1986-2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директор урынбаҫары һәм баш администратор була.

“Ратмир Сәрүәр улы башҡарған һәр бейеү сәнғәт әҫәренә әйләнә ине”, - тип хәтерләй уның замандаштары. “Ратмир Бәҙретдинов “Байыҡ” проектында оҙаҡ йылдар баһалама рәйесе булды. Ул бик күп бейеүселәргә төплө кәңәштәре менән ярҙам итте”, - ти “Ҡурай” каналы директоры Рита Өмөтбаева.
Views: 1 191
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Яугирҙарға - өй йылыһы

Уҡытыусылар һәм журналистар «Берҙәмлек өмәһе»н ойошторҙо.
"Юлдаш" радиоһының ирекмән-журналистары һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары яугирҙарға туҡмас ҡырҡты. Уҡытыусыларҙың каникул мәле ошондай файҙалы һәм изге эштәр менән үрелеп бара.

Изге теләктә, доғалар уҡып баҫылған ҡамыр ризыҡтары яугир егеттәргә өй йылыһын, тыуған яҡ сәләмен еткерһен. Батыр егеттәребеҙ Башҡортостандан барған тәмле аш-һыуҙы әҙерләп, башҡа милләт вәкилдәрен, хеҙмәттәштәрен дә һыйлар тигән өмөттәбеҙ, - ти ойоштороусылар.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназия коллективы бөгөн яугирҙар өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлы тыл. Бында даими өмәләр ойошторола: татлы сәк-сәк әҙерләнә, гуманитар ылау туплана, уҡыусылар яугирҙарға хаттар яҙа.

"Киләсәктә лә гимназия менән берлектә изге өмәләр ойошторорбоҙ, тип килештек. Эшебеҙҙе «Юлдаш» радиоһының девизы менән "БЕҘ БЕРГӘ!"– тип, күтәренке кәйеф менән тамамланыҡ", - ти ирекмән ҡыҙҙар.
Views: 1 372
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
30 октябрь - Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.

Сәйәси золом (репрессия) — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. Ул йылдарҙы кисергәндәр, хәҙерге оло быуын кешеләре репрессия һүҙенән әле булһа ҡан тетрәй… 1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа "Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында"ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде.

Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә.

Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған "Хәтер китабы" баҫылды.
Views: 1 076
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Башҡортостан Башлығына һорауҙар ҡабул ителә.

Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә була. Ҡала һәм райондарҙа күсмә студия эшләй. Телевидение хеҙмәткәрҙәре бөгөн Бәләбәйҙә йәшәүселәр менән осраша. Һорауҙар 14:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Мөрәжәғәттәрҙе республика етәксеһе сайтындағы махус бүлектә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” сервисында, Макс мессенджерында, Бәйләнештә, Класташтар социаль селтәрендә ҡалдырырға мөмкин.
Views: 1 039
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей кисәһе уҙа.

Тамашасыларға Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһы тәҡдим ителә. Миңзәлә Хәйруллина спектаклдә Мәхмүзә ролен башҡара.

Милли театр сәнғәтенең классикаһына әүерелгән, оркестр менән бергә уйналған "Ҡоҙаса" спектакле тамашасы һөйөүен яулап, бөгөнгәсә тулы зал, дәррәү алҡыштар менән үтә.
Views: 1 338
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
✔️ Өфөлә Энергетиктар форумы дауам итә.

Бөгөн йәш белгестәр өсөн саралар һәм уйындар үтә.

✔️ Бөгөн илдә “Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары милли кейемдәре” акцияһы старт ала.

Ул Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Акция барышында мәктәптәрҙә балалар өсөн төрлө халыҡтарҙың милли кейем һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу дәрестәре ойошторола.

✔️ Яңы тимер юл маршруты булдырылды. Бөгөн Һамар-Өфө-Силәбе-Пермь йүнәлеше буйынса поезд йөрөй башлай. Ул 5 төбәкте - Һамар, Ырымбур һәм Силәбе өләкәләрен, шулай уҡ Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра.

✔️ Өфөлә бөгөн "Торатау" конгресс-холы янында машина ҡалдырып булмай.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләү Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынна сараларға бәйле ҡабул ителә.
Views: 1 302
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
The full feed — after free sign-up
VKontakte Telegram Odnoklassniki
Favorites at datool.ru

Follow the channel in your account

Sign up at datool.ru to add the channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” to favorites and track its metrics.

Sign up
For channel owners

Verify your channel

Sign in or sign up at datool.ru, then add our bot to the channel following the instructions in your account. Once ownership is verified, the lock disappears and channel management becomes available.

Sign in or sign up

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go