Отпускыламын. Шифаханала ял итәбеҙ. Система аҫтында ятҡанда ике шәфҡәт туташының һөйләшкәнен ишетәм.
- Күрҙеңме, корпус алдындағы тимер ҡойманы бардовой төҫкә буяғандар, - тине Рита исемлеһе.
- Күрҙем, кәйефте күтәрер төҫ булмаһа ла, солидно күренә, тине Эльвира тигәне.
- Ундағы беҙҙең ҡоштар ҙа хәҙер бордовой. Бына шуныһы оҡшамай миңә.
- Нисек, алтын һары ҡоштарыбыҙ ҡыҙылмы хәҙер? Улар бит беҙҙең фишечка ине ләһә...
Ниндәй ҡоштар икән, тип уйлап ятам. Дауалау корпусының алдындағы ҡойманың буялғанын күрҙем, тик бер ниндәй ҙә ҡоштар һынын күрмәнем бит. Һуңғараҡ тышҡа сығыу менән тирә-яғымды байҡаным. Таптым ҡоштарҙы, ингән урында ғына икән. Улар тере турғайҙың үҙенән дә бәләкәй булып сыҡты. Усҡа һыймалы. Үҙҙәре ысын кеүек, шундай теремектәр һәм бар шифаханаға моң сәсеп торғандай күренделәр. Бер-береһенә мөхәббәт менән баҡҡан, сутылдашып һөйөү һүҙҙәрен һайрағандан һуң, икеһе бергә кинәнеп, талпынып осоп китер төҫлө ошо ҡошсоҡтар күңелемә бер йылылыҡ, һөйөү хисе уятты. Уларҙың ысынлап та алтын төҫөндә булғаны отошлораҡ та булғандыр... Мин уларҙы һыйпаным, улар йылы ине, ҡояш кеүек.
Бында кеше менән аралашып йөрөйһең, ныҡлап танышаһың. Бер егет, Һамарҙан. Ҡатын әрләп ебәрҙе, көнләшә, ышанмай миңә, ти. Яуап та бирмәй, ти. Баяғы ҡошсоҡтар иҫемә төштө шул саҡ.
- Кил бер сер өйрәтәм. Ошо ике ҡошсоҡто һыйпаһаң, мөхәббәтле буласаҡһығыҙ. Миңә шым ғына шул серҙе астылар, - тинем.
Егет ышанып һыйпаны, ҡошсоҡтарҙы яратып бер булды. Һәм... иртәгәһенә был һөйөнөп яныма килгән:
- Фишка сработала, смс килде, үлеп һағындым, тигән ҡатын.
Был ырым килеп сыҡһа, донъя мөхәббәткә туласаҡ, ә ҡошсоҡтар бара-бара алтын төҫкә лә инер әле. Һыйпала торғас! Шифахананың легендаһына, брендына әйләнеп китмәҫ тимә.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин.