New We are sorting MAX channels into categories and territories. Read the news

Илдар Ҡаҙнабаев Стәрлетамаҡ 3-сө башҡорт лицей-интернатында физика уҡытыусыһы булып 15-се йыл эшләй.  Ул – биш бала атаһы. Йәш быуынға һоҡлана.


 
– Хәҙерге балалар ғәжәп бит улар. Миңә уларҙың яңыны һә тигәнсе тотоп алыуы һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуы бик оҡшай. Бер нәмәне лә күҙ йомоп ҡабул итмәйҙәр: уларға мотлаҡ теге йәки был белемдәрҙең нимәгә кәрәк булыуын һәм ҡайҙа ҡулланыла алыуын аңларға кәрәк. Был беҙҙе, уҡытыусыларҙы, даими үҫергә, яңы ҡараштар эҙләргә һәм ҡәҙимге дәрес сиктәренән сығып китеүҙән ҡурҡмаҫҡа мәжбүр итә. Балалар менән “Траектория”ла эшләп, уларға бурысты, мәсьәләне үҙҙәренә һайларға һәм уның өсөн яуаплылыҡ тойорға мөмкинлек биреүҙең мөһимлеген күрәм –  инженерлыҡ ҡыҙыҡһыныуы нәҡ шулай тыуа, – ти Илдар Ҡаҙнабаев.
 
Фото: Александр Попов / “Миссия: инженер” конкурсының ойоштороу комитеты.
Views: 27
Open in MAX Report an inaccuracy

Report an inaccuracy

Describe what needs fixing. If you have a source, add a link.

You are leaving datool.ru

The link leads to an external website. datool.ru is not responsible for its content — check the address before entering passwords or payment details.

Redirecting in 10 s

Go