New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news
Public channel ID 69302550339642

АМАНАТ журналы

Russia
Open in MAX

Posts for the period

By reactions

Search and the whole feed — after free registration. Custom dates — with a subscription; the channel owner sees them for free. Sorting by reactions — with a subscription. Sign up

Loading…

Астрономия менән ҡыҙыҡһыныусыларға махсус телескоп аша Ҡояшты һәм уның протуберанецтарын күҙәтеү мөмкинлеге сығып тора.
 
Был мауыҡтырғыс сараны “Торатау” геопаркы Верхотор ауылында ойоштора. Coronado SolarMax II 90 телескобы уникаль фильтрлау системаһы менән ҡоралландырылған.
 
Сара 1 ноябрҙә сәғәт 12-лә башлана, түләүһеҙ.
 
6+
 
Фото: Наталья Смирнова / “Торатау” геопаркы матбуғат хеҙмәте / Башинформ.
Views: 29
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Илдар Ҡаҙнабаев Стәрлетамаҡ 3-сө башҡорт лицей-интернатында физика уҡытыусыһы булып 15-се йыл эшләй.  Ул – биш бала атаһы. Йәш быуынға һоҡлана.
 
– Хәҙерге балалар ғәжәп бит улар. Миңә уларҙың яңыны һә тигәнсе тотоп алыуы һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуы бик оҡшай. Бер нәмәне лә күҙ йомоп ҡабул итмәйҙәр: уларға мотлаҡ теге йәки был белемдәрҙең нимәгә кәрәк булыуын һәм ҡайҙа ҡулланыла алыуын аңларға кәрәк. Был беҙҙе, уҡытыусыларҙы, даими үҫергә, яңы ҡараштар эҙләргә һәм ҡәҙимге дәрес сиктәренән сығып китеүҙән ҡурҡмаҫҡа мәжбүр итә. Балалар менән “Траектория”ла эшләп, уларға бурысты, мәсьәләне үҙҙәренә һайларға һәм уның өсөн яуаплылыҡ тойорға мөмкинлек биреүҙең мөһимлеген күрәм –  инженерлыҡ ҡыҙыҡһыныуы нәҡ шулай тыуа, – ти Илдар Ҡаҙнабаев.
 
Фото: Александр Попов / “Миссия: инженер” конкурсының ойоштороу комитеты.
Views: 20
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернатынан физика уҡытыусыһы Илдар ҠАҘНАБАЕВ Бөтә Рәсәй конкурсында  лауреат булған.
 
Физика, химия, информатика һәм математика уҡытыусыларының “Миссия: инженер” тигән III Бөтә Рәсәй конкурсы финалына 60 уҡытыусы сыҡҡан. 20 лауреаттың береһе – Башҡортостандан Илдар Ҡаҙнабаев.
 
Фото: Александр Попов / “Миссия: инженер” конкурсының ойоштороу комитеты.
Views: 19
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Тиҙҙән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының (ВсОШ) муниципаль этабы башлана. Ул 9 ноябрҙән 19 декабргә тиклем барасаҡ.
 
Муниципаль этап – олимпиаданың икенсе этабы. Унда 7–11-се синыфтар ҡатнаша.
 
Фото: “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге / ВК.
Views: 23
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Стәрлетамаҡтың 2-се гимназияһында “прокурор синыфтары” бар.
 
Ошондай профилле 10-сы синыф уҡыусылары өсөн прокуратура хеҙмәткәрҙәре махсус дәрес ойошторған. Уҡыусылар наркотик һатыусылар эше буйынса суд ултырышында булған.
 
Тулыраҡ – бында:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-30/u-yusylar-sud-ultyryshynda-atnash-an-4860527
Views: 17
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
📢 Ишетмәй-белмәй ҡалмағыҙ!
 
Төҙөлөп ятҡан Республика математика лицей-интернатына инергә теләгән, әммә  “РМЛИ-ға юл” республика олимпиадаһына теркәлеп өлгөрмәгән уҡыусылар өсөн өҫтәмә ваҡыт иғлан ителгән. Уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса РМЛИ-ға инеү мөмкинлеге тағы бер тапҡыр бирелә.
 
Теркәлеү өсөн өҫтәмә ваҡыт 5–7 НОЯБРГӘ тәғәйенләнгән.
 
Теркәлеү өсөн һылтанма:
https://my.sirius.online/activity-page/olymp:bashortostan-way-rmli-2026
 
Яңы теркәлгәндәр өсөн өҫтәмә ДИСТАНЦИЯЛЫ ЭТАП графигы:
 
10 ноябрь – 5-се синыф
11 ноябрь – 6-сы синыф
12 нобярь – 7-се синыф
13 ноябрь – 9-сы синыф.
 
Был – Бәшир Рәмиев исемендәге РМЛИ-ға инеү өсөн беренсе аҙым.
Views: 22
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Рособрнадзор  9-сы синыф  өсөн телдән тарих имтиханы һорауҙарын һынай һәм тикшерә. Белгестәр заданиеларҙың төрлө варианттарын, имтихан материалдарының форматтарын һынай. Уларҙың ҡайһыһы мәктәптәр өсөн ҡулайыраҡ булырын асыҡлау өсөн эшләнә былар.
 
Тулыраҡ:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-30/tarih-buyynsa-teld-n-imtihan-zadanielary-ttiksherel-4860376
Views: 30
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
Ғафури районы Красноусол ауылының 1-се урта мәктәбе командаһы Анапала “Ворошиловский стрелок” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр фестивале финалында еңеү яулаған.
 


Команда былтыр ҙа Анапалағы “Ворошиловский стрелок” ярышында ҡатнашҡан (фотолар) һәм призлы урындар алған.


 
Фото: Ғафури районы мәғариф бүлеге / ВК.
 
Тулыраҡ бында:
https://amanat.su/news/sport/2026-10-30/krasnousol-u-yusylary-anapala-voroshilovskiy-strelok-yaryshynda-e-de-4860275
Views: 24
Go to post Open in MAX Report an inaccuracy
The full feed — after free sign-up
VKontakte Telegram Odnoklassniki
Favorites at datool.ru

Follow the channel in your account

Sign up at datool.ru to add the channel “АМАНАТ журналы” to favorites and track its metrics.

Sign up
For channel owners

Verify your channel

Sign in or sign up at datool.ru, then add our bot to the channel following the instructions in your account. Once ownership is verified, the lock disappears and channel management becomes available.

Sign in or sign up

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go