New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Public channel ID 68517002641634

"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

Russia
Open in MAX

Posts for the period

By reactions

Search and the whole feed — after free registration. Custom dates — with a subscription; the channel owner sees them for free. Sorting by reactions — with a subscription. Sign up

Loading…

Изге йома көнө менән!

Бөгөн Башҡортостанда һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Ел көнбайыштан, талғын.

Һауа температураһы республикала +9, +14, Өфөлә +6, +8 градус йылы.
Views: 230
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Быуындар бәйләнеше... — video, channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” ▶ video
Быуындар бәйләнеше...

Йәш йырсы Искәндәр Сөләймәнов легендар «Рух» төркөмө һәм уның етәксеһе Юлай Асҡаров менән берлектә «Сөмбөл» йырын башҡарҙы.

Видеояҙма: "Юлдаш" дуҫтарын йыя. Сибай.
Views: 1 260
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
🌍 Башҡортостан — дуҫлыҡ төйәге!

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ!

🇷🇺 Бөгөн Башҡортостанда йәшәгән мари халҡы менән яҡындан танышабыҙ.

Уларҙың милли кейемдәре, бай мәҙәниәте, быуаттар буйы һаҡланған йолалары һәм ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләйбеҙ.

#дуҫлыҡменәнкөслөбөҙ
Views: 1 108
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Һынмаҫ рухлы әсә

"Ҡанаттар"ҙың сираттағы геройы – һынауҙар алдында бирешмәгән, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте, түҙемлеге менән балаларына ҡанат ҡуйған көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ. Ул – Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Розалия Бикбова.

Розалияның ғаиләһенә ҙур һынау аша үтергә тура килә: икенсе ҡыҙы ла, өсөнсө улы ла ДЦП диагнозы менән донъяға килә.

Ике сабыйҙың да ошо сир менән яфаланыуын белеү, уны ҡабул итеү һәм йәшәү өсөн ҡайҙан көс табырға? Төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, балаларға нисек ышаныс бирергә?

Әңгәмәне подкастта тыңлағыҙ.
↩️
https://vk.ru/wall-4647320_752784

📻Тапшырыу авторы - Сәриә Рамазанова,
🔬тауыш режиссеры - Гөлйемеш Баязитова.
Views: 1 240
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
"РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына өҫтәмә теркәлеү асылды

Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, олимпиаданың төп көндәрендә ҡатнашырға өлгөрмәгәндәр өсөн яҡшы яңылыҡ — 5, 6, 7 һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә этап иғлан ителде.

📍 Теркәлеү ваҡыты: 5, 6 һәм 7 ноябрь.

💻 Олимпиада көндәре:
• 10 ноябрь — 5 кластар;
• 11 ноябрь — 6 кластар;
• 12 ноябрь — 7 кластар;
• 13 ноябрь — 9 кластар.

Шәп лицейҙа уҡыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Views: 1 313
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә — video, channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” ▶ video
Башҡортостанда иң яҡшы ижади проекттар авторҙары билдәләнә

Ижади индустриялар өлкәһендәге премияға 619 ғариза ҡабул ителгән. «Ижадсылар» – ҡыйыу идеяларын сағыу проекттарға әйләндереүсе талантлы яҡташтарыбыҙ өсөн.

Премия Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылды һәм быйыл икенсегә тапшырыла.

Еңеүселәрҙе Өфөлә 2-4 ноябрҙә «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы барышында «Торатау» конгресс-холында бүләкләйҙәр.
Views: 1 184
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Текә өләсәйҙәр ошолай була — video, channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” ▶ video
Текә өләсәйҙәр ошолай була

Хәҙерге өләсәйҙәр ойоҡбаш бәйләп, ҡоймаҡ ҡойоп ҡына өйҙә ултырмай. Улар — социаль селтәрҙә әүҙем, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә заманса трендтарҙа ҡатнашыусы һәм рулгә ултырып елдереүсе.

Һеҙҙең өләсәйҙәрегеҙ ниндәй? Уларҙың ниндәй "текә" шөғөлдәре, ғәҙәте йә таланты бар?

✍️Комментарийҙа яҙығыҙ әле.
Views: 1 551
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
‼️Инсульт ваҡытында кешегә 4-5 сәғәт эсендә ярҙам күрһәтеп өлгөрөү мөһим.

Кешелә был сирҙең башланыуын нисек белергә? Бының өсөн FAST-тест ҡулланалар:

✅ Face – кешенең йылмайыуын йәки тешен күрһәтеүен һорағыҙ, инсульт ваҡытында йөҙҙөң ҡыйшайыуы (асимметрия) күҙәтелә, ауыҙҙың бер мөйөшө һалынып төшә.
✅ Arm – кешенең ултырған килеш биш секундҡа ике ҡулын 90 градусҡа күтәреүен һорағыҙ, инсульт булғанда ҡулдарҙың береһе һалынып төшә.
✅ Speech – инсульт булғанда кешенең телмәре боҙола.
✅ Time – “Ашығыс ярҙам”ды саҡыртыу мотлаҡ, ярҙам итеү өсөн тәүге дүрт-биш сәғәт мөһим.

29 октябрь – Халыҡ-ара инсульттан һаҡланыу көнө.
Views: 1 774
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Радий Хәбиров халыҡ менән аралаша.

11 ноябрҙә республика Башлығы менән тура бәйләнеш була. Ҡала һәм райондарҙа күсмә студия эшләй. Бөгөн телевидение хеҙмәткәрҙәре Краснокама районы Николо-Берёзовкала. Халыҡты Мәҙәниәт һарайында 14:00 сәғәткә тиклем көтәләр. Теләгән һәр кем Радий Хәбировҡа видеоһорау яҙҙыра ала.

Радий Хәбировҡа тәғәйенләнгән һорауҙарҙы Башҡортостан башлығы сайтындағы махус бүлектә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре.
"Бергәләп хәл итәбеҙ” сервисында, Макс мессенджерында, Бәйләнештә, Класташтар социаль селтәрендә ҡалдырырға мөмкин. Видеоһорауҙар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Views: 1 233
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
The full feed — after free sign-up
VKontakte Telegram Odnoklassniki
Favorites at datool.ru

Follow the channel in your account

Sign up at datool.ru to add the channel “"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм” to favorites and track its metrics.

Sign up
For channel owners

Verify your channel

Sign in or sign up at datool.ru, then add our bot to the channel following the instructions in your account. Once ownership is verified, the lock disappears and channel management becomes available.

Sign in or sign up

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go