▶ video
Шамонинонан йәш "салауатсылар" социаль селтәрҙәрҙе яуланы
Өфө районының Шамонин ауылындағы «Росинка» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнөң тәрбиәләнеүселәре бейеүе 300 мең ҡарау һәм 11 мең лайк йыйған.
Видео социаль селтәрҙәрҙә һоҡланыу уятты. Тамашасылар йәш артистарға маҡтау һүҙҙәрен яуҙыра һәм яңы сығыштары менән уртаҡлашыуҙарын һорай. Сығанаҡ "Уфа. Башкирия. Россия" төркөмө