Public channel ID 68993314725946

Башҡортостан ҡыҙы

Дочь Башкортостана

Open in MAX

Posts for the period

By reactions

Search and the whole feed — after free registration. Custom dates — with a subscription; the channel owner sees them for free. Sorting by reactions — with a subscription. Sign up

Loading…

▶ video
Шамонинонан йәш "салауатсылар" социаль селтәрҙәрҙе яуланы

Өфө районының Шамонин ауылындағы «Росинка» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнөң тәрбиәләнеүселәре бейеүе 300 мең ҡарау һәм 11 мең лайк йыйған.

Видео социаль селтәрҙәрҙә һоҡланыу уятты. Тамашасылар йәш артистарға маҡтау һүҙҙәрен яуҙыра һәм яңы сығыштары менән уртаҡлашыуҙарын һорай. Сығанаҡ "Уфа. Башкирия. Россия" төркмөмө
Views: 68
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Туйҙан һуң улына әсәнең әйткәне

- Улым, хәтереңдә тот, мин һине һәр саҡ яратасаҡмын. Әгәр инде мин һиңә тылҡып кәңәш бирәм икән - был да минең һиңә ҡарата бөтмәҫ һөйөүемде белдереү булыр.

- Мине килен бер ваҡытта ла алыштыра алмай. Ул һиңә ғүмер бүләк итмәгән. Ул һиңә әсәй түгел! Ул һиңә - ҠАТЫН!

- Ойоҡбашыңды (носки) һәр саҡ үҙең йыу. Әгәр үҙең йыуа алмаһаң - быны һинең өсөн кер йыуыу машинаһы ғына башҡара ала.

- Теш шеткаңды айына бер тапҡыр алмаштырып тор.

- Киленгә бер ваҡытта ла "Әсәй ошолай эшләй торғайны", — тип әйтеп ысҡындырма.

- "Әсәй тәмлерәк бешерә", тигән фразаны ғүмерлеккә онот!

- Миңә килеп киленгә зарланма! Уны һиңә мин һайлап бирмәнем. Уны үҙең генә һайланың!

- Элекке мөхәббәттәреңде киленгә һөйләп ултырма. Әгәр ныҡышһа, "оноттом" тип әйт тә ҡуй!

- Телефоныңа "хәүефһеҙ" мәғлүмәтте генә яҙып ҡуй. Ҡалғанын башыңда һаҡла!

- Килен әҙерләгән ризыҡты һәр саҡ маҡта.

- Атаң менән минең арала ниҙәр генә булманы. Ул — тормош! Элек булған иреш-талашты бер ваҡытта ла киленгә һөйләмә. Бында һинең эшең булмаһын.

- Әгәр мин ауырып китһәм аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла килеп хәлемде белергә ваҡыт тап. Был минең өсөн ныҡ кәрәк! Юл ыңғайы күстәнәс тотоп кил!

- Әгәр инде телефонда яңы көйләүҙе эшләй алмаһам, әрләмә, йылмайып эшләп бир! Мин дә ҡасандыр һинең аяғыңды тота торғайным.

- Шулай уҡ хәтереңдә тот: хәҙер һинең тормошоңда төп ҡатын - ул һинең өйләнгән ҡатының.

- Әгәр ҡатының һинәнбыл күлдәктә мин һимеҙ күренәмме, тип һораһа, һәр саҡ: "Һиңә бөтә күлдәктәр ҙә килешле", - тип яуапла.

- Әгәр инде ҡатының ҙур бер әйбер тураһында һүҙ сығарһа, өсөнсөгә һорағанда ғына уйлап ҡарармын, тип әйт. Был ҙур әйберҙәргә кер йыуыу машинаһы, тун, сәйәхәт, велотренажер, робот-саң һурҙырғыс кеүек башҡа әйберҙәр инә. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр әйткәндә, уйын яңылыш ҡысҡырып әйтеп ысҡындыра. Икенсеһендә ул шиген белдерә. Өсөнсөһөндә инде ныҡлы ҡарарын еткерә. Иртәрәк ризалашһаң, ул кире уйлауы ихтимал, һуңыраҡ булһа, үпкәләтеүең ихтимал. Әйткәндәй, был ҙур әйберҙәргә кәнфит һәм сәскәләр ҡағылмай.

- Әгәр инде мин һинән берәй әйберҙе һораһам, тәүгеһендә үк ризалаш. Мин һорар алдынан өс тапҡыр уйлаясаҡмын. Икенсеһе һәм өсөнсөһө булмаясаҡ.

- Ҡатыныңдың ата-әсәһен бер ваҡытта ла яманлап һөйләмә. Улар һинең ҡатыныңа ғүмер бүләк итеп, тәрбиә биргәндәр.

- Бер урында туҡтап ҡалма, һәр саҡ китаптар уҡы, тренингыларға, күнекмәләргә йөрө, лекциялар тыңла. Онлайн булһа ла.

- Аҙанаңы 6 кисен ғаиләң менән, 1-һен дуҫтарың менән үткәр. Был һинең күңелең аҡһамаһын өсөн кәрәк.

- Ҡунаҡҡа буш ҡул менән йөрөмә. Был ихтирам итмәүҙе аңлата.

- Байрамдар ваҡытында ҡатыныңды ҡотларға онотма. Был байрамдарға өйләнешкән һәм никахлашҡан ике көн өҫтәлә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был мөһим!

- Өйгә ҡайтып ишекте асыр алдынан йылмай!

- Һин ҡатының һәм балаларың өсөн ышаныс һәм тыныслыҡ билдәһе булып ҡалырға онотма!
"Фвйҙалы кәңәштәр" төркөмөнән
А. Королев фотоһы
Views: 112
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Бөгөн автомобилистар көнө!
Ҡәҙерле автомобиль йөрөтөүселәр!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Юлдарығыҙ гел асыҡ булһын, йәшел төҫтәр генә янып торһон, тимер аттарығыҙ гел төҙөк, юлдар тигеҙ булһын!
Үҙегеҙҙең ғүмер юлдарығыҙ бәхетле, мөхәббәтле булһын, сәләмәтлек, оҙон ғүмер һеҙгә, ҡәҙерле автомобиль йөрөтөүселәр!
Views: 118
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
Раушания Мөлөкованан
⁓ Һеҙҙең һорау буйынса😄😋

🍎🍏🍎Алманан иҫ киткес тәмлее бәлеш🍏🍎🍏
Ауыҙҙа иреп кенә торған бындай тәмлекәсте бер тапҡыр бешереп ҡараһағыҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙән ҡабат - ҡабат һораясаҡ 😄😍! Ысынлап тороп әйтәм!
Шулай итеп, дуҫтарым ошо тәмлекәсте бешерергә эҙерһегеҙме? Әҙер булһағыҙ, әйҙәгеҙ бисмиллалап тотондоҡ эшкә..

Ә беҙгә кәрәк буласаҡ

Ҡамыр өсөн:
🍂 1.5 ст он(+ -)
🍂100гр. аҡ май
🍂100гр. ҡаймаҡ
🍂 4 а.ҡ шәкәр ҡомо
🍂 0,5 с.ҡ аш һеркәһе мн һүндерелгән сода, семтем тоҙ

Эслек өсөн:
🍂2 -3 алма
🍂200гр. ҡаймаҡ
🍂4 а.ҡ. шәкәр ҡомо
🍂1а.ҡ. он
🍂1 йомортҡа

Йомшарған аҡ май менән ондо ыуабыҙ, ҡаймаҡ ҡушып, шәкәр, һүндерелгән сода, тоҙ һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа ярты сәғ. ҡуйып торабыҙ.
Ул арала, эслек әҙерләйбеҙ. Ҡабығынан әрселгән алмаларҙы ярым түңәрәкләп нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ. Артабан, ҡаймаҡ, шәкәр, он, йомортҡаны һалып тигеҙ масса булғансы күпертәбеҙ.

Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып табаға ситтәрен күтәрә биреберәк йәйәбеҙ. (Ҡул менән йәйһәң яйлыраҡ була). Әҙерләгән алмаларҙы ҡамыр өҫтөнә теҙеп, эслекте ҡамырға ҡойоп 50 мин. мейескә бешерергә ҡуябыҙ.

Аштарығыҙ тәмле, өйөгөҙ йәмле, ә кәйефегеҙ көр булһын! 😋 👍👍👍😋
Views: 115
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
The full feed — after free sign-up
VKontakte Telegram Odnoklassniki
Favorites at datool.ru

Follow the channel in your account

Sign up at datool.ru to add the channel “Башҡортостан ҡыҙы” to favorites and track its metrics.

Sign up
For channel owners

Verify your channel

Sign in or sign up at datool.ru, then add our bot to the channel following the instructions in your account. Once ownership is verified, the lock disappears and channel management becomes available.

Sign in or sign up

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go