Айгиз Ғиззәт улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади ҡомар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ! Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәрегеҙ һәр саҡ һөҙөмтәле булһын, илһам шишмәләрегеҙ бер ҡасан да ҡоромаһын!
«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»
Раздел не загрузился.
Дашборд
21 октября — 27 октября 2026
Загрузка…
Рост аудитории
0подписчиков за период
+1 самый большой прирост · 25 окт 2026 −1 самая большая убыль · 23 окт 2026
Индекс качества
Индекс качества пока не рассчитан. Он появляется у каналов от 500 подписчиков, которые публикуют посты хотя бы раз в неделю, после недели наблюдения.
Просмотры и охват
405просмотров за период 39,9 %
Средний охват поста — 95 просмотров (посты старше двух суток).
Вовлечённость подписчиков
7,90 %ER = реакции ÷ просмотры 1,7 п. п.
Индекс цитируемости
0,3индекс цитируемости
Место среди похожих — выше, чем у 82 %. До уровня «высокий» нужно обойти ещё 3 806 каналов.
19 395-е место в MAX · Подробнее — вкладка «Упоминания»
Когда и сколько публикует
Форматы публикаций
Каждый пост — точка
Выше — больше просмотров, крупнее — больше реакций. Нажмите на точку, чтобы открыть пост.
Итоги периода
Нажмите на показатель — ниже он появится по точкам периода
Реклама в канале
Лучшие публикации
По просмотрам за период
Публикации по дням
Бледные столбики — дни, линия — среднее за 7 дней: видно, разгоняется канал или затихает
Данные обновлены в 11:39 по Москве. Просмотры — текущие у постов, вышедших в эти дни; средний охват — по постам старше двух суток. Как считается индекс качества
Публикации за период
Загрузка…
Айгиз Ғиззәт улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади ҡомар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ! Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәрегеҙ һәр саҡ һөҙөмтәле булһын, илһам шишмәләрегеҙ бер ҡасан да ҡоромаһын!
Билдәле журналист һәм яҙыусы Марс Әхмәтшин вафат.
https://agideljurn.ru/news/novosti/2026-10-26/ay-yly-h-b-r-4855570
Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Оҙон тыныс ғүмер, шатлыҡ, бәхет һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
_____________________________
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы ҠАҘАҠБАЕВА 1966 йылдың 24 октябрендә районыбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе һаналған Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Аҡыллы, ғилемле ҡыҙ Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала.
Артабан ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлап, унан Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы, «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире, гәзиттең мөхәррире вазифаһына тиклем күтәрелә.
Йөрәк йылыһын биш балаһына тигеҙ бүлеп, “Әсәлек даны” миҙалы яулаған автор республикала ижадсы булараҡ киң танылыу яуланы - хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта даими донъя күрә. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әлеге ваҡытта Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. “Әсәлек даны” кавалеры.
Яҙыусының “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш”, “Икебеҙ өсөн дә яраттым”, “Геройҙар ваҡыты”, "Бәхет өсөн ергә килгәнмен" исемле китаптары донъя күрҙе. “Бәйләнештә” селтәрендә “Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ижады” исемле төркөм алып бара.
▶ видео
Я каждый раз удивляюсь, насколько продуманной, глубокой с технологической и эстетической точки зрения была культура костюма у башкир. Наши предки умели работать с разными материалами, делали удивительные украшения.
Наша задача – возрождать, сохранять и развивать это ремесло. И обязательно поддерживать прикладное искусство во всех его проявлениях. Это важная часть истории и культуры нашего народа. И конечно, экономики – того, что мы называем креативными индустриями.
Всем удачи и хороших выходных!
Әйткәндәй, 6-27 октябрь "Ағиҙел" журналына 2027 йылдың беренсе яртыһына арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Әле декада мәлендә «Ағиҙелгә» 150 һумға осһоҙораҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин.
Ике ысул менән яҙылырға була:
• Рәсәй Почтаһының бүлексәһендә;
• Рәсәй почтаһы сайтында - онлайн. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Шулай уҡ баҫма һәм электрон версияны ла. Һәр ваҡыттағыса, яҙылыусылар араһында файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатабыҙ.
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡырмағыҙ!
▶ видео
Сикһеҙ ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлә был видеояҙманан. Мостай аҡылы, һәр һүҙе һиммәтле, ҡиммәтле.
Мостай Кәримдең вафатына өс йыл алда төшөрөлгән «Яҙмышымдан уңдым» фильмынан өҙөк. Сценарий авторы — Лина Мамина, операторҙар — Наталья Галкина, Ильдус Ғәлиуллин.
Мостай ағай өйҙә яңғыҙы, тормош иптәше-йәндәше Рауза апай дауаханала ине. “Арыу-арыу егеттәрҙең юлын Хоҙай миңә борған даһа. Күптән көтә инем”, – тип йылмайып ҡаршыланы шағир.
Дауамы сайтта: https://agideljurn.ru/news/novosti/2025-10-20/ber-avtograf-tarihy-4434218
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән – тыуған айымдан,–
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡаҙып тормай ғына ҡапҡаны.
Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр «тегендә».
Бара торғас исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
Ю. Кәримов фотоһы
Атай һүҙе
Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
Ярамай, тип ҡырт киҫһә лә,
Ҡурсыуҙарын тоя күңел.
Яратам, тип иркәләһәң,
Атай, миңә шундай еңел.
Бер әйтеүҙән ҡайһы берҙә
Күтәреүсе өҫкә, үргә.
Атай һүҙе.
Бер атыуҙан ҡайһы берҙә,
Төшөрөүсе күктән ергә,
Атай һүҙе.
Өтөп ала, ҡурып ала,
Иңдәремә бурыс һала,
Атай һүҙе.
Уттан алып һыуға һала,
Аҙашыуҙан алып ҡала,
Атай һүҙе.
Ҡанатымды нығытырҙай
Көс ул көсһөҙ сағымдағы,
Атай һүҙе.
Рәхмәт әйтеп баш эйҙерә,
Хөрмәт тигән әҙәп, тағы
Атай үҙе.
(Гөлнара Хәлфетдинова)
Арҙаҡлы шәхесте иртәгә 12 сәғәттә Көйөргәҙе районының Мораптал ауылында һуңғы юлға оҙаталар.
https://vk.cc/d30Tnw
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…