Оло талант эйәһе менән тағы бер хәтәр осрашыу мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ. Республика халҡы, ил уның 80 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына ине. Беҙ, дүрт егет, ошо оло ваҡиға алдынан иң абруйлы замандашыбыҙ менән осрашып һөйләшергә тәүәккәлләнек. Ни тиһәң дә, кеше ғүмере сикле, ундай мөмкинлек тағы эләгәме-юҡмы, тигәндәй. Салауат, ғәҙәтенсә, Мостай ағайҙың хәлен белеү өсөн фатирына шылтыратты. Ниәтебеҙҙе белдерҙе. Шул саҡ ул беҙҙе, йәш яҙыусыларҙы, бына ҡайҙан килеп төштө көтмәгәндән оло бәхет-бәрәкәт, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙ, Салауат Әбүзәр, Рәлис Ураҙғолов, Булат Тимерғәлиев һәм мин, шағир йортона киттек. Алға китеп шуны әйтәйем: һүҙ тормош, әҙәбиәт тураһында барҙы. Һуңынан мин дә, Рәлис Ураҙғолов та был осрашыу тураһында матбуғатта тулыһынса яҙып сыҡтыҡ. Бөгөн минең иҫте китергән бер нисә һорау-яуапты, деталде генә иҫкә төшөргөм килә.
Мостай ағай өйҙә яңғыҙы, тормош иптәше-йәндәше Рауза апай дауаханала ине. “Арыу-арыу егеттәрҙең юлын Хоҙай миңә борған даһа. Күптән көтә инем”, – тип йылмайып ҡаршыланы шағир.
Дауамы сайтта:
https://agideljurn.ru/news/novosti/2025-10-20/ber-avtograf-tarihy-4434218