Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 69191134421050

«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»

Россия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Бөгөн танылған тәржемәсе, уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, 40-тан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматованың тыуыуына – 73 йыл! Ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ.

Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 1953 йылдың 28 октябрендә яҙыусы Яныбай Хамматов ғаиләһендә тыуа.

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, ә 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институтында уҡыта.

Әҙибә атаһы – күренекле башҡорт_яҙыусыһы Яңыбай Хамматовтың «Хәсрәтле бала саҡ» (2002), «Салауат батыр» (2004), «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» (2007) һәм башҡа романдарын, Р.Т. Бикбаевтың «Рәми» (2008) китабын, Ф.Ә.Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ә. Әхмәтшин, Г.М. Яҡупова, Л.М. Яҡшыбаева һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә. БР Милли әҙәбиәт музейы фондына Яныбай Хамматовтын байтаҡ әйберҙәрен тапшырҙы.

Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 2021 йылдың 3 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Просмотры: 39
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Отпускыламын. Шифаханала ял итәбеҙ. Система аҫтында ятҡанда ике шәфҡәт туташының һөйләшкәнен ишетәм.
- Күрҙеңме, корпус алдындағы тимер ҡойманы бардовой төҫкә буяғандар, - тине Рита исемлеһе.
- Күрҙем, кәйефте күтәрер төҫ булмаһа ла, солидно күренә, тине Эльвира тигәне.
- Ундағы беҙҙең ҡоштар ҙа хәҙер бордовой. Бына шуныһы оҡшамай миңә.
- Нисек, алтын һары ҡоштарыбыҙ ҡыҙылмы хәҙер? Улар бит беҙҙең фишечка ине ләһә...
Ниндәй ҡоштар икән, тип уйлап ятам. Дауалау корпусының алдындағы ҡойманың буялғанын күрҙем, тик бер ниндәй ҙә ҡоштар һынын күрмәнем бит. Һуңғараҡ тышҡа сығыу менән тирә-яғымды байҡаным. Таптым ҡоштарҙы, ингән урында ғына икән. Улар тере турғайҙың үҙенән дә бәләкәй булып сыҡты. Усҡа һыймалы. Үҙҙәре ысын кеүек, шундай теремектәр һәм бар шифаханаға моң сәсеп торғандай күренделәр. Бер-береһенә мөхәббәт менән баҡҡан, сутылдашып һөйөү һүҙҙәрен һайрағандан һуң, икеһе бергә кинәнеп, талпынып осоп китер төҫлө ошо ҡошсоҡтар күңелемә бер йылылыҡ, һөйөү хисе уятты. Уларҙың ысынлап та алтын төҫөндә булғаны отошлораҡ та булғандыр... Мин уларҙы һыйпаным, улар йылы ине, ҡояш кеүек.
Бында кеше менән аралашып йөрөйһең, ныҡлап танышаһың. Бер егет, Һамарҙан. Ҡатын әрләп ебәрҙе, көнләшә, ышанмай миңә, ти. Яуап та бирмәй, ти. Баяғы ҡошсоҡтар иҫемә төштө шул саҡ.
- Кил бер сер өйрәтәм. Ошо ике ҡошсоҡто һыйпаһаң, мөхәббәтле буласаҡһығыҙ. Миңә шым ғына шул серҙе астылар, - тинем.
Егет ышанып һыйпаны, ҡошсоҡтарҙы яратып бер булды. Һәм... иртәгәһенә был һөйөнөп яныма килгән:
- Фишка сработала, смс килде, үлеп һағындым, тигән ҡатын.
Был ырым килеп сыҡһа, донъя мөхәббәткә туласаҡ, ә ҡошсоҡтар бара-бара алтын төҫкә лә инер әле. Һыйпала торғас! Шифахананың легендаһына, брендына әйләнеп китмәҫ тимә.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин.
Просмотры: 47
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал ««Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти